Блюменталь Юлий Юльевич

Блюменталь Юлий Юлиевич (11 август 1870 йыл — 1944 йыл) — рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1907—1912 йылдарҙа Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 3‑сө саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы. Башҡорт профессиональ рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Блюменталь Юлий Юльевич
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 11 август 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Ҡазан, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1944
Вафат булған урыны Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө рәссам, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Петришуле[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Конституционно-демократическая партия[d]
Жанр пейзаж[d] һәм портрет[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Блюменталь Юлий Юльевич Викимилектә

Биография үҙгәртергә

Ю. Ю. Блюменталь[1] 1870 йылда Ҡазан ҡалаһында дворян ғаиләһендә тыуа. Немец, евангелие-лютеран динен тота. 1888 йылда Блюменталь Санкт-Петербургтың Петришуле гимназияһы бүлеген тамамлай. 1889 йылда Император художество академияһына уҡырға инә. Уның педагогы Н. Д. Кузнецов була.

1893 — 1894 йылдарҙа Блюменталь картиналары Художество академияһының көмөш миҙалы менән билдәләнә. «Раздумье» (1894) портреты өсөн Блюменталь өсөнсө класлы рәссам дәрәжәһен ала[2].

Бер үк ваҡытта ул сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1905 йылда — Бәләбәй өйәҙ земство идаралығы рәйесе итеп һайлана. 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы итеп Өфө губернаһынан һайлана, ул конституцион-демократик фракцияла ағза булып тора. Бөтә Рәсәй земство союзының Өфө губерна земство управаһында яралыларға ярҙам итеүсе вәкил, шулай уҡ Өфө ҡала думаһында гласный, Ваҡытлы комитет ағзаһы һәм бер үк ваҡытта Халыҡ азатлығы партияһының губерна комитеты рәйесе була.

 
Ю. Блюменталь. Автопортрет

1908 йылда депутат вәкәләтлеге ҡушыуҙарын үҙенән һалыуы тураһында белдерә, әммә һуңынан ғаризаһын ғәмәлгә яраҡһыҙ тип танып, партияла ҡалдырыуҙарын һорап, ғариза бирә. Ул аҙыҡ- түлек, ер, халыҡ мәғарифы, юлдар бәйләнеше комиссиялары ағзаһы була. тураһында. Закон проекттарына ҡул ҡуя: « Сауҙа-сәнәғәт хеҙмәткәрҙәрен ял менән тәьмин итеү тураһында», «Дон ғәскәре өлкәһендә земство тураһындағы положениены таратыу», «Енисей һәм Обь йылғаһы тамағындағы порто-франко тураһында», «Дондағы Ростовта округ судын булдырыу тураһында», «Дала өлкәләрендә ер төҙөү комиссияларын булдырыу тураһында», «Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен яллау тураһында», «Әстерхан губернаһында земство учреждениелары тураһындағы положениены таратыу тураһында», «Архангельск губернаһында земство үҙидаралығын индереү тураһында», «Ҡала һайлау законын үҙгәртеү тураһында», «Үлем язаһын бөтөрөү» тураһындағы закондарға ҡул ҡуя.

Депутатлыҡ вәкәләттәре срогы тамамланғандан һуң, Өфөлә йәшәй. 1913 йылда Блюменталь — рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, йәмғиәт үткәргән күргәҙмәләрҙең әүҙем ҡатнашыусыһы (1916—1917).

 
Ю. Блюменталь. Ярлы малай

Октябрь революцияһынан һуң Башҡорт дәүләт художество музейы директоры булып эшләй (1926—1935). Башҡорт театр-художество училищеһында уҡыта. (1926—1937).

Өфө рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе була һәм уның күргәҙмәләрендә ҡатнаша (1916-1917). 1924 йылдың 1 ғинуарында уның булышлығы менән «Художество музейы дуҫтары түңәрәге» ойошторола, уның уставы Башҡортостан Эске эштәр халыҡ комиссариаты тарафынан раҫлана («Власть труда» 13.04.1924 № 107).

 
Ю. Блюменталь. Портрет.

19261935 йылда Блюменталь — Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. Был вазифала музейҙағы профессиональ иҫәпкә һәм документацияға нигеҙ һала.

1926 — 1937 йылдарҙа Блюменталь Өфө театр-художество училищеһында уҡыта.

