Сәғҙиев Роальд Зиннур улы

Роа́льд Зинну́р улы Сәғҙиев (татар. Роальд Зиннур улы Сәгъдиев/Roald Zinnur uğlı Səğdiev; 1932 йылдың 26 декабрендә Мәскәүҙә тыуған) — СССР һәм АҠШ физигы. РФА-ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1968 йылдан СССР Фәндәр Академияһы академигы). 1973-1988 йылдарҙа директор СССР Фәндәр Академияһының йыһан тикшеренеүҙәре институты директоры. Химия фәндәре докторы Ринат Зиннур улы Сәғҙиевтың ағаһы.

Роальд Зиннурович Сагдеев
татар. Роальд Зиннур улы Сәгъдиев
Тыуған көнө

26 декабрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][2] (91 йәш)

Ғилми даирәһе

физика

Эшләгән урыны

ИАЭ, ИЯФ СО РАН, ИКИ РАН, Мэрилендский университет

Альма-матер

Московский государственный университет

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре докторы

Ғилми исеме

академик АН СССР (1968),
РФА академигы (1991)

Ғилми етәксеһе

М. А. Леонтович
Л. Д. Ландау

Уҡыусылары

А. А. Галеев
В. Е. Захаров
А. М. Фридман

Награда һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1986
Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Ҡалып:Орден Полярной звезды (Монголия)
Ҡалып:Орден Дружба (Азербайджан) Ҡалып:Орден Красной Звезды (ВНР)
Ленин премияһы — 1984
Тышҡы рәсемдәр
Роальд Сагдеев

СССР Юғары Советының халыҡ депутаты (1987-1991). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986).

Биографияһы

үҙгәртергә

Милләте татар.[3] Уға дүрт йәш тулғанда, ғаилә Ҡазанға күсеп ҡайта. Роальд 19-сы урта мәктәпте[4] көмөш миҙалға тамамлай, шунан һуң 1950 йылда Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә, бында физика факультетын тамамлай. Д. А. Франк-Каменецкий[5] һәм Лев Ландауҙың[6] уҡыусыһы. Ландау уны үҙе лаборатория мөдире булған ФИАН-ға алырға уйлай, институттан һуң Сәғҙиев Силәбе янына ебәрелергә тейеш була, ләкин Ландау һәм Капица ярҙамында, уны Игорь Курчатов эшкә ҡабул итә. Шулай итеп ул И. В. Курчатов исемендәге атом энергияһы институтына эләгә. Шулай уҡ Р. З. Сәғҙиев Ядро физикаһы институты СССР Фәндәр Академияһының Себер бүлексәһе Ядро физикаһы институтында ла тәжрибә туплай. ФИАН-да диссертация яҡлай[6]. 36 йәшендә СССР Фәндәр Академияһының академигы итеп һайлана. Диссиденттарға ҡаршы процестар менән бәйле граждандар азатлығын боҙоу факттары буйынса совет властарына яҙылған хаттарға ҡул ҡуйған өсөн баҫымға дусар ителә[6].

1968 йылда бер нисә тиҫтә совет гражданы СССР властарына адресланған хаттарға ҡул ҡуя, уларҙа авторҙар диссиденттарға ҡаршы процестарға бәйле гражданлыҡ азатлығын боҙоуға ҡаршы протест белдерә. Властар ҡултамға ҡуйыусыларға, шул иҫәптән Новосибирск Академҡаласығында эшләгәндәрҙе эҙәрлекләү ойоштора. 36 йәшлек Сәғҙиев «Академҡаласыҡтан барыһын да ҡыуып сығарырға, әйҙә иретеп ҡойолған ҡурғаш ҡойолма киҫәктәрен тейәһендәр» тигән тәҡдим индерә[7]. Әммә был мәсьәләне тикшергән Б. Шрагин (тулыһынса ышандырырлыҡ булмаһа ла) коллектив исеменән Сәғҙиевтың ҡултамға ҡуйыусыларҙы тәнҡитләүе ул саҡта партиянан ҡыуыуҙы йәки «бүре билеты» алыуҙы аңлатмаһын өсөн кәрәк булыуын, һәм, шелтә менән ҡотолоп, шул уҡ урында эшләүен дауам итә алыуын йәки, икенсе эшкә күсергә ярҙам итеүен күрһәтә. Хатта ҡайһы берәүҙәр, икенсе эшкә күсергә күнгәндән һуң, алдараҡ өмөт тә итмәгән фатир алыуа өлгәште[8]

1973 йылдан алып 1988 йылға тиклем СССР Фәндәр Академияһының Космик тикшеренеүҙәр институты директоры була. Был вазифаны плазма физикаһы өлкәһендә илдең алдынғы белгесе булып биләй. Артабан — Институттың аналитик тикшеренеүҙәр ғилми-методик үҙәге етәксеһе, баш ғилми хеҙмәткәр[6].

1990 йылдан алып икенсе ҡатынының тыуған төйәгендә, Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй. Рәсәйҙә даими була[6].

Профессор, Колледж-Парктағы Мэриленд университетының «Көнсығыш-Көнбайыш» үҙәге директоры, НАСА эксперты, Ядро һәләкәтенә юл ҡуймау буйынса Халыҡ-ара Люксембург форумының Күҙәтеү советы ағзаһы

«Письма в «Астрономический журнал» журналының редакция коллегияһы ағзаһы, ВИНИТИ-ның Мәғлүмәт баҫмаларын редакция коллегияһы ағзаһы, «Квант» китапханаһының редакция ағзаһы).

Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991, 1968 йылдан СССР Фәндәр академияһы академигы, 1964 йылдан СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты). Физика-математика фәндәре докторы.


Америка Ҡушма Штаттары Милли фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1987)[9], Америка сәнғәт һәм фән академияһы ағзаһы (1990), Үҫешеүсе илдәрҙең Фәндәр академияһы ағзаһы (TWAS; 1987);[10], Швеция Король фәндәр академияһының һәм Венгрия фәндәр академияһының сит ил ағзаһы[11].

1990 йылдың 4 декабренән Папа фәндәр академияһы ағзаһы[12].

Роальд Сәғҙиев плазма физикаһы (һуҡма тулҡындар, күсереү тотороҡһоҙлоҡ процестары), идара ителеүсе термоядро синтезы проблемаһы, йыһан физикаһы буйынса хеҙмәттәр авторы.

Ислам дине тарихы менән мауыға, был темаға китап яҙа. Планетала белемле ислам үҫентеләре һаҡланып ҡалған, ә көнбайыш цивилизацияһы ислам донъяһына дөрөҫ йүнәлештә үҫешергә ярҙам итә ала, тигән фекер китаптың төп фекере булып тора.

Планетала белемле ислам үҫентеләре һаҡланып ҡалған, ә көнбайыш цивилизацияһы ислам донъяһына дөрөҫ йүнәлештә үҫешергә ярҙам итә ала, тигән фекер китаптың төп фекере булып тора[13].

1992 йылда "Кешелеккә иҫкәртеү"гә ҡул ҡуя[14].

