Бәдәш (Ташлыйылға; рус. Бадашка) — Рәсәй Федерацияһы Пермь крайының Көйәҙе муниципаль округындағы ауыл.

Ауыл
Бәдәш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль округ

Көйәҙе районы

Координаталар

56°24′35″ с. ш. 55°38′13″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Ташлыйылға

Халҡы

167 человек (2010)

Милли состав

башҡорттар, татарҙар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

57 228 000 004

Код ОКТМО

57 628 426 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бәдәш (Рәсәй)
Бәдәш
Бәдәш
Бәдәш (Пермь крайы)
Бәдәш

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Ауыл округтың көньяҡ өлөшөндә Көйәҙе ҡасабаһынан туранан-тура көньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 2 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климаты уртаса континенталь. Ҡыш оҙайлы, ҡарлы. Ғинуарҙа уртаса температура −14…−15 °C. Йәй уртаса йылы. Иң йылы ай — июль. Июлдә уртаса температура +18,5 °C. Уртаса йыллыҡ температура +2,1 °C тәшкил итә. Июль температураларының абсолют максимумы +38 °C, ә минималь +2 °C етә. Вегетация осороноң оҙайлығы (температура +5 °C юғарыраҡ) 155 көндән 165 көнгә тиклем тирбәлә, ҡырауһыҙ осор 110 көндән 130 көнгә тиклем тирбәлә. Һауа температураһы 10 °C юғары булған осор 125 көн дауам итә. Яуым-төшөм уртаса 450-550 мм. Беренсе ҡырауҙың уртаса датаһы — 20 сентябрь. Ҡар ҡатламы октябрь аҙағында ноябрь башында урынлаша һәм йылына уртаса 170-190 көн тора. Беренсе ҡар япмаһының уртаса барлыҡҡа килеү датаһы — 18 октябрь. Март айына ҡарҙың ҡалынлығы 60-70 сантиметрға етә[1].

Бәдәш (Бадашка) ауылы элек Ташлыйылға тип аталған. 1912-1913 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Иҫке Ҡайпан ауыл йәмғиәте составында булған Ташлыйылға ауылында 21 йортта 129 аҫаба башҡорт (61 ир-егет һәм 68 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән. 1917 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Ташлыйылға ауылында 25 йорта 135 башҡорт иҫәпкә алынған. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Ташлыйылға ауылында 23 йортта 125 башҡорт йәшәгән[2].

Башҡортостан АССР-ының Бөрө кантоны, 1930 йылдан Яңауыл районы, 1935 йылдан Тәтешле районы составында була. РСФСР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 16 апрелендәге указына ярашлы, Башҡортостан АССР-ы Тәтешле районынан Маныш, Ташлыйылға һәм Кесе Солод ауылдары Молотов өлкәһенең (хәҙерге Пермь крайының) Көйәҙе районына күсерелә[3].

2006 йылдан 2020 йылға тиклем ауыл Көйәҙе ауыл биләмәһе составына инә. 2020 йылдың майында муниципаль берәмек бөтөрөлгәндән һуң Көйәҙе муниципаль округының ябай тораҡ пункты статусына эйә.

2002 йылда 170 кеше йәшәгән, шуларҙың 66% — башҡорттар, 27% — татарҙар[4]. 2010 йылда 167 кеше иҫәпкә алынған[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Схема территориального планирования Куединского муниципального района. Том 1 // Федеральная государственная информационная система территориального планирования. — 2009.
  2. Башкиры Татышлинского района Республики Башкортостан: научный справочник / С. И. Хамидуллин, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев. – Уфа: АНО «ЦИИНБ «Шежере», 2019. – 344 с. — С.84.
  3. История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001): сборник документов и материалов. — Уфа: Китап, 2003. — С. 126. — 532 с. — ISBN 5-295-03286-8.
  4. Коряков Ю. Б. База данных "Этно-языковой состав населённых пунктов России". Дата обращения: 23 июнь 2020. Архивировано 16 ноябрь 2017 года.
  5. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов Пермского края по итогам Всероссийской переписи 2010 года // Пермьстат. — 2012. Архивировано из первоисточника 26 июнь 2020.

Ҡалып:Көйәҙе районы тораҡ пункттары