Зәңгәр Ҡөрьән
Зәңгәр Ҡөрьән[1] (ғәр. المصحف الأزرق; рус. Голубой Коран) — Ҡөрьәндең тунис күфә яҙмаһы менән IX быуат һәм X быуат араһында Ҡәйрәүән мосолмандары өсөн башҡарылған зәңгәр төҫтәге ҡулъяҙмаһы[2] .
Ҡиммәте
үҙгәртергәҠулъяҙма Ҡөрьәндең иң нәзәкәтле экземплярҙарының береһе, шулай уҡ ислам сәнғәтенең бөйөк әҫәрҙәрҙең береһе тип һанала[2] ; иң ҡиммәтле ҡулъяҙмаларҙың береһе.
Ҡулъяҙманың тарихы
үҙгәртергәҠулъяҙма тураһында беренсе тапҡыр 1293 йылда телгә алына, шул йылы ул Ҡәйрәүәндәге Ғүҡбә мәсете китапханаһы каталогына индерелә.[3] Ҡайһы бер тикшеренеүселәр Испанияла эшләнгән тип фекер йөрөтә.[4] Тикшеренеүселәрҙең күбеһе Зәңгәр Ҡөрьән ҡулъяҙмаһын яҙыу урыны һәм ваҡыты менән ризалаша, әммә Элейн Джордж уны Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең иртә дәүере менән даталанырға мөмкин тип иҫәпләй[5].
Ҡулъяҙма 7 томдан[6], 600 биттән[5] тора. Ғосман империяһы заманында уның биттәре донъя буйлап таралып киткән.
ХХ быуаттағы тарихы
үҙгәртергә1923 йыл в Истанбулда ҡулъяҙманың ҡайһы бер биттәрен коллекционер Ф. Р. Мартин һатып ала һәм уны Европала һата.[7] 1977 йыл Christie’s ҡарамағында Зәңгәр Ҡөрьән биттәренә оҡшаш ҡайһы бер ҡулъяҙмалар булыуы асыҡлана, әммә ысынбарлыҡта улар шулаймы-юҡмы икәнлеге аныҡ билдәле түгел.[3]
Бөгөн биттәрҙең күпселеге Тунистың милли сәнғәт һәм археология институтында, ҡалғандары донъяның башҡа музейҙарында һаҡлана[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Резван Е. А. Коран и его мир. — М.: Институт востоковедения РАН, 2001. — С. 189. — ISBN 978-5-85803-183-3.
- ↑ 2,0 2,1 Folio from the Blue Qur'an (Probably North Africa (Tunisia)) (2004.88) . Heilbrunn Timeline of Art History. New York: The Metropolitan Museum of Art (сентябрь 2012). Дата обращения: 20 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.
- ↑ 3,0 3,1 Baeder, Charles Tunisia: Page of the Blue Quran, Renowned Local Artifact, to Be Sold in London // Tunisia-Live. — 16 April 2012. Архивировано из первоисточника 5 июнь 2012.
- ↑ Bifolium of the “Blue Qur’an”. — The Institute of Ismaili Studies. Архивировано из первоисточника 13 май 2011.
- ↑ 5,0 5,1 George, Alain Calligraphy, Colour and Light in the Blue Qur'an (билдәһеҙ) // Journal of Qur'anic Studies (инг.)баш.. — 2009.
- ↑ Feuillet Bleu Du Корана // Qantara. Архивировано из первоисточника 31 май 2013.
- ↑ Une page du Coran à la vente aux enchères Christie’s de Londres // Agence Internationale de Presse Coranique. — 18 Avril 2012. Архивировано из первоисточника 31 май 2013.
- ↑ Bifolium from the Blue Qur'an . Aga Khan Museum (инг.)баш.. Дата обращения: 20 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.