Спирт

(Спирттар битенән йүнәлтелде)

Спирттар (лат. spiritus — еҫ, йән алкого́ли , ғәр. الكحولаль-кухуль  — порошок[1]) — туйындырылған углерод атомы бер йәки күберәк гидроксиль төркөмө (гидроксил, −OH) менән берләшкән органик берләшмә.

Иң ябай спирт метонол молекулаһы моделе

Спирттарҙы һыу (H−O−H) молекулаһындағы водород атомы функциональ органик төркөмгә R−O−H алышынған тип тә ҡарарға була.


ИЮПАК номенклатураһы буйынса, гидроксиль төркөм туйындырылмаған углерод атомы менән берләшкән осраҡта «енолы» ялғауы ҡушыла)[2] и «фенолы» (гидроксил связан с бензольным или другим ароматическим циклом)[3].

Спирттар тәбиғәттә киң таралған һәм тере организмдарҙа мөһим функцияларҙы башҡарыусы киң һәм күп төрлө органик ҡушылмалар класы булып тора . Спирттар органик синтез өсөн маҡсатҡа ярашлы продукт ҡына түгел, арауыҡта барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле химик матдәләр булыуы менән дә мөһим. Бынан тыш, спирттар сәнәғәт өсөн мөһим продукт булараҡ сәнәғәттә һәм көндәлек тормошта ҡулланыла .


Этимологияһы

үҙгәртергә

Алкого́ль һүҙе ғәр. الكحل‎ (al-kuḥl) — «порошок һымаҡ ҙөрмә» һүҙенән килеп сыҡҡан. Был төшөнсә алхимия заманында, матдәнең таҙа эссенцияһын алыу өсөн, химик матдәне порошокка тиклем ҡайтарыу ысулынан уҡ килә. Этил спирты шарап эссенцияһы булып тора, исеме лә шунан килеп сыҡҡан[1]. Рус теленә нем. Alkohol, нидерл. alkohol һәм порт., исп. alcohol телдәренән килеп ингән[4].

Рус теленә спирт һүҙе Петр I заманында инглиз телендәге spirit һүҙенән килгән. Был һүҙ үҙ сиратында латин телендәге spīritus  — «һулыш, йән»[5] тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан.

Спирттарҙың классификацияһы

үҙгәртергә
   
Бер нисә гидроксиль төркөм булған спирттар
Туйындырылған, туйындырылмаған һәм ароматик спирттар
   
Ациклик һәм циклик спиртар
Беренсел, икенсел һәм өсөнөсл спирттар

Спирттар түбәндәгесә класификациялана (йәйә эсендә миҫалдар)[6]:

  • Гидроскиль төркөм һаны буйынса:

— бер атомлы спирттар (метанол);
— ике атомлы спирттар (этиленгликоль);
— өс атомлы спирттар (глицерин);
— дүрт атомлы спирттар (пентаэритрит);
— күп атомлы спирттар (биш атомлы спирт: ксилит).

Спирттарҙы асыу тарихы

үҙгәртергә

Составында этанол булған иҫерткес эсемлек кешелек донъяһына күптән билдәле. 8000 йыл элек кешеләр әсегән емеш-еләктең йоғонтоһон белгән, һуңынан әсетеү ысулы менән емеш-еләктән, балдан иҫерткес эсемлектәр ҡойғандар[7]. Иртә неолит осоронда, Б.Э.Т 6500 — 7000 йылдарҙа уҡ ферментланған дөгө, бал, йөҙөм һәм башҡа емеш-еләк етештергәндәр, шарап етештереү хәҙерге Ҡытайҙың Хэнань провинцияһында Б.Э.Т 5400-5000 йылдарҙа уҡ билдәле булған. Был турала табылған археологик ҡаҙылмалар һөйләй[8].

Спиртты винонан беренсе мәртәбә ғәрәп химиктары VI—VII быуатта айырып ала. Спиртты айырып алыу ысулы фарси алхимигы Ар-Рази хәҙмәттәрендә лә бар[9]. Европала этил спирты әсеү продукттарынан Италияла XI—XII быуатта айырып алына[10].

Рәсәйгә спирт беренсе мәртәбә 1386 йылда килтерелә. «Аква вита» исеме менән спиртты генуэз илсәләре Бөйөк кенәз һарайына килтерә[11].

1661 йылда инглиз химигы Роберт Бойль ағасты ҡыуыу ысулы менән метанол спирты алыуға ирешә[12]. Рус химигы Т. Е. Ловиц уның һыуҙыға иремәһенән абсолют этил спиртын алыу ысулын өйрәнә[10][13].

1842 йылда немец химигы Я.Г. Шиль спирттарҙың гомологик рәте булыуы тураһында яҙа, әммә ул рәтте C2H2 тип яҙып яңылыша. Ике йылдан һуң химик Шарль Жерар дөрөҫ гомологик айырманы CH2 билдәләй һәм ул ваҡытта билдәһеҙ булған пропанол спирты булыуы тураһында яҙа][14]. 1850 йылда инглиз химигы Александр Вильямсон алкоголят реакцияһын тикшереп, этил спирты һыу молекулаһында бер водород атомы гидроксиль төркөмгә алышынған сығарылма булыуы тураһында яҙа һәм эксперимент ысулы менән C2H5OH формулынһын раҫлап ҡуя[15].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарии


  1. 1,0 1,1 Senning A. Elsevier's Dictionary of Chemoetymology. The whies and whences of chemical nomenclature and terminology. — Elsevier, 2007. — 434 p. — ISBN 978-0-444-52239-9.
  2. Enols (ингл.). IUPAC. Compendium of Chemical Terminology, 2nd ed. (the «Gold Book»). doi:10.1351/goldbook.E02124. Дата обращения: 2 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  3. Phenols (ингл.). IUPAC. Compendium of Chemical Terminology, 2nd ed. (the «Gold Book»). doi:10.1351/goldbook.P04539. Дата обращения: 2 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  4. Алкоголь // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  5. Спирт // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  6. Спирты / Фросин В. Н. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  7. John Roach for National Geographic News. 9,000-Year-Old Beer Re-Created From Chinese Recipe. Дата обращения: 9 март 2013. Архивировано 10 март 2013 года.
  8. Mousdale D. M. Biofuels: Biotechnology, Chemistry, and Sustainable Development. — Boca Raton: CRC Press, Taylor & Francis Group, 2008. — P. 1—2. — ISBN 978-1-4200-5124-7.
  9. Григорьева В. З. Водка известная и неизвестная. XIV-XX века. — Эннеагон Пресс, 2007. — С. 12. — ISBN 9785910510108.
  10. 10,0 10,1 Этиловый спирт // Химическая энциклопедия / Главный редактор H. C. Зефиров. — М.: Научное Издательство «Большая Российская Энциклопедия», 1999. — Т. 5. — С. 994—997. — ISBN 5-85270-310-9.
  11. Похлёбкин В.В. Терминология русских спиртных напитков в XIV – XV веках. История водки. vkus.narod.ru. Дата обращения: 25 август 2009. Архивировано 21 август 2011 года.
  12. Myers R. L. The 100 Most Important Chemical Compounds: A Reference Giude. — Greenwood Press, 2007. — P. 174. — ISBN 978-0-313-33758-1.
  13. Forbes R. J. A Short History of the Art of Distillation: From the Beginnings Up to the Death of Cellier Blumenthal. — Brill, 1970. — С. 107—108.
  14. Соловьев Ю. И. История химии: Развитие химии с древнейших времен до конца XIX в. Пособие для учителей. — 2-е изд., перераб. — М.: «Просвещение», 1983. — С. 32, 174-175, 240.
  15. Фигуровский Н. А. История химии: Учеб. пособие для студентов пед. ин-тов по хим. и биол. спец. — М.: «Просвещение», 1979. — С. 132, 145, 176.
  1. Спирты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Высшие жирные спирты (области применения, методы производства, физико-химические свойства) / Под редакцией С. М. Локтева. — М.: «Химия», 1970. — 329 с.
  3. Курц А. Л., Брусова Г. П., Демьянович В. М. Одно- и двухатомные спирты, простые эфиры и их сернистые аналоги. Учебные материалы. Органическая химия. ChemNet. Химический факультет МГУ (1999). Дата обращения: 10 июль 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  4. Маркизова Н. Ф., Гребенюк А. Н., Башарин В. А., Бонитенко Е. Ю. Спирты. — СПб.: «Фолиант», 2004. — 112 с. — (Токсикология для врачей). — ISBN 5-93929-089-2.
  5. Реутов О. А., Курц А. Л., Бутин К. П. Органическая химия. — 3-е изд.. — М: Бином. Лаборатория знаний, 2010. — Т. 2. — ISBN 978-5-94774-614-9.
  6. Спирты. Энциклопедия по охране и безопасности труда. Том IV. Раздел XVIII. Справочники. Обзор химических соединений. Институт промышленной безопасности, охраны труда и социального партнерства. Дата обращения: 27 декабрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә « :ru:спирт» мәҡәләһе бар