Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы

(Сөләймән Мырҙабулатов битенән йүнәлтелде)

Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы (15 апрель 1890 йыл9 ғинуар 1931 йыл) — башҡорт милли хәрәкәте, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1919 йылдың июненән 1920 йылдың апреленәсә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. 1918 йылдан РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.

Сөләймән Шәңгәрәй улы Мырҙабулатов
Тыуған:

15 апрель 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Абҙан ауылы[1]

Вафат:

9 ғинуар 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (40 йәш)

Вафат урыны:

Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Дине:

ислам

Партия:

Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән

Биографияһы

үҙгәртергә

Сөләймән Шәңгәрәй улы Мырҙабулатов 1890 йылдың 15 апрелендә Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе[1] Абҙан ауылында тыуған.

1918 йылдан РКП(б) ағзаһы. 1919-1920 йылдарҙа Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы (БашЧК) етәксеһе вазифаһын башҡара, Башревком ағзаһы була.

1920 йылдың апрелендә Тамьян-Ҡатай кантонына партия эшенә ебәрелә.

1920 йыл 19 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты сыҡҡандан һуң уның менән ризалашмау хаҡында РКП(б) өлкә комитетына тәғәйенләнгән ғаризаға башҡалар менән бер рәттән ҡул ҡуя.

Республиканың көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының урындағы партия органдарына ҡаршы ҡораллы көрәшенә етәкселек итә.

1920—1923 йылдарҙа БАССР хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары ярҙамсыһы, артабан игенселек халыҡ комиссары була.

1923 йылдың майында «солтанғәлиевселектә» һәм милләтселектә ғәйепләнеп, биләгән вазифаһынан бушатыла һәм йәшәргә Мәскәүгә күсерелә. Унда дворник булып эшләй.

1926 йылда Башҡортостанға ҡайтырға рөхсәт ала. Йылайыр кантонында, «Сельпромсоюзда» эшләй, колхоз, ауыл советы рәйесе була. 1930 йылдың июлендә СССР ОГПУ коллегияһы тарафынан атырға хөкөм ителә. Төрмәлә үлә. 1988 йылда аҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Гумеров Г. Х. «Башкиропомощь» и «Башмомгол» // Октябрьская революция и рождение Советской Башкирии. — Уфа, 1959
  • Сайранов Х. С. Упрочение Советской власти в Башкирии. — Уфа, 1957
  • Ахметзаки Валиди Тоган. Воспоминания. Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман тюрков за национальное бытие и сохранение культуры. книга 1-я. — Уфа, 1994

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  1. YouTube сайтында Видео Гражданин Мурзабулатов. Документальный фильм из серии «Историческая среда». Автор С. Хамидуллин. 2011.