Суринамда ислам
Суринамда ислам динен ил халҡының яҡынса 13,9%-ы тота.
Суринамда ислам | |
Дәүләт | Суринам |
---|---|
Суринамда ислам Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЛегенда буйынса Суринамға XVI быуатта европа колонизаторҙары тарафынан килтерелгән ҡол-африкалылар беренсе мосолман була, һуңынан улар христианлыҡ.диненә әйләндерелгән. Әммә Суринамда мосолмандар тик 1873 йылда ғына барлыҡҡа килгән тигән раҫланған факт бар. Улар Һиндостан, Пакистан һәм Афғанстандан Суринамға эшкә саҡырылып килтерелгән ялланған эшселәр була. 1890 йылда Ява утрауынан индонезия мосолмандарының миграцияһы башлана. Шулай уҡ афро-мосолман общинаһы барлыҡҡа килә һәм үҫешә. XX быуатта Суринамға башлыса Яҡын Көнсығыштан: Сүриә, Ливан һәм Фәләстиндән[1]аҙ һанлы иммигранттар килә.
Халыҡ һаны һәм таралыуы
үҙгәртергәМосолмандар Суринамда дин тотоусылар һаны буйынса өсөнсө урында тора. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса 2012 йылда Суринамдың мосолман халҡы ил халҡының 13,9 % -ын тәшкл итә, был көньяҡ америка континентындамосолмандарҙың иң юғары проценты булып тора. Ошондай уҡ һан Pew Research Center отчётында ла бар[2]. Мосолмандарҙың күпселеге Азия — Хәнәфи мәҙһәбе сөнниҙәре, шулай уҡ аҙ һанлы шиғыйҙар һәм ахмәдилек динлеләре. Суринамдың Әхмәҙи общинаһына Кейзерстрат мәсете ҡарай[3][4].
Суринам мосолмандары әүҙем гражданлыҡ позицияһында тора, улар Суринамдың Ислам ассоциацияһын булдырған, шулай уҡ мосолмандар бер нисә сәйәси партияла, мәҫәлән, Суринамдың прогрессив реформа партияһында[5] күрһәтелгәндәр.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәТик Суринам (1996 йылдан) һәм Гайана (1998 йылдан), ике ил, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка илдәренән Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы[6] ағза-дәүләте булып тора.
Суринамда 1946 йылда ойошторолған беренсе партия — Мосолман партияһы. Башҡа ике партия менән берләшеп 1949 йыл улар Суринамдың Прогрессив реформа партияһын ойоштора[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Религия в Суринаме
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ The Afghan Muslims of Guyana and Suriname . www.guyana.org. Дата обращения: 10 август 2017. Архивировано 6 декабрь 2010 года.
- ↑ The Future of the Global Muslim Population (ингл.). Pew Research Center (ғинуар 2011). Дата обращения: 7 март 2014. Архивировано из оригинала 11 февраль 2014 года. 2014 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ Opening of Canjie Mosque in Guyana -- The Canefield Ahmadiyya Culture Centre Mosque Opens . www.aaiil.org. Дата обращения: 10 август 2017. Архивировано 11 ноябрь 2011 года. 2011 йыл 11 ноябрь архивланған.
- ↑ Moskee [X 1984, Keizerstraat 88] (нид.). 10 август 2017 тикшерелгән.
- ↑ VHP Nederland . www.vhp-sn.eu. Дата обращения: 10 август 2017. Архивировано из оригинала 11 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 11 сентябрь архивланған.
- ↑ Organisation of Islamic Cooperation . www.oic-oci.org. Дата обращения: 10 август 2017. Архивировано 9 июнь 2017 года. 2017 йыл 9 июнь архивланған.
- ↑ E.G. Gonesh, Jagernath Lachmon Verbroederingspolitiek in Suriname, 2015 LM Publishers, Utrecht. .