Ҡаһарманов Ғәлиән Ғәйнетдин улы
Ҡаһарманов Ғәлиән Ғәйнетдин улы — башҡорт теле белгесе, педагог. 1946 йылда Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Уны, дипломлы һәм фән өлкәһендәге өмөтлө йәш белгесте, 1969 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә ебәрәләр. Ошо көнгә саҡлы ғалим шул уҡ йортонда хеҙмәт итә.
Ғәлиән Ғәйнетдин улы Ҡаһарманов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы, Үрген ауылы |
Ил |
СССР, Россия |
Ғилми даирәһе |
лексикология, терминология, башҡорт теле тарихы |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме |
доцент |
Ғ. Ғ. Ҡаһарманов башҡорт теленең лексикаһы буйынса студенттарға дәрестәр бирә, шул уҡ ваҡытта аспирантурала уҡыуын дауам итә. Ижтимағи-сәйәси терминологияны ентекле өйрәнеп, уның структур-семантик үҙенсәлектәрен асыҡлай. Башҡорт тел белгесе, ғалим З. Ғ. Ураҡсин етәкселегендә «Башҡорт әҙәби телендә ижтимағи-сәйәси терминологияның формалашыуы һәм үҫеше» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 170-тән ашыу фәнни һәм методик хеҙмәт авторы. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы.
Һылтанмалар
үҙгәртергәКагарманов Галиян Гайнетдинович 2016 йыл 4 март архивланған.