Тимербай (Көйөргәҙе районы)

Тимербай — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Свобода ауыл Советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 324 кеше[1]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80253805006.

Ауыл
Тимербай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°40′06″ с. ш. 55°20′03″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 850 005

ОКТМО коды

80 639 450 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тимербай (Рәсәй)
Тимербай
Тимербай
Тимербай (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Тимербай

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 36 %, татарҙар 63 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 70
1970 йыл 15 ғинуар 37
1979 йыл 17 ғинуар 9
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 314
2010 йыл 14 октябрь 298

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
 
Көйөргәҙе районы Тимербай ауылы.

Башҡортостандың көньяғында, Көйөргәҙе районы ерендә урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.

Урамдары

үҙгәртергә
  • Кульпин урамы (рус. Кульпина (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Яңауыл урамы (рус. Янаульская (улица))[3]

Матбуғатта

үҙгәртергә

Видеофильмдар

үҙгәртергә
  • Тимербайға газ үткәреү[4]
  • Ғаилә тормошо юбилярҙары (Алтын туйҙар)[5]

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Тимербай ауылы 1795 йылда барлыҡҡа килгән, унда типтәрҙәр төпләнгән, улар дәүләт ерҙәрен файҙаланған. 1834 йылда ауылда 110 ир-егет була. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, унда 280 кеше йәшәгән. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу халыҡ иҫәбен алыуҙа халыҡ татар булараҡ күрһәтелгән, 130 йорт хужалығында бөтәһе 704 кеше йәшәгән[7].

Ауылға нигеҙ һалыусы — Тимербай исемле ҡарт булған. Ул, Рәсәйҙә аяуһыҙ иҙеүгә түҙә алмаған крәҫтиәндәр баш күтәрә башлағас, Ырымбур губернаһына ҡараған Йөҙәй ауылынан әлеге ваҡытта Тимербай ауылы урынлашҡан аҡланға күсеп килә. Ошонда Хәҙисә исемле ҡатыны менән донъя көтә башлай. Улар йән аҫырар өсөн көн дә балыҡ тота, йәнлек-ҡош аулай, ҡош йомортҡаларын йыя. Тимербайҙың артынан шул уҡ Ырымбур губернаһына ҡараған Буланов ауылынан Федор исемле урыҫ кешеһе был ғаилә йорт ҡорған аҡлан янындағы таҙа һыулы, тәрән, балыҡҡа бай йылға буйына килеп урынлаша. Бөгөнгө көндә йылғаны — Фидер йылғаһы тип ошо исемдән алып әйтәләр.

Ваҡыт үтә бара ике ғаилә аралашып йәшәй башлай. Һуңынан Килмөхәмәт исемле ағай улдары Исмәғил, Исхаҡ, Исламғол менән бында килеп төпләнә. Ошо кешеләр бәләкәй генә ауыл барлыҡҡа килтерә, уны үҙ-ара «Тимербай» тип йөрөтә башлайҙар.

Күренекле кешеләре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә