Таулыҡай торамаһы
Таулыҡай торамаһы (рус. Тавлыкаевское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылы эргәһендә урынлашҡан бронза быуаты археологик ҡомартҡылары[1][2][3]
Таулыҡай торамаһы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәТаулыҡай торамаһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылы көньяҡ- көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ) — 22 км
Табылдыҡтар
үҙгәртергәҠомартҡы майҙаны 12 мең м², якынса 700 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙып тикшерелгән.
4 торлаҡ табылған, 2‑һе өйрәнелгән. Торлаҡтарҙың оҙонлоғо 12—25 м, тәрәнлеге 0,73 м тиклем. Беренсе торлаҡ б.э.т. 14—13 быуаттарға ҡарай, унда баҡыр иретеү мейесе ҡалдыҡтары, усаҡ, хужалыҡ соҡоро барлығы асыҡланған.
Икенсеһе б.э.т. 13—12 быуаттарҙа һалынған, ике бүлмәле тип фараз ителә.
8 хужалыҡ соҡоро, стеналарының аҫты таш һәм сыбыҡ менән нығытылған ҡоҙоҡ, 2 усаҡ эҙе табылған.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған әйберҙәр Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Черкаскүл мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт.
Торамала 20 меңгә яҡын әйбер табылған. Улар араһында бронза бысаҡ, таш тәпкеләр, төйгөстәр, ҡайраҡтар, саҡматаштан эшләнгән бысаҡ һымаҡ пластиналар, ҡырғыстар, орсоҡбаштар, һөйәктән яһалған тупар балталар, тишкестәр, ауыҙлыҡтар, шлак ҡалдыҡтары табылған.
Халҡы мал тотҡан, һунар, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу, мәғдәнселек менән шөғөлләнгән.
Таулыҡай торамаһы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[4]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[5].
Асыш тарихы
үҙгәртергәҠомартҡы 1972 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А. Х. Пшеничнюк тарафынан асыла, 1973, 1975 йылдарҙа археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю. А. Морозов өйрәнә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ю. А. Морозов Таулыҡай торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 26 ноябрь архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ю. А. Морозов Таулыҡай торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 26 ноябрь архивланған.
- Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Памятники бронзового века Южного Урала. Уфа, 1996.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.