  • Атаһы — Зиннур Заһир улы Сәғҙиев (1906—1994), партия эшмәкәре, 1950—60 йылдар — Татар АССР-ның Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары
  • Әсәһе — Фәхриә Кәрим ҡыҙы Сәғҙиева (Иҙрисова) (1914—2000), математика уҡытыусыһы
  • Энеһе — Ренад Зиннур улы Сәғҙиев (1941 йылда тыуған), СССР һәм Рәсәй химигы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы һәм президиумы ағзаһы
  • Энеһе — Роберт (1939—2009), Ҡазан финанс-иҡтисад институтында иҡтисад курсын уҡыта
  • Энеһе — Рөстәм
  • Тәүге ҡатыны — Тэма Давидовна Франк-Каменецкая (1932 йылда тыуған), физика фәндәре докторы Д. А. Франк-Каменецкийҙың ҡыҙы, физиктар Альберт Франк-Каменецкий һәм Максим Франк-Каменецкийҙың ҡыҙ туғаны.
    • Балалары — Анна һәм Игорь
  • 1980-се йылдар аҙағында Америка Ҡушма Штаттарында командировкала булғанда, үҙенең икенсе ҡатыны — Сьюзан Эйзенхауэр Susan Eisenhower, АҠШ президенты Дуайт Эйзенхауэрҙың ейәнсәре, өс ҡыҙ әсәһе менән таныша[6]. 1990 йылда улар өйләнешә[15]. 2017 йылға ҡарата Сәғҙиев был никахта тормай[13].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986)
  • Ленин премияһы лауреаты (1984) - плазмалы физика буйынса эшләгәне өсөн
  • Ике Ленин ордены, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән
  • «Дуҫлыҡ» ордены - 2012 йылдың 18 декабрендә, Әзербайжан Республикаһының халыҡ-ара фәнни бәйләнештәрен нығытыуҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн[16]
  • Йыл кешеһе» исеме (Франция, 1988)
  • Тейта миҙалы (Америка физика институты, 1992)
  • Этторе Майоран исемендәге премия (Италия, 1993)
  • Лео Силард премияһы (Америка физик йәмғиәте, 1995)
  • Максвелл исемендәге премия (Америка физика йәмғиәте, 2001)
  • Карл Саган исемендәге мемориаль премия (Америка астронавтика йәмғиәте, 2003)
  • «Татарстан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены, 2013
  • Георгий Гамов премияһы, 2016

Ғилми мәҡәләләре һәм китаптары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сагдеев Роальд Зиннурович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Roald Sagdeev // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Роальд Сагдеев: «О том, что я татарин, напоминает мне моя жена Сьюзен». Дата обращения: 5 май 2015. Архивировано 23 ноябрь 2015 года. 2015 йыл 23 ноябрь архивланған.
  4. История гимназии № 19
  5. Роальд Сагдеев «Вспоминая Учителя»
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Вечерняя Москва — Человек космоса: академик Роальд Сагдеев отметил юбилей. Дата обращения: 2 ноябрь 2016. Архивировано 4 ноябрь 2016 года.
  7. Хроника текущих событий, выпуск 2, 30 июня 1968 г. 2012 йыл 17 февраль архивланған.
  8. Алексеева Людмила Михайловна. История инакомыслия в России.
  9. Roald Sagdeev NAS
  10. Sagdeev Roald Zinnurovich | TWAS 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
  11. Roald Sagdeev — Kungliga Vetenskapsakademien 2019 йыл 6 декабрь архивланған.
  12. Roald Zinnurovich Sagdeev (ингл.). Ordinary Academicians. The Pontifical Academy of Sciences (ноябрь 2015). Дата обращения: 30 ноябрь 2016.
  13. 13,0 13,1 Gazeta.ru, 3 января 2017 года. «Запланированного предательства Горбачёва у Запада не было». Советник Горбачёва Роальд Сагдеев дал интервью «Газете. Ru»
  14. World Scientists' Warning To Humanity (ингл.) (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 16 май 2019. Архивировано 30 октябрь 2020 года.
  15. Иванян Э. А. Энциклопедия российско-американских отношений. XVIII-XX века.. — Москва: Международные отношения, 2001. — 696 с. — ISBN 5-7133-1045-0.
  16. Распоряжение Президента Азербайджанской Республики о награждении орденом «Достлуг» Р.З.Сагдеева
  • Колчинский И. Г., Корсунь А. А., Родригес М. Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
  • Храмов Ю. А. Сәғҙиев Роальд Зиннур улы // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 240. — 400 с. — 200 000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә