Сыромятников Василий Степанович

Сыромятников Василий Степанович (14 август 1885 йыл — 20 март 1979 йыл) — рус совет рәссамы һәм педагог. Башҡортостанда профессиональ һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Сыромятников Василий Степанович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 август 1885({{padleft:1885|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Елдәр, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 март 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Vasily Syromyatnikov
 Сыромятников Василий Степанович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Степанович Сыромятников[1] 1885 йылдың 14 авгусында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең[2] Елдәр ауылында тыуған.

1912 йылда Ҡазан художество мәктәбен тамамлай[3] (педагог— Петербург художество академияһын тамамлаусы). Күпмелер ваҡыт туғандары Сызрань ҡалаһында йәшәй, гимназияла уҡытыусы булып эшләй. 1912 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

19161919 йылдарҙа — Өфө рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтенең күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының Өфө бүлексәһен ойоштороусыларының береһе. 1920 йыл1946 йылдарҙа — Өфө художество музейының (М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы) ғилми хеҙмәткәре, унда башҡорт халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен йыйыуға төп иғтибар итә.

XX быуат башында рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдеев, А. Тюлькин, А. Храмов, Ю. Блюменталь менән бергә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышындағы алыҫ райондарға экспедицияларға сыға. Василий Степанович экспедициянан рәсемдәр менән альбомдар алып ҡайта. Альбомда һәр рәсем — документ. Яуаплы кеше булараҡ, Сыромятников һәр һүрәт аҫтына үҙенең «В» монограммаһын ҡуя. Василий Степанович экспонаттың һүрәтен төшөрөп кенә ҡалмай, уны художество музейы йәки тыуған яҡты өйрнеү музейына алып ҡалырға тырыша. Сыромятников башҡорт орнаменттарын ихлас өйрәнә.

Тәүге тапҡыр башҡорт матди мәҙәниәте предметтарын кластарға бүлергә маташа.

1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы,

1939 йылда А. Лежнев, Тюлькин, И. Урядов менән бергә Мәскәүҙә Бөтә союз ауыл хужалығы күргәҙмәһен биҙәүҙә ҡатнаша (1972). Сыромятниковтың ижады рәссам булараҡ башҡорттарҙың көнкүрешен һәм мәҙәниәтен художестволы өйрәнеү менән туранан-тура бәйле — рәссамдың ижади бөтөнлөгө һәм күп яҡлылығы тураһында һөйләй.

В. С. Сыромятников башҡорттарҙың көнкүрешен һәм тәбиғәтен мәңгеләштергән тәүге рәссамдарҙың береһе.

Картиналары

үҙгәртергә

Сыромятниковтың төн һынлы сәнғәт әҫәрҙәре: этюд «Троицк соборы» 1915, «Башҡорт ҡыҙы», «Гости на женской половине» (несколько различных вариантов)[4] , «Улица в кочевье»[5] (все — 1928), «Девушка-башкирка в праздничном наряде», «Башкирский натюрморт», натюрморты «Башкирия» и «Башкирский мотив» (1974) һәм башҡорт орнаментының рәсемдәре өлгөһө альбомы — бөтәһе лә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана.

Индустриаль темаға картиналары: «Баймаҡ алтын-баҡыр заводы», «Белорет заводының прокат цехы», «Домна цехы».

Ауыл хужалығы темаһына картиналары: «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозының алдынғы тракторсыһы «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозының беренсе комбайнеры" йәки «Совхозда иген һаҡлау урыны», «Совхозда электростанция».

Төп эштәре: Татарский мотив, к. м., 1925. Серый день, х. м., 1925. Золото осени, х. м., 1926., Улица на кочевье, к. м., 1929. Вечер в кочевье, к. м., 1929. В этом доме жил В. И. Ленин, х. м., 1938., Мать-героиня, х. м., 1945. Кибитка, х. м., 1955. Старая новая Уфа, х. м., 1955—1975. Башҡорт халыҡ орнаменты һүрәттәре альбомы, биҙәк, бум. акв., 1925—1937 гг. «Свиноводство» — Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһендә «Башҡортостан» павильоны өсөн панно, 1939. Башкирский натюрморт, х. м., 1974.

Сыромятниковтың әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һәм шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

1916 йылдан — Өфө «Рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте» күргәҙмәһе ҡатнашыусыһы

Сыромятников — республика (1937), зона (1974), Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Боюз (1926), сит ил (1929, Сан-Диего, АҠШ) күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы. 1975 йылдан алып Өфөләге бөтә күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаша.

  • Башҡорт рәссамдары союзының республика күргәҙмәләре, Өфө, 1937—1954.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декада күргәҙмәләре, Мәскәү, 1955.
  • СССР халыҡтары сәнғәтенең юбилей күргәҙмәһе, Мәскәү, 1927.
  • «РСФСР-ҙың өлкән быуын рәссамдары» бөтә рәсәй күргәҙмәһе, Мәскәү, 1940.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 6, 10, 11. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
  • Э. П. Фенина: Башкирский Государственный художественный музей им. Нестерова. Путеводитель. Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.

• Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979

  • Башкирское народное искусство //Искусство, 1977, −1.
  • Янбухтина А. Я. Народные традиции в убранстве башкирского дома. Уфа. 1993.

Һылтанмалар

үҙгәртергә