Сурабая
Сураба́я (индон. Surabaya) — ҙурлығы буйынса Индонезияның икенсе ҡалаһы, Көнсығыш Ява провинцияһының административ үҙәге. Илдең төп порттарының береһе, мөһим иҡтисади һәм инфрастуктура үҙәге. Ява утрауы көнсығыш өлөшөнөң төньяҡ яры буйында, Мас йылғаһы Мадура боғаҙына ҡойған урында урынлашҡан.
Ҡала | |||||
Сурабая индон. Surabaya | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Регион | |||||
Провинция | |||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Майҙаны |
374,06 км² | ||||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге |
5 м | ||||
Халҡы |
3 282 156 кеше (2008) | ||||
Этнохороним |
сурабаец | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+62 31 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
surabaya.go.id (индон.) | ||||
Халҡы
үҙгәртергә2008 йыл аҙағына ҡарай Сурабаяла яҡынса 3,3 млн кеше йәшәгән. Ҡала халҡының 80%-ты — ява халҡы тәшкил итә, ҡалғандары — мадурҙар (яҡынса 7 %), ҡытайҙар (яҡынса 7 %) һ.б.
Ҡала халҡының барлығы тиерлек индонезия телендә ирекле һөйләшә, әммә көнкүрештә ява теленең төбәк диалекты киң ҡулланыла.
Сурабая халҡының 90%-тан ашыуы — мосолмандар. Шулай уҡ христиан (католиктар һәм протестанттар), буддизм, индуизм дин вәкилдәре бар. Сурабая ҡалаһында Индонезиялағы берҙән-бер синагога урынлашҡан, әммә хәҙерге ваҡытта йәһүдтәрҙең һаны тик бер нисә кеше генә тәшкил итә.
Климат
үҙгәртергәСурабаи климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 31,8 | 31,5 | 31,6 | 31,4 | 31,6 | 31,2 | 31,3 | 30,1 | 32,7 | 33,4 | 33,1 | 31,9 | 31,8 |
Уртаса минимум, °C | 24,1 | 24,2 | 24,0 | 24,8 | 24,1 | 23,5 | 23,0 | 22,5 | 22,9 | 23,7 | 24,1 | 23,8 | 23,7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 327 | 275 | 283 | 181 | 159 | 101 | 22 | 15 | 17 | 47 | 105 | 219 | 1751 |
Сығанаҡ: [1] |
Тарих
үҙгәртергәМаджапахит дәүләтен нигеҙләүсе Радэн Виджаи ғәскәренең монгол ханы Хубилайҙың отрядтарын еңгән көн — 1293 йылдың 31 майы — рәсми рәүештә ҡалаға нигеҙ һалынған көн тип иҫәпләнә.
Маджапахит ҡулъяҙмаларында, баҫҡынсыларҙы диңгеҙҙән яғынан һөжүм итеүсе акула (көнсығыш ява диалектында «sura»), ә ерҙәрен һаҡлаусы Ява халҡын крокодил (көнсығыш ява диалектында «baya») менән сағыштырғандар. Һөҙөмтәлә һуғыш яланы янында урынлашҡан порт торамаһы артынан Сурабая атамаһы нығына, ә алышҡа әҙерләнгән ике йәнлектең һүрәте һуңыраҡ ҡала гербын биҙәй.
XIII—XIV быуаттарҙа Сурабая ҡалаһы Маджапахита дәүләтенең төп порты, һәм шул уҡ ваҡытта Ява урауына исламдың һәм сит ил мәҙәни йоғонтоһо кереү үҙәге булып тора. XIV быуат уртаһында Маджапахита тарҡалғас, бойондороҡһоҙ солтанлыҡ барлыҡҡа килгән, 1530 йылда күрше Демак солтанлығы тарафынан баҫып алынған. XIV быуат аҙағында суверенитетын тергеҙә, ә 1625 йылда Матарам дәүләте тарафынан яулап алына.
XVII—XVIII быуаттарҙа Малай архипелагының ҙур өлөшөн әкренләп үҙенә буйһондороусы Нидерланд Ост-Һинд компанияһының йоғонтоһо Сурабаяла таралыу ала. 1743 йылдың 11 ноябрендә компания, Матарам хакимы Хаменгку Бувоно II менән килешеү төҙөп, рәсми рәүештә ҡаланы үҙенең контроле аҫтына күсерә.
Голландия колониаль хакимиәте осоронда порт, иҡтисади һәм административ үҙәк булараҡ Сурабаяның әһәмиәте үҫә бара. XX быуат башында ҡала сиктәрендә ҙур хәрби-диңгеҙ базаһы төҙөлә.
1917 йылда ҡала гарнизоны һалдаттары һәм портҡа теркәлгән караптар матростары араһында Социаль-демократик союзы етәкселегендә ихтилал күтәрелә. Ихтилал колониаль властар тарафынан ҡаты баҫтырыла.
