Сунтар улусы (районы) (саха Сунтаар улууһа) — Рәсәй Федерацияһының Саха Республикаһында (Яҡутстан) административ-территориаль берәмек (улус йәки район) һәм муниципаль берәмек (муниципаль район)

Сунтар улусы
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 9 ғинуар 1930
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Сунтар
Административ-территориаль берәмек Яҡут Республикаһы һәм Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы
Сәғәт бүлкәте YAKT[d]
Халыҡ һаны 22 352 кеше (2023)[1]
Майҙан 25 304 км²
Рәсми сайт mr-suntarskij.sakha.gov.ru
Урынлашыу картаһы
Карта
 Сунтар улусы Викимилектә

Административ үҙәге — Сунтар ауылы.

Географияһы

үҙгәртергә

Майҙаны — 57,8 мең км²

Улус Вилюй йылғаһының урта ағымында урынлашҡан. Сиктәш Төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта Нюрбин улусы, көнсығышта — Үрге Вилюй, көньяҡ-көнсығышта — Олёкминск, көньяҡ-көнбайышта —Лена, көнбайышта — Мирный улустары менән сикләшә.

Яҫы таулы рельеф. Улустың төньяғында —Вилюй платоһы, көньяғында — Лена буйы платоһы.

Муниципаль-территориаль ҡоролошо

үҙгәртергә

Сунтарский улусы (районда), ойошмалар сиктәрендә урындағы үҙидаралыҡ, шул иҫәптән 26 муниципаль берәмек статусы ауыл биләмәһе (наслег)[2][3]:

Милли составы

үҙгәртергә

Халыҡтың төп өлөшө — саха (92,5 %). Шулай уҡ бында : урыҫтар (5,0 %), эвендар (0,2 %), эвенктар (0,2 %) һәм башҡа милләттәр (2,1 %) йәшәй.

Тораҡ пункттар

үҙгәртергә

Сунтар улусы 39 тораҡ пункттан тора.

Улус менән бәйле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Попов Леонид Андреевич (1919, Наслег Арылахский — 1990) — саха совет яҙыусыһы.
  • Бессонов Георгий Евдокимович (1915—2005) — урта мәктәп уҡытыусыһы (Тойбохой ауылы), Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Кривошапкина Мария Афанасьевна (1981), бокс буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, ике тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәй чемпионаты (2012 йылда 1-се урын), бокс буйынса Европа кубогы чемпионы, профессионалдар араһында кикбоксинг буйынса донъя чемпионы.
  • Семёнов Григорий Трофимович (1903—1970) — совет геологы, Социалистик хеҙмәт геройы.

Палеонтология

үҙгәртергә

Тээтэ йылғаһы буйында, Сунтар улусы Хоро ауылы янында, аҡбур осоро башындағы динозаврҙар табылған (145—125 млн йыл элек). Аллозавр, целурозавр һәм дромеозавр, стегозавр[4] һәм камаразавр, хампозавр рептилияһы[5][6][7], терапсид Xenocretosuchus ҡалдыҡтары осраған. Шулай уҡ кимереүселәргә оҡшаш Cryoharamia tarda төрө асыҡлана[8][9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Оценка численности населения на 1 января 2023 года по муниципальным районам
  2. Закон Республики Саха (Якутия) от 30 ноября 2004 года N 173-З N 353-III «Об установлении границ и о наделении статусом городского и сельского поселений муниципальных образований Республики Саха (Якутия)»
  3. Перечень населённых пунктов, входящих в состав сельских и городских поселений Республики Саха (Якутия). Дата обращения: 31 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 27 июль 2013 года. 2013 йыл 27 июль архивланған.
  4. Pavel P. Skutschas et al. Wear patterns and dental functioning in an Early Cretaceous stegosaur from Yakutia, Eastern Russia, March 17, 2021
  5. Стегозавры местности Тээти Хоринского наслега Сунтарского улуса Республики Саха (Якутия) 2019 йыл 9 май архивланған.
  6. Сунтарозавры
  7. Динозавры в Якутии
  8. A new euharamiyidan mammaliaform from the Lower Cretaceous of Yakutia, Russia, 2020
  9. Новый род мезозойских млекопитающих нашли в сибирском «убежище»

Һылтанмалар

үҙгәртергә