Сәйфуллин Шамил Шакамал улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты

Сәйфуллин Шамил Шакамал улы (20 июнь 1920 йыл (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 1923) — 6 декабрь 1998 йыл[1]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты[2]. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Сәйфуллин Шамил Шакамал улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 20 июнь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Абҙаҡ, Мансур ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы
Вафат булған көнө 6 декабрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Абҙаҡ, Мансур ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө Элемтәсе ауылы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Шамил Шакамал улы Сәйфуллин 1920 йылдың (1923) 20 июнендә Башҡортостандың Учалы районының Абзаҡ (Аҙнаш) ауылында тыуа. 1940 йылда Учалы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 62-се гвардия кавалерия полкында элемтәсе булып хеҙмәт итә[3].

Дивизия штабы янындағы полк элемтәсеһе булараҡ, һөжүм итеү операциялары алыштарында көсөргәнешле хәрби шарттарҙа дивизия штабы һәм командир бойороҡтарын һәм теүәл ваҡытында еткерә. 1945 йылдың 25 апрелендә полк Бранденбург өсөн алышҡа инә. 1945 йылдың 26 апреленә ҡарай төндә Сәйфуллин полк командирынан хәрби хәрби задание ала. Төн һәм урман тулы немец һалдаттары төркөмө булыуға ҡарамаҫтан команда пунктына тиҙ бара; юлда уға ата башлайҙар, әммә быға ҡарамаҫтан команда пунктына пакетты ваҡытында алып барып еткерә. 1945 йылдың 2 майынан 3 майға ҡарай төндә Премниц ҡалаһы өсөн барған һуғышта телефон бәйләнеше булмай, бөтә алыш барышында бәйләнеш тик элемтәселәр аша башҡарыла. Сәйфуллин бер нисә тапҡыр ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып урман массивтары аша полктың команда пунктынан дивизия командирының команда пунктына бара һәм кире ҡайта.

1998 йылдың 6 декабрендә вафат була. Учалы районының Абзаҡ ауылында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә