Советтар йорто (Дондағы Ростов)

1956

Административ бина
Советтар йорто
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ҡала Дондағы Ростов, Социалистик урамы, 110
Координаталар 59°51′08″ с. ш. 30°19′32″ в. д.HGЯO
Бина тибы Административ бина
Архитектура стиле совет конструктивизмы
Проект авторы И. Голосев В. И. Григор, В. И. Симонович
Төҙөлөшө 19351956 йылдар
Төп ваҡиғалар:
1956Восстановление после Великой Отечественной войны
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6130378000№ 6130378000

Советтар йорто — Дондағы Ростов үҙәге булған Киров районындағы Ростов өлкәһе хакимиәте урынлашҡан административ бина. Йорт совет конструктивизмы стилендә башҡарылған, 1930 йылдар башынан проектлана һәм төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Советтар йортоноң барлыҡ эштәре эшләнеп бөтмәгән була. Ремонт-тергеҙеү эштәре бары тик 1950 йылдар, ә фасадтарҙы биҙәү 1968 йылда ғына тамамлана. Ростов Советтар йортоноң дөйөм күләме 370 мең кубометр тәшкил итеп, уны Төньяҡ Кавказда иң ҙур төҙөлөш һәм Рәсәйҙең көньяғында иң ҙур административ ҡоролма итә.

Һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Советтар йорто Дондағы Ростовтың тарихи үҙәгендә, Советтар майҙанында урынлашҡан. Был үҙенсәлекле проектта 1000 бүлмә, конференциялар залы, ашханалар, почта, бөҙрәхана, буфеттар, типография һәм башҡа хеҙмәттәр ҡарала. Бина күсеү урыны, эске ихаталары булған 5-8 ҡатлы секциялар эшен күҙаллай. Уның үҙенсәлеге — конференц-залы булған цилиндр рәүешендәге корпусы булырға тейеш була. Әммә быны эшләп өлгөрмәйҙәр, тамамланған эштәр ҙә оккупация ваҡытында ныҡ зыян күрә. Һигеҙ ҡатлы йортһуғыштан һуңғы реконструкция барышында өлөшләтә иң башта планлаштырылған йөҙөн юғалта. Фасадтар быяланан булырға тейш булһа, улар кирбестән эшләнелә, һуңынан диуарҙары рельефлы ителә, бинаға ингән урында ҙур тура киҫелешле сығынтыларға ауыр тышҡы ишек ҡуйыла. Яңы фасад булды авторҙары — архитекторҙар Владимир Григор менән В. И. Симонович[1].

Ростов Советтар йортоноң проектын 1929—1934 йылдарҙа архитектор Илья Голосов эшләй. Дондағы Ростовта яңы төҙөлөш проекттары конкурсында И Голосов эскиздары икенсе урын ала. Административ корпус өсөн һайланған урында 1930 йылға тиклем Александр Невский ҡорамы ултыра. 1935 йылда яңы бинаға нигеҙ һалына[2]. Төҙөлөш яй бара һәм нигеҙҙә 1941 йылда ғына тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем биҙәү эштәре таммаланмай, шулай ҙа бина өлөшләтә файҙаланыла. Һуғыштан һуңғы осорҙа, ҡаланың средстволары булмауҙан файҙаланып, Оборона министрлығы Советтар йортон 80 процент файҙалы майҙанды алыу шартында немец әсирҙәре көсөн менән тергеҙергә тәҡдим итә. Ҡала килешергә мәжбүр була, шуға күрә лә хәҙер ҙә Дондағы Ростовтың абруйлы районында сәғәт заводы урынлашҡан. Бары Советтар йортоноң Оло Баҡса урамына фасады сыҡҡан ике ҡанатты һәм үҙәк сығынтыны ғына өлкә хакимиәте биләй[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Советский конструктивизм. Rostov-Region. Дата обращения: 17 февраль 2017.
  2. Максим Штаханов. Архитектура Ростова-на-Дону советского периода. Дата обращения: 17 февраль 2017.(урыҫ.). 17 февраль 2017 тикшерелгән.
  3. Вера Волошинова. Ростов-на-Дону: Дом Советов. Portalus. Дата обращения: 17 февраль 2017.(урыҫ.). Portalus. 17 февраль 2017 тикшерелгән.