Сәхифәләр (ислам)

Wikimedia-Listn

Сәхифәләр (ғәр. صحف‎ — сүхәфүн‎, рус. свитки (сухуф)) — ислам динендә: айырым пәйғәмбәрҙәргә иңдерелгән Илаһи вәхиҙәр төргәктәре. Берлек һанда — сәхифә. Сәхифәләр һанап кителгән пәйғәмбәрҙәргә ебәрелә: Әҙәмгә (10 сәхифә), Шисҡа (50), Иҙрискә (30) һәм Ибраһимға (10). Ҡалған асыштар китап рәүешендә иңгән. Мусапәйғәмбәргә Тәүрат, Дауытҡа — Забур, Ғайса пәйғәмбәргә — Инжил, ә Мөхәммәт пәйғәмбәргә — Ҡөрьән. Һәр мосолман ошо сәхифәләрҙәге вәхиҙәргә ышанырға тейеш[1].

Сәхифәләр
ғәр. صُحُفُ إِبْرَاهِيمَ
Рәсем
Название с огласовками صُحُفُ إِبْرَاهِيمَ
Кем хөрмәтенә аталған Ибраһим пәйғәмбәр
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Тәүрат һәм Свитки Мусы[d]
Автор Исламда Тәңре[d]
Вики-проект Проект:Ислам[d]
 Сәхифәләр Викимилектә

Ибраһим сәхифәләре

үҙгәртергә

Ибраһим төргәктәре тураһында Ҡөрьәндә Ән-Нәджм («Йондоҙ») һәм Әл-Әғлә сүрәләрендә(«Бөйөк») телгә алына.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. [704 Сахифа] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ṣaḥīfa / Ghédira, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)