1942 йылда, Нидерланд Ост-Һиндостаны территорияһы кеүек, Сурабая ҡалаһын Япония хәрби көстәре баҫып ала. 1944 йылдың аҙағында япон оккупация хакимиәте яғынан контроль кәмей барған һайын, ҡалала әүҙем милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрлеге әүҙемләшә. 1945 йылдың 25 октябрендә Сурабаяла, Бөйөк Британия ғәскәрҙәре килеп төшөүгә тиклем үк, ҡала тулыһынса тиерлек яңы иғлан ителгән Индонезия Республикаһы власын таныған төбәк ополчениеһы тарафынан контролдә тотолған.
Индонезия хәрби формированиелары ҡорал һалырға ҡаршы булғас, британ экспедицион корпус менән низағ килеп сыға. Был низағ тулы масштаблы хәрби хәрәкәттәргә әүерелә, инглиздәр Сурабаяны 10 көн буйы штурмлауы — уның кульминацияһы була. Һөҙөмтәлә ҡаланың күп өлөшө емерелә, төрлө фекерҙәр буйынса ҡала халҡының 20 меңгә тиклем кешеһе һәләк була. Штурмды башлау көнө — 1945 йылдың 10 ноябре — Индонезияла төп дәүләт байрамдарының береһе — Ҡаһармандар көнө булараҡ билдәләнә.
Индонезияла колониаль хакимиәтте тергеҙергә тырышып, голландтар ваҡытлыса Сурабаяны яулап ала, әммә 1949 йылғы килешеүгә ярашлы, ҡала, элекке Нидерланд Ост-Һиндостанының күп өлөшө һымаҡ, бойондороҡһоҙ Индонезия составына керә.
Иҡтисад
үҙгәртергәСурабая — әһәмиәте буйынса Джакартанан һуң Индонезияның икенсе индустриаль һәм эш үҙәге. Бында машина төҙөү, туҡыма етештереү, нефть эшкәртеү һәм химия сәнәғәтенең эре предприятиелары урынлашҡан. Хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм банк секторы үҫешкән. 1989—2007 йылдарҙа ҡалала Сурабая фонд биржаһы эшләгән.
Хәрби әһәмиәте
үҙгәртергәИндонезия бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Голландия колониаторҙары тарафынан төҙөлгән хәрби-диңгеҙ инфраструктураһы әүҙем файҙаланыла һәм үҫтерелә. 1950-се йылдар аҙағында Уджунг хәрби порты Индонезия Республикаһы менән Нидерланд араһындағы Көнбайыш Яңы Гвинея өсөн бәхәсте көс ҡулланып сисеүҙә төп терәк пункт була. Айырым әйткәндә, Сурабаяла Советтар Союзы тарафынан ебәрелгән караптар, һыу аҫты кәмәләре һәм хәрби техника йыйыла, шулай уҡ бында вице-адмирал Г. К. Чернобай етәкселегендә совет хәрби кәңәшселәрҙең һәм белгестәрҙең күп өлөшө урынлаша.
Хәҙерге ваҡытта Сурабаяла Индонезия Республикаһы Көнсығыш флотының штабы һәм иң эре базаһы, шулай уҡ хәрби-диңгеҙ көстәренең төп уҡыу йорто — Хәрби-диңгеҙ академияһы урынлашҡан.
Транспорт һәм инфраструктура
үҙгәртергәСурабаяның Танджунг Перак диңгеҙ порты йөк әйләнеше күләме буйынса Индонезияла икенсе урынды биләй (Джакартаның Танджунг Приок диңгеҙ портынан һуң).
Ҡаланан 20 км көньяҡтараҡ халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан. Сурабаяла бер нисә тимер юл станциялары бар, автомобиль юлдары үҫешкән. Бунгурасих автобус терминалы — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла иң эреһе тип иҫәпләнә.
Ҡаланы Мадура утрауы менән тоташтырыусы Сурамаду күпере — Индонезияла иң оҙон күпер булып тора, уның оҙонлоғо 5438 метр.
Мәғариф, мәҙәниәт, спорт
үҙгәртергәҠалала дүрт дәүләт һәм егерменән ашыу шәхси юғары уҡыу йорттары (иң ҙурыһы — Айрланг дәүләт университеты), бер нисә музей, театр бар. 2010 йылда рәсми рәүештә Бунг Томо исемеле ҡала стадионы асыла. Песербая төбәк футбол командаһы — Индонезияла иң көслө клубы, күп тапҡыр милли чемпионатта еңеү яулай.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә- Ҡаһармандарға һәйкәл
- Ампел һәм Ченг Хо мәсеттәре
- Зоопарк
- Мпу Тантулар музейы
- Боронғо Калимас порты
- Кья-Кья төнгө баҙары
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ worldweather.wmo.int . [ihttp://www.webcitation.org/69i2dgKJK Архивировано] 6 август 2012 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большая советская энциклопедия. М., 1968—78.
- Всемирная история. М., 1955—83.
- Бандиленко Г. Г., Гневушева Е. И., Деопик Д. В., Цыганов В. А. История Индонезии (в трех частях). М., 1992—93.
- Шауб А. К. «Нагаракертагама» как источник по истории раннего Маджапахита (1293—1365).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт городской администрации 2011 йыл 29 октябрь архивланған.
- Официальный сайт Восточного командования ВМС Индонезии 2007 йыл 3 ғинуар архивланған.