Тимофеева Юлия Петровна

Тимофеева Юлия Петровна (бел. Юлія Пятроўна Цімафеева, 12 ғинуар 1982 йыл, Сперижье ауылы Гомель өлкәһе) — белорус шағиры һәм тәржемәсе[2].

Тимофеева Юлия Петровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Беларусь
Тыуған көнө 12 ғинуар 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (42 йәш)
Тыуған урыны Сперижье[d], Чемерисский сельсовет[d], Брагин районы[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәләл ефете Ольгерд Иванович Бахаревич[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле белорус теле
Һөнәр төрө тәржемәсе, яҙыусы, шағир
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт[1] һәм тәржемә[1]
Эш урыны Prajdzisvet[d]
Белсат[d]
Уҡыу йорто Минский государственный лингвистический университет[d]
Belarusian Collegium[d]
Ойошма ағзаһы Союз белорусских писателей[d] һәм Белорусский ПЕН-центр[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Тимофеева Юлия Петровна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Юлия Тимофеева Минск дәүләт лингвистика университетының инглиз теле факультетын, Белоруссия коллегиумын тамамлай, тәржемәсе оҫтаханаһына йөрөй. ПрайдзіСвет тәржемә әҙәбиәте интернет-журналына нигеҙ һала һәм уның мөхәррирҙәренең береһе була. Белоруссия Яҙыусылары союзы[3] һәм Белоруссия Пен-үҙәгенең ағзаһы була. Беларусь Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Йәш яҙыусылар мәктәбен ойоштороусыларының һәм кураторҙарының береһе. «Белсат» телеканалында «Рэмарк»мәҙәниәте тураһында телешоу алып бара.

Минск ҡалаһында йәшәй. Яҙыусы Ольгерд Бахаревичтың ҡатыны.

Ижады үҙгәртергә

Үҙ һәм тәржемә шиғри йыйынтыҡтары «Кніга памылак» авторы («Книга ошибок», 2014) авторы.

Инглиз теленән Чарльз Буковски, Мэтью Дикман, Стивен Крейн, Элизабет Лоуэлл, Сильвия Платт, Уолт Уитмен шиғриәтен, португал теленән Альберта Каэйра, испан теленән Октавио Пасты, Мохамед Эбну шиғырҙарын; инглиз теленән Э.Ч.Оснду, Макс Бирбом, Герман Чарльз Босман, Шарлотта Перкинс Гилман, Дэвид Герберт Лоуренс, Джойс Кэрол Оутс, Эдгар Аллан По, Кейт Шопен һ.б. прозаһын тәржемә итә[2]. Норвег теленән Стиан Холеның балалар өсөн «Лето гармонии» китабын тәржемә итә.

Проза һәи шиғыр тәржемәләре «pARTisan», «Паміж», «ARCHE», «Дзеяслоў» журналдарында, «Әҙәби Беларусь» гәзитендә баҫылып сыға. Эдгар Поның «Золотой жук» һәм «Колодец и маятник» әҫәрҙәренә ҡараған тәржемәләре Белоруссия Яҙыусылары союзы һәм "ПрайдзіСвет" (белор) журналының уртаҡ серияһынан уның Һайланма әҫәрҙәре йыйынтығында баҫылып сыға.

Биржайҙа (Литва) Халыҡ-ара әҙәби фестивалдә, Минск ҡалаһында «Асфальттағы шиғыр» фестивалендә ҡатнаша, Гётеборгта (Швеция) халыҡ-ара китап йәрминкәһендә, Минск ҡалаһында халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар слэмында сығыш яһай (2012).

2016 йылда икенсе « Цирк»шиғырҙар китабы баҫылып сыға, ул Наталья Арсеньева Премияһының шорт-битенә инә.

Юлия Тимофееваның айырым шиғырҙары инглиз, немец, чех, словен һәм швед телдәренә тәржемә ителгән. 2018 йылда Люблин ҡалаһының «Warsztaty Kultury» нәшриәте Богдан Задура тәржемәһендәге Тимофееваның шиғри йыйынтыҡтарын поляк телендә «Cyrk i inne wiersze» баҫтырып сығара. 2019 йылда Берлин нәшриәте Юлия Тимофееваның «Zirkus» йыйынтығын Томас Вейлер һәм Тина Вуншманн тәжемәһендә баҫтырып сығара.

2020 йылда Минск ҡалаһының «Янушкевич» нәшриәтендә, «Весна» (Прага) нәшриәтендә өсөнсө шиғри китабы — «ROT» йыйнытығы баҫылып сыға.

Танылыуы үҙгәртергә

  • Минск ҡалаһындағы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар турнирында 3-сө урын (2012)
  • Йәш авторҙар өсөн Беларусь Яҙыусылар союзының «Экслибрис» (2012) конкурсында «Проза»[4] номинацияларында еңеүсе.
  • Богданович исемендәге «Дебют» Премияһының «Шиғырҙар» номинацияһының «Книга ошибок» шиғырҙар йыйынтығы менән шорт-бите (2014)[5].
  • «Книга ошибок» йыйынтығынан тәржемәләр шәлкеме өсөн «Шиғриәт» номинацияһында «ПрайдзіСвет» (2015) журналы премияһы лауреаты.
  • Чарльз Буковскиҙың «Свет, и воздух, и место, и время» китабын нәфис тәржемәләү категорияһында «Дебют» премияһы ( Анна Комарй һәм Наталья Бинкевич менән берлектә)[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Cìmafejeva, Julja // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 Цімафеева Юлія Пятроўна. Асабістыя старонкі сяброў СБП. lit-bel.org. 2019 йыл 11 февраль архивланған.
  3. Саюз беларускіх пісьменнікаў.Цімафеева Юлія Пятроўна. Асабістыя старонкі сяброў СБП. lit-bel.org.Дата обращения: 11 февраля 2019.Архивировано 11 февраля 2019 года.
  4. Саюз беларускіх пісьменнікаў. Цімафеева Юлія Пятроўна
  5. Саюз беларускіх пісьменнікаў. Цімафеева Юлія Пятроўна.
  6. Прэмія «Дэбют» імя Максіма Багдановіча. pen-centre.by. Дата обращения: 11 февраля 2019. Архивировано 11 февраля 2019 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә