Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы
Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы (04.03.1912-) — тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (СДПИ) тәүге ректоры (1950—1956), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[1].
Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 март 1912 (112 йәш) |
Тыуған урыны | Ташауыл ауылы, Таймый ауыл Советы, Салауат районы |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХәйретдин Бәҙретдин улы Кинйәбулатов 1912 йылдың 4 мартында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Ташауыл ауылында тыуған.
Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә алған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[2].
Өфө ҡалаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алған.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1953 йылда тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлаған[3].
1950—1956 йылдрҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тәүге ректоры булған.
Башҡортостанд Республикаһының Үҙәк дәүләт тарих архивында һәм Йәмәғәт ойошмаларының үҙәк дәүләт архивында тарихсы-ғалим Х. Б. Кинйәбулатовтың докторлыҡ диссертацияһы яҡлау маҡсатында йыйылған материалдары һаҡлана.
Хәйретдин Бәҙретдин улы Кинйәбулатовтың был архивында ғаилә ағзаларының һәм туғандарының фотографиялары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы яҙыусылары һәм шағирҙарының: Ғөбәй Дәүләтшин, Сәғит Агиш, Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим, Нәҡи Иҫәнбәттең, композитор Заһир Исмәғилевтың фотографиялары һаҡлана.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Диссертацияһы
- «Колхозное крестьянство Башкирии в годы Великой Отечественной войны» (1953)
- вуз-ара йыйынтыҡтарҙа сыҡҡан мәҡәләләре
- «Трудовой подъем колхозного крестьянства Башкирии в годы Великой Отечественной войны» (1957)
- «Деятельность партийных организаций Башкирии по перестройке работы колхозов на военный лад» (1988)
- «Осуществление аграрной политики КПСС в Башкирской АССР»
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[4][5]
- миҙалдар
- Маҡтау грамоталары
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Путеводители по российским архивам. Ф. 10127, 49 ед. хр., крайние даты: 1929—1996. Оп. 1
- ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 25, ящик 4. Номер документа 84.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Кинзебулатов, Хай Бадретдинович. Колхозное крестьянство Башкирии в годы Великой Отечественной войны (автореферат диссертации на соискание ученой степени к.и.н., 1953
- Путеводители по российским архивам. Кинзебулатов X. Б.
- Память народа. Кинзябулатов Хайретдин Батретдинович
- Списки ветеранов. Кинзебулатов Хайретдин Бадретдинович
- Победители. ру. Кинзебулатов Хайретдин Бадретдинович
- [2](недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [1](недоступная ссылка)
- ↑ Память народа. Кинзябулатов Хайретдин Батретдинович
- ↑ Кинзебулатов, Хай Бадретдинович. Колхозное крестьянство Башкирии в годы Великой Отечественной войны (автореферат диссертации на соискание ученой степени к.и.н., 1953
- ↑ Память народа. Кинзябулатов Хайретдин Батретдинович
- ↑ ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 25, ящик 4. Номер документа 84.