Сәмәнхоҙа
Сәмәнхоҙа,йәки Сәмәнхуда́т (фарс. سامانخدا) — Сәмәниҙәр династияһын башлаған кеше . VIII быуатта тыуған. Әбү Бәкер Наршаһи һәм Хәмзә Исфахани мәғлүмәтенсә, ул Бәлх провинцияһының Сәмән ауылынан булған[1],Шамсетдин әл-Мөҡәддәси иһә уны Сәмәрҡәнд янындағы Сәмән ҡышлағынан тип һанай. XVII быуаттағы Сәғдиә әҫәрендә уның ысын исеме Арҡуҡ тип атала, Фирғәнәлә тыуған, шунан үҙе Сәмән ауылына нигеҙ һалған тигән мәғлүмәт бирелә[2]. VIII быуат башында Хөрәсән губернаторы Әсәт ибн Абдаллаһ әл-Ҡасриға килә ( 723-727 идара итә). Сәмәнхоҙа ул ваҡытта Зороастризм инанысында була[3]. Мәгәр Әсәт ибн Абдаллаһ әл-Ҡасриҙың иманлылығы шундай ныҡ тәьҫир итә, ул Исламға күсә[4] һәм губернатор иҫтәлегенә улына ла Әсәт тип ҡуша.
Хәлифә әл-Мәмүн ғәрәптәргә ҡаршы баш күтәреүҙе баҫтырыуҙағы ярҙамдары өсөн (806—810 йыл), Сәмәндең улдарына ла, ейәндәренә лә 819 йылда Мәүерәннәһерҙең барлыҡ мөһим өлкәләренә идара итеү хоҡуғы бирә[5]
Шәжәрәһе
үҙгәртергәБахрам Гушнасп | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Мардансина | неизвестно | Бахрам Чубин | Гурдия | Гурдуя | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Нушрад | Михран Бахрам-и Чубин | Шапур | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Сиявахш | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тугмас | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Джутман | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Сәмәнхоҙа | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сомонийлар — Ҡалып:Книга:НЭУ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bosworth, Clifford Edmund. The New Islamic Dynasties: A Chronological and Genealogical Manual p. 162
- ↑ НЭУ, 2000—2005, Сомонийлар
- ↑ Dhalla, M. N. History of Zoroastrianism (1938) Part 6, Chapter XLIII
- ↑ Mohammad Taher, Encyclopaedic Survey of Islamic Culture, pg. 84
- ↑ Narshaki (trans. R. N. Frye), History of Bukhara, Pg 79