Суфия (исем)
Суфия — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ҡатын-ҡыҙ исем.
Этимологияһы
үҙгәртергәСуфия — «суфый, тыйнаҡлы»; «изге» мәғәнәләрен аңлатҡан ҡыҙ балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәСуфия Шәрифулла ҡыҙы Ҡорбанғәлиева(13 февраль 1949 йыл) — башҡорт артисы, уҡытыусы һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы.
Суяия Ғилман ҡыҙы Кусимова (5 март 1944 йыл) — ғалим-театр белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1973—1982 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында факультет деканы, 1983—1987 һәм 1992—2011 йылдарҙа кафедра мөдире. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1974), профессор (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2014).
Суфия Мирғәли ҡыҙы Китапова (12 ноябрь 1922 йыл — 24 декабрь 1997 йыл) — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре кандидаты (1959), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).
Суфия Фатих ҡыҙы Юлмәтова (2 ғинуар 1919 йыл — ?) — әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1981), профессор (1984). БССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү дәүләт университетын тамамлай (1941). «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы» баҫмаһы авторҙарының береһе (1966).
Архитектурала
үҙгәртергәСуфия (мәсет) халыҡ телендә Ҡантүк мәсете тип тә йөрөтөлә — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Ҡантүк ауылында урынлашҡан мәсет. Башҡортостан Республикаһының иң матур мәсеттәре иҫәбенә инә.
Айя Суфия (грек. Ἁγία Σοφία, полностью: Ναός τῆς Ἁγίας τοῦ Θεοῦ Σοφίας; төр. Ayasofya) — Истанбулдағы мәсет. 1935 йылда музей статусы ала. Хәҙерге көндә лә музей (төр. Ayasofya Müzesi). ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Элекке христиан храмы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |