Тел фәлсәфәһе

философияның танып белеүҙә һәм аң менән белем структураларында телдең һәм телмәрҙең төп ролен асыҡлаусы тикшеренеү өлкәһе
(Тел философияһы битенән йүнәлтелде)

Тел фәлсәфәһе — фәлсәфәһенең танып белеүҙә һәм аң менән белем структураларында телдең һәм телмәрҙең төп ролен асыҡлаусы тикшеренеү өлкәһе[1].

Тел фәлсәфәһе
Өйрәнеү объекты тел
 Тел фәлсәфәһе Викимилектә

Тел фәлсәфәһе — хәҙерге Көнбайыш фәлсәфәһендә тикшеренеүҙәрҙең үҙәк йүнәлештәренең береһе. фәлсәфәүи-лингвистик йүнәлеш элгәрҙәре — Аристотель («Категориялар» трактаты), И. Кант (иҫ категорияларын эшләү), Ж. Ж. Руссо (яҙма барлыҡҡа килеү тураһында фекерҙәр), Дж. Милль (референция теорияһына индергән өлөшө), В. Гумбольдт һәм башҡалар.

Фәлсәфәклассикаһынан тел фәлсәфәһе осорона күсеү тикшеренеү объектының үҙгәреүенә бәйле: «идеялар» урынына лингвистик берәмектәр — һөйләмдәр һәм терминдар килә. Танып белеүсе субъект йыш ҡына танып белеү барышында иғтибарҙан төшөп ҡала, һәм дискурс үҙ аллы ҡарала башлай.

«Лингвистик боролош» фәлсәфәнең хәҙерге үҫешенең күп йүнәлештәренә хас, уға феноменология һәм герменевтика, структурализм һәм постструктурализм инә. XX быуаттың икенсе яртыһынан башлап фәлсәфәнең бөтә төп киҫәктәре кәм тигәндә фәлсәфәүи-лингвистик фекер ағышының стилистик йоғонтоһон кисерә.

Шулай итеп, тел фәлсәфәһе — фәлсәфәүи тикшеренеүҙәрҙең бер йүнәлеше генә түгел, ә фәлсәфәүи фекерләүҙең айырым бер стиле лә, ул теорияларҙы төҙөү мәсьәләләренә ҡыҙыҡһыныу һәм белемдәрҙе сағылдырыу сараларын тәртипкә һалыу принциптарын өйрәнеү менән бәйләнгән.

«Тел фәлсәфәһе» тигән терминды төрлө ваҡытта тәҡдим итеүселәр: Павел Игнатьевич Житецкий (1900), һуңыраҡ — Карл Фослер, М. М. Бахтин, В. Н. Волошинов, А.Марти, О. Функе.

Тел фәлсәфәһенә башланғыс Платон һәм Аристотель хеҙмәттәрендә һалына. Тел фәлсәфәһен формалаштырыуға ҡәтғи логик-математик ҡараш идеяһы тәүләп XVII быуаттың Лейбниц һәм Уилкинз кеүек билдәле фәлсәфәсе ғалимдары хеҙмәттәрендә Ҡалып:Каких? тәҡдим ителә, шунан Дж. Буль һәм Дж. Милль хеҙмәттәрендә артабан үҫтерелә. Хәҙерге тел фәлсәфәһенең төп проблемалары һәм төшөнсәләре Г. Фреге, Дж. Мур һәм Б. Рассел хеҙмәттәрендә, шулай уҡ Фердинанд де Соссюрҙың "Дөйөм лингвистика курсы"нда бирелә.

Тел фәлсәфәһенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеү баҫҡыстары:

  • XIX быуаттың 80-се йылдары — XX быуаттың 30-сы йылдары. Неогегелселек менән көрәш, анализдың фәлсәфәүи-лингвистик методтарын нигеҙләү. Б. Рассел, Дж. Мур, Г. Фреге һәм башҡаларҙың теоияһын үҫтергән Л. Витгенштейндың фәлсәфәне «фекерҙәрҙе логик яҡтан асыҡлау» тип ҡарау, танып белеү барышында проблема булып тойолған хәлдәрҙе юҡ итеү тураһындағы идеяһы. Фәнде логик анализлау менән шөғөлләнгән Вена түңәрәгендә (М. Шлик, О. Нейрат, Р. Карнап, Г. Хан, Ф. Вайсман, К. Гёдель, Г. Фейгль, шулай уҡ улар менән фекерҙәш булған Г. Рейхенбах, Ф. Франк, А. Айер һ.б.) логик позитивизм концепцияһы тыуыу.
  • XX быуаттың 30-сы йылдары аҙағынан 60-сы йылдарына тиклем — фәлсәфәүи-лингвистик тикшеренеүҙең логик моделдәренән көндәлек телдәрҙе анализауға күсеү (Л. Витгенштейндың «һуңғы осоро», Дж. Остин). Кеше эшмәкәрлеге барышында хасил булған һәм кешенең дөйөм йәшәү принциптарын сағылдырған ҡағиҙәләр булараҡ, «тел уйындары» концепцияһының барлыҡҡа килеүе. Телдең логикаһы һәм структураһы билдәле бер культурологик шарттарға нигеҙләнә, тип һанаған Г. Райл, П. Стросон һәм башҡалар эшләгән телмәр акттары теорияһы үҫеше. Был осорҙа мәғәнә һәм референция теорияһы (онтологик, ғилми, этик, дини раҫламаларҙы анализлау) ҙур урынды биләй, уны С. Крипке, Д. Каплан, Х. Патнэм һәм башҡалар эшләй, эстәлеге телде эске күренештәргә (мәҫәлән, фекерләү) ҡаршы торған тышҡы социаль феномендарға бәйле тип ҡарауҙан ғибәрәт.
  • ХХ быуаттың 70-се — 90-сы йылдарында тел фәлсәфәһе күп йәһәттән психологик йүнәлешле белемгә әүерелә (Я. Хинтикки, Дж. Сёрл, Д. Даннет һ. б. хеҙмәттәре). Алғы урынға аңдың фәлсәфәүи проблемалары һәм психология фәлсәфәһе сыға.

Үҙәк мәсьәләләре

үҙгәртергә
  • Айырым киҫәктәренә нигеҙ һалыусылар һәм улар буйынса эшләүселәр
    • Готлоб Фреге, Фрэнк Пламптон Рамсей, Бертран Рассел, Сол Крипке, Ричард Монтегю — логик анализ өлкәһенә ҡараған аналитик традиция тел фәлсәфәсетәре
    • Людвиг Витгенштейн — «эстәлек ул файҙаланыу» тигән афоризмды ижад итеүсе
    • Питер Фредерик Стросон — дескриптив метафизикаға башланғыс һалыусы
    • Эрнст Кассирер — тел теорияһын символик формалар теорияһының бер өлөшө итеп ҡараусы
    • Фердинанд де Соссюр — структур лингвистиканы барлыҡҡа килтереүсе
    • Ноам Хомский һәм Джерри Фодор — синтаксик, хисаплау һәм белемгә йүнәлеш алған ҡараштар
    • Михаил Бахтин, Морис Бланшо, Поль де Ман, Джордж Стайнер — фәлсәфәүи хеҙмәттәр ижад иткән теоретик әҙәбиәт авторҙары
    • Кит Доннеллан, Юрген Хабермас, Джон Лэнгшо Остин, Г. П. Грайс, Джон Сёрл — телде файҙаланыу мәсьәләләре менән шөғөлләнгән теоретиктар
    • Мишель Фуко, Жак Деррида — постструктурализм сиктәрендә тел проблемаларын өйрәнеүселәр
    • Элен Сиксу, Юлия Кристева, Джудит Батлер — телде өйрәнеүсе феминисткалар
    • Валентин Волошинов, Росси-Ланди — тел теорияһын марксизм күҙлегенән өйрәнеүселәр
    • Дональд Дэвидсон, Майкл Даммит — мәғәнә теорияһын эшләүселәр
  • Тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре
    • референция — тел берәмеге күрһәткән предмет (йә эш-ғәмәл) был тел берәмегенең мәғәнәһе йә мәғәнәһенең бер компоненты булып тора тигән ҡараш
    • мәғәнә — телдең сағылдырыу сараларының һәм ғөмүмән телдең идеаль йөкмәткеһе, идеяһы, асылы, тәғәйенләнеше, ахырғы маҡсаты (ҡиммәте)
    • аңлау — тел өлөштәренең һәм уның бөтөн ойошторолошоноң мәғәнәһенә үтеп инеү һәләте
    • интерпретация (лат. interpretatio — аралашсылыҡ — тигәндән) — мәғәнәгә аңлатма биреү
    • телдең функциялары — телдең башҡа күренештәргә (фекерләүгә, мәҙәниәткә һ.б.) бойондороҡлолоғон һәм айырым тел берәмектәренең (һүҙ, һөйләм, текст) үҙ-ара бәйле булыуының эске законлылыҡтарын асыу
    • коммуникация — (лат. communicatio) — ике йә күберәк индивидтың бер--береһен аңлауға ҡоролған аралашыу акты, бәйләнешкә инеүе; бер кешенең икенсе кешегә йә күмәк кешегә мәғлүмәт биреүе; "коммуникация"ны бер-береһенән алыҫта урынлашҡан төбәктәрҙең техник саралар ярҙамында (почта элемтәһе, телеграф, телефон һ.б.) аралашыуы рәүешендәге географик юҫыҡта аңлау менән бутамаҫҡа
    • тәржемә — бер телдәге һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм текстарҙы икенсе телдең эквивалент берәмектәре менән биреүҙең нигеҙҙәре, ысулдары һәм эстәлеге