1928 йылда рәссам В. С. Сыромятников менән бергә[3] Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарына баш декоратив-ғәмәли сәнғәте өлгөләрен йыйып өйрәнеү һәм уның милли коллекцияһын булдырыу маҡсатында ойошторолған экспедицияларҙа ҡатнаша. Өфө ҡалаһы Октябрь революцияһы исемендәге Пролетар музейға был коллекцияларҙы ҡуйҙырыуҙа ҡатнаша (1919 йылдың 7 ноябрендә нигеҙләнгән). Ул туплаған биҙәү-ҡулланма сәнғәте материалдары Башҡортостан рәссамдары тарафынан милли әҫәрҙәр яҙғанда әүҙем ҡулланыла.

Экспедиция ваҡытында уның йыйған милли көнкүреш предметтары, рәсемдәре һәм ябай ҡәләм һәм акварель менән төшөргән зарисовкалары музейҙың 1939 йылда ойошторолған «Башҡорт мөйөшөндә» күргәҙмәгә ҡуйыла. 1929, 1954, 1994 йылда музейҙың исеме алмаштырылып тора. 1998 йылда музейға М. В. Нестеров исеме бирелә.

1937 йылда Блюменталь Калуга өлкәһенең Малоярославец ҡалаһына күсә. 1941 йылда ул «этник немец» булараҡ Ҡаҙағстан ССР-ына һөргөнгә ебәрелә. 1944 йылда Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе Кишелгә ауылында вафат була[4].

Блюменталь әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында һаҡлана.

Ижады үҙгәртергә

Ю. ю. Блюменталь — «Раздумье» (1894), «Әсә портреты» (1905), график биттәр «Трольберг» (1906), «А. И. Шингарев портреты» (1918), «Черданцев портреты» (1924), «Әсә портреты, м. х.» 1920, «Йәш татар ҡатыны портреты» (1932) әҫәрҙәренең авторы.

Уның иң һуңғы эштәре — «Ҡарт башҡорт» һүрәте, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре «Сәмсинур» һәм «Автопортрет».

Башҡортостан буйынса сәфәр ҡылыу һөҙөмтәһендә рәссам Блюменталь «Һыбайлы-башҡорт», «Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу» зарисовкаларын эшләй.

Блюменталдең төп эштәре: «Эңер» (1900), «Һуңғы ҡар» (1903), «Әсә портреты» (1905), «Инйәр заводы мотивы» (1928); график әҫәрҙәре: «Финляндия ярҙарынан» (1906, ҡағыҙ, акв.), «Башҡортостан күсмә урыны күренеше» (1928, ҡағыҙ, акв.) — М. В. Нестеров исемендәге Художество музейында өфөлә һаҡлана.

Күргәҙмә үҙгәртергә

  • «Император художество академияһының күргәҙмәләре» 1898, 1900, 1902 й.й.
  • «Рәссамдарҙың яңы йәмғиәте» күргәҙмәһе, 1904 й.
  • «Ҡала сите рәссамдары» Сан-Диего (АҠШ, Калифорния штаты)1929 йыл .
  • Өфө рәсем сәнғәтен яратыусылар йәмғиәте күргәҙмәһе, 1916, 1917, 1918 й.й.
  • АХРР бүлексәһенең күргәҙмәләре, 1925, 1926—1932.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Художество академияһының көмөш миҙалы (1893, 1894 й.й.).
  • Өсөнсө класлы рәссам дәрәжәһе (1894).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Четвертый созыв. М., 1913, с. 355;
  • Художники Советской Башкирии: Справочник. Автор-составитель Э. П. Фенина. Уфа, 1979;
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа, 1996;
  • Немцы России. Энциклопедия. Т. 1. М, 1999—2006.
  • Художники народов СССР. Биобиблиогр. словарь. Т.2. М., 1972.
  • РГИА (Российский государственный исторический архив). Фонд 1278. Опись 9. Дело 87.
  • История Уфы. Сб. ст., гл. 6. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
  • Каталоги выставок работ «Кружка любителей искусства», 1916—1919.
  • «Словарь русских художников», Москва, Эксмо, 2008, Э. Г. Коновалов.
  • Held, Herman. «Verzeichnis der Schueler und Schuelerinnen der Schulen zu St. Petri 1862—1912» — St. Petersburg: Buchdruckerei Trenke & Fusnot, 1913.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә