Соломатина Зинаида Фёдоровна

Соломатина Зинаида Федоровна (1921 — 1974) — совет хәрби һәм граждандар осоусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында «Як» самолетында 96 хәрби осош яһай. Демобилизациянан һуң Граждандар флотына күсә.

Соломатина Зинаида Фёдоровна
рус. Зинаида Фёдоровна Соломатина
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 сентябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Сухиничи[d], Козельск өйәҙе[d], Калуга губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 24 апрель 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (52 йәш)
Һөнәр төрө лётчик
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Зинаида Федоровна Соломатина 1938 йылдан ВЛКСМ ағзаһы. Һуғышҡа тиклем Осоавиахимда осоу менән шөғөлләнә. 1942 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия составына күсерелә. 1943 йылдың февраленән — һауа көрәшенә ҡаршы авиация оборонаһы частарында хеҙмәт итә. 586-сы истребитель авиация полкы осоусыһы вазифаһында була. Һаҡланыусы объекттарҙы, ғәскәрҙәрҙең күсеүен ышыҡлау, айырыуса мөһим Ли-2 самолеттарын оҙатыу өсөн хәрби осоштар яһай. Сталинград һәм Украина күгендә дошман самолеттары менән бер нисә алыш үткәрә. Хәрби заданиеларҙы бик яҡшы үтәгәне өсөн бер нисә тапҡыр рәхмәт хаттары ала, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1].

Демобилизациянан һуң З.Ф.Соломатина Граждандар һауа флотына эшкә күсә. Башта еңел самолеттарҙа ауырыуҙарҙы ташый, консеваланған ҡан һәм медикаменттар килтерә. Һуңынан, Юғары осоу әҙерлеге мәктәбен тамамлағас, ауыр ике моторлы һауа караптарын йөрөтә башлай. Граждандар һауа флоты пилоты Зинаида Федоровна Соломатинаның Тыуған ил мәнфәғәттәре өсөн фиҙаҡәр хеҙмәте 1960 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме менән билдәләнә.

Наградалары

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 34514941.