Салуи́н[1] (бирм. သံလွင်မြစ် — Танлуин[2], Ҡытайҙа — Наг-Чу[3] (тиб. ནག་ཆུ) һәм Нуцзя́н[4] (ҡыт. 怒江), шулай уҡ Нам-Конг[5], Кагчу[6], Акчу[7]) — Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы йылға. Ҡытай, Мьянма һәм Таиланд илдәре территорияһы аша аға.

Салуин
бирм. သံလွင်မြစ်, bo ནག་ཆུ, ҡыт. 怒江
Характеристика
Оҙонлоғо 2400 км
Бассейн 325 000 км²
Һыу ағымы
Инеше Цлацо
 · Бейеклеге 5450 м
 · Координаталар 31°50′42″ с. ш. 91°32′05″ в. д.HGЯO
Тамағы Моутама
 · Координаталар 16°31′45″ с. ш. 97°37′17″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Илдәр Ҡытай Ҡытай, Мьянма Мьянма, Таиланд Таиланд
Салуин (Азия)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Салуин Викимилектә

Гидрография үҙгәртергә

Оҙонлоғо 2400 км (башҡа баһаламалар буйынса — яҡынса 3200 км), бассейн майҙаны 325 мең км².

Салуин йылғаһы Ҡытайҙың Тибет автономиялы районында, яҡынса 4547 метр бейеклегендә башлана[7]. Башта көньяҡ-көнсығышҡа табан аға, артабан Юньнань провинцияһында көньяҡҡа борола һәм тамағына тиклем был йүнәлешен үҙгәртмәй тиерлек. Түбәнге ағымында Мьянманың көнсығыш сиктәре буйлап аға һәм үҙенең яҡынса 100 км оҙонлоғонда Мьянма һәм Таиланд илдәре араһында тәбиғи сик барлыҡҡа килтерә.

Салуин йылғаһы Һинд океанының бер өлөшө булған Андаман диңгеҙенең Моутама ҡултығына ҡоя.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 313.
  2. Инструкция по русской передаче географических названий Бирмы. — М.: Наука, 1978. — С. 25.
  3. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 244.
  4. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 259.
  5. Карта бите F-47-XXXIII.
  6. Карта бите H-46-III. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  7. 7,0 7,1 Карта бите H-46-II. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.

Һылтанмалар үҙгәртергә


  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