Совет майҙаны (Дондағы Ростов)
Совет майҙаны — Дондағы Ростов ҡалаһының үҙәк майҙандарының береһе[1]. Киров районында, Оло Баҡса урамы, Ворошилов проспекты, Социалистик урамы һәм Соколов проспекты киҫешкән ерҙә урынлашҡан.
Совет майҙаны площадь Дондағы Ростов | |
Ҡыҙыл армеецтар һәйкәле һәм Ростов өлкәһе Хакимиәте бинаһы | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил | |
Ҡала | |
Район | |
Элекке исемдәре |
Яңы Баҙар майҙаны |
картала |
Тарихы
үҙгәртергәАртабан Яңы Баҙар майҙаны исеме алған майҙан беренсе тапҡыр 1845 йыл планында билдәләнә. Ул саҡта унда «һалҡын ҡоролмалар»[2]урынлашҡан була. Ҡырым һуғышы тамамланғандан һуң майҙанда төҙөлөш башлана. 1860 йылда майҙандың периметры буйынса бер ҡатлы йорттар төҙөлә. Оло һәм Урта проспекттар буйлап сауҙа рәттәре урынлаша.
1891—1908 йылдарҙа майҙандың уртаһында Александр-Невский соборы төҙөлә, ул майҙандың төп архитектура идеяһы һәм композиция үҙәге булып тора. XX быуат башында майҙанда кирбестән сауҙа кибеттәре, магазиндар барлыҡҡа килә, ә Урта һәм Оло проспекттарҙа (хәҙер Соколов урамы һәм Ворошилов проспекты) сауҙагәрҙәр И. Гоц, К. Чернов, Г. Мельников-Езеков, С. И. Шендеровтың ир туғандары, Ахчиевтарҙың табыш йорттары төҙөлгән булған. 1913—1915 йылдарҙа майҙанда Дәүләт банкы бинаһы төҙөлә. 1929—1930 йылдарҙа Александр-Невский соборы һүтелә, унан һуң мөһабәт Дәүләт банкы бинаһы майҙандың төп архитектура идеяһына әүерелә[3]. 1929—1934 йылдарҙа майҙанда архитектор И. А. Голосов проекты буйынса конструктив стилдә Советтар Йорто бинаһы төҙөлә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында майҙандағы йорттарҙың күбеһе емерелгән. Дәүләт банкы бинаһы ғына һаҡланып ҡалған. 1947—1948 йылдарҙа М. И. Тараканов проекты буйынса майҙанда сквер төҙөлә. Һуғыштан һуңғы майҙанды реконструкциялау проекты, майҙан шул ваҡыттағы монументаль стилгә хас төҙөлә, тип фаразлай. Әммә 1955 йылда сыҡҡан «Проектлауҙа һәм төҙөлөштә артыҡлыҡтарҙы бөтөрөү тураһында» ҡарар был планға үҙгәрештәр индерә. Ростовтың баш архитекторы Я. А. Ребайн хәтерләй: «Бөтә раҫлау стадияһын үткән Советтар Йорто проекты үҙгәртелде, шул иҫәптән үҙәк манараһы алынды, ә бина үҙенең үҙенсәлеклеген һәм иғтибарҙы йәлеп итеү ҡеүәһен юғалтты…»[4].
1950-се йылдар аҙағында Совет майҙаны төҙөкләндерелә. Ул ҡаланың төп административ майҙанына әүерелә. 1972 йылда майҙан уртаһында Е. В. Вучетич ижад иткән «Беренсе атлылар монументы» урынлаштырыла.
-
Дәүләт банкы бинаһы -
Президенттың Көньяҡ Федераль округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһы -
Арыҫлан скульптураһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ребайн Я. А. Ростов-на-Дону. — М.: Государственное издательство архитектуры и градостроительства, 1950. — С. 31. — (Архитектура городов СССР).
- ↑ Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 133—134. — ISBN 5-8456-0489-3.
- ↑ Ребайн Я. А. Ростов-на-Дону. — М.: Государственное издательство архитектуры и градостроительства, 1950. — С. 20—22. — (Архитектура городов СССР).
- ↑ Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 225. — ISBN 5-8456-0489-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Площадь Советов 2017 йыл 30 март архивланған.
- История площади Нового Базара 2019 йыл 28 декабрь архивланған.