Дәүләт банкы бинаһы (Дондағы Ростов)

1915

Иҫтәлекле урын
Дәүләт банкы бинаһы
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Соколов проспекты, 22а
Архитектура стиле неоклассицизм
Проект авторы Перетяткович Мариан Марианович
Төҙөлөшө 19131915 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

Дәүләт банкы бинаһы — 1915 йылда архитектор М. М. Перетяткович проекты буйынса Дондағы Ростовта төҙөлгән бина. Тәүҙә бында Рәсәй империяһы дәүләт банкының контораһы урынлаша. Хәҙерге ваҡытта уны Үҙәк банкының Ростов филиалы биләй. Дәүләт банкы бинаһы неоклассицизм[1] стилендә төҙөлә һәм мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].

 
Банктың иҫке бинаһы

XX быуат башында Дәүләт банкы контораһы Оло Баҡса урамы һәм Үҙәк (хәҙер Соколов проспекты) мөйөшөндәге ике ҡатлы бинала урынлаша. Майҙан етмәй башлағас, ул өҫтәмә биналарҙы ҡуртымға алырға мәжбүр була. Шул саҡта яңы бина төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә[3]. Дәүләт банкы бинаһының проектын архитекторