Ворошилов проспекты
Ворошилов проспекты — Дондағы Ростов ҡалаһының үҙәк проспекттарының береһе.
Ворошилов проспекты Дондағы Ростов | |
Оло Баҡса урамы яғына ҡарай проспект күренеше | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Район |
Киров, Октябрь |
Элекке исемдәре |
Оло проспект, Оло Столыпин проспекты |
Оҙонлоғо |
2,4 км самаһы |
картала | |
Карта Google-да |
Географияһы
үҙгәртергәТөньяҡта проспект Гагарин майҙанына терәлә, көньяҡ осо менән Дон аша һалынған Ворошилов күперенә сыға.
Көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай йорттарҙың номерҙары арта бара.
Тарихы
үҙгәртергәПроспект совет хәрби етәксеһе, дәүләт һәм партия эшмәкәре Климент Ефремович Ворошилов хөрмәтенә аталған.
Элек урам Ҙур проспект тип аталған[1], ә 1912 йылда — Оло Столыпин проспекты тип[2], 1958 йылда Карл Маркс проспекты тип үҙгәртелә. Исеме Ворошиловтың шәхесенә йәбер башланғандан һуң үҙгәртелә. Был ваҡытта уның хөрмәтенә аталған күп урамдар һәм тораҡ пункттары исемдәрен алмаштыралар. 1970 йылда исемен яңынан Ворошилов проспекты тип үҙгәртәләр һәм бөгөнгө көнгә тиклем исеме башҡаса үҙгәртелмәне.
1941—1942 йылдарҙа проспектта Ростов һауа һөжүменә ҡаршы оборона дивизияһы районы штабы урынлаша, 1943 йылда ул Ростов һауа һөжүменә ҡаршы оборона корпусы районы тип үҙгәртелә[3].
Иғтибарға лайыҡ биналар һәм ҡоролмалар
үҙгәртергә- № 18/18 — «Рәсәй» страховкалау йәмғиәте йорто (1910-сы йылдар)[4].
- № 20/17 — М. В. Ширман йорто
- № 25/107 — В. М. Котляровтың табыш йорто
- № 28, литер а — А. М. Гордондың килем йорто (XIX быуат аҙаҡтары)
- № 29/83 — П. Д. Мухиндың табыш йорто, унда йәһүдтәрҙең шәхси уҡыу йорттары урынлашҡан була
- № 33/93 — С. И. Шендеровтың табыш йорто
- № 59/18 — ағалы-ҡустылы Ф. М. һәм М. М. Дутиковтарҙың мунса бинаһы
- № 105 — Н. А. Семашко исемендәге 1-се ҡала дауаханаһы
Транспорт
үҙгәртергәВорошиловский проспекты — Дондағы Ростовтың иң төп транспорт артерияһы, уның аша бик күп автобус маршруттары һәм бер троллейбус маршруты үтә.
Фотогалерея
үҙгәртергә-
Революцияға тиклемге открыткала Оло Столыпин проспекты
-
Оло проспект һәм Оло Баҡсы урамы саты, XX быуат башы
-
Перекрёсток Ворошилов проспекты һәм Оло Баҡсы урамы саты, XXI быуат башы
-
С. Шендеровтың табыш йорто
-
Дон дәүләт техник университет
-
Дондағы Ростовҡа ингән ерҙәге бина
-
"Европа" отеле
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Переименованные улицы Ростова-на-Дону
- ↑ Старые и современные названия ростовских улиц.(недоступная ссылка)
- ↑ Дивизионные районы ПВО 2013 йыл 28 июнь архивланған.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 28 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года.