Сәмәкәй (Туҡай районы)
Сәмәкәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Сәмәкәй ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Сәмәкәй татар. Сәмәкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
326 человек (2008) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423881 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Урғуҙа йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығышҡа табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
үҙгәртергәСәмәкәй — ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1735 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә (Ҫарайлы-Мең улусына) ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә.
1896 йылда 3 бакалея кибете, 2 хужалыҡ магазины, ХХ быуат башында мәсет, мәктәп теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны, 1930 йылдан — Саллы районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Минзәлә районы, 1976 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда ир енесле 111 йән башҡорт һәм 6 йән типтәр; 1834 йылда — 363 башҡорт һәм 10 типтәр; 1848 йылда — 418 башҡорт; 1870 йылда — 799 башҡорт йәшәй[2][3].
1859 | 1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
306 | 799 | 1133 | 1462 | 1182 | 833 | 557 | 504 | 558 | 396 | 300 | 320 | 326 |
Инфраструктура
үҙгәртергәАуылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Игенселек үҫешкән[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 История башкирских родов. Минг. Том 17. Ч. 1 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 102—103. — 488 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 214—218. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.