,** хәҡиҡәттең фекерҙең һәм практиканың ҡатмарлы процесс булараҡ бер-береһенә мөнәсәбәте

    • семантика
    • мәғәнә теорияһы
  • Дөйөм һорауҙар
    • Ни рәүешле һөйләмдәр бер бөтөнгә әйләнә, һөйләмдәрҙең айырым өлөштәренең эстәлеге ниндәй?
    • Эстәлектең тәбиғәте ниндәй? Нимә ул эстәлек?
    • Беҙ тел менән нимә эшләйбеҙ? Уны социаль тормошта нисек файҙаланабыҙ? Телдең маҡсаты ниҙә?
    • Тел аң менән нисек бәйләнә (һөйләүсенең дә, тыңлаусының да)?
    • Тел донъя менән нисек бәйләнә?
  • Проблематиканың үҫеше
    • «Башланғыс» осорҙағы тел фәлсәфәһенең иң мөһим мәсьәләләре
      • Фекерҙең һәм фекерләүҙең психологик процесының төҙөлөштәрен фәлсәфәүи-лингвистик тикшереү даирәһен айырыу;
      • телдең сағылдырыу сараларының мәғәнәһе менән эстәлеге араһында сик үткәреү (эстәлек проблемаһы);
      • һөйләм функцияһы булараҡ мәғәнә идеяһы;
      • хәбәр һөйләмдең статусы тураһындағы мәсьәлә.
    • «Ахырғы» осорҙағы тел фәлсәфәһе мәсьәләләре
      • телдең көнәлек аралашыу ысулдарынан үҫеп сығыуы;
      • телмәр акттарының принциптары һәм структураһы (телдең социомәҙәниә тәүшарттары);
      • аңдың тел тәбиәте һәм яһалма интеллект барлыҡҡа килтереү мөмкинлеге мәсьләләре.
  • Махсус киҫәктәр
    • синтаксис
    • прагматика
    • риторика
    • символик үҙ-ара тәьҫирләшеү
    • хәҡиҡәткә тап килеү шарттары

Терминдар

үҙгәртергә
  • Телмәр компоненттары
    • идея
    • билдә һәм фонема
    • интенционаллек
    • телмәр акты
    • һөйләүсе («кодлаусы») һәм интерпретатор («кодты сисеүсе»)
    • тон
    • лингвистик контекст
    • лингвистик берләшмә
  • Эстәлектең әһәмиәтле өлөштәре
    • төшөнсә (шул иҫәптән буш төшөнсә)
    • категория
    • күплек
    • класс
    • тип һәм токен
    • төркөм һәм төр
    • коннотация һәм денотация (интенция һәм экстенция)
    • раҫлау һәм пропозиция
    • субъект һәм предикат
    • синоним һәм антоним
  • Референция мәсьәләләре
    • асыл
    • үҙсәнлек
    • мөнәсәбәт
    • дейксис
  • Лингвистик күренештәр
    • Demonstratives һәм Indexicals
    • Descriptions, айырыуса Definite descriptions
    • Яңғыҙлыҡ исем
    • Һөйләм (Commandative, индикатив һәм перформатив)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Огурцов А. П. Философия языка 2015 йыл 12 май архивланған. / Новая философская энциклопедия в 4-х томах. М.: «Мысль», 2000—2001. — ISBN 5-244-00961-3.
    2-е изд., испр. и допол. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.

Төп сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Бахтин, М. М. Эстетика словесного творчества. − М., 1979. [1].
  • Барт, Р. Избранные работы: Семиотика. Поэтика. − М., 1989.
  • Витгенштейн, Л. Философские работы. − М., 1994.
  • Гадамер, Х. Г. Истина и метод. − М., 1988.
  • Гумбольдт, В. Избранные труды по языкознанию. − М., 1984.
  • Дэвидсон, Д. Истина и значение // Новое в зарубежной лингвистике. − М., 1986.
  • Делез, Ж. Логика смысла. − М., 1995.
  • Куайн, У. В. О. Слово и объект // Новое в зарубежной лингвистике. − М., 1986.
  • Лакан, Ж. Функция и поле речи языка в психоанализе. − М., 1995.
  • Лотман, Ю. М. Лекции по структуральной поэтике // Ю. М. Лотман и тартуско-московская семиотическая школа. − М., 1994.
  • Рикер, П. Конфликт интерпретаций. − М., 1995.
  • Сепир, Э. Избранные труды по языкознанию и культурологии. − М., 1993.
  • Хайдеггер, М. Язык. − СПб., 1991.
  • Фреге, Г. Мысль // Логика. Философия. Язык. − М., 1987.
  • Фуко, М. Что такое автор? Порядок дискурса // Воля к знанию. − М., 1997.

Аңлатмалы әҙәбиәт

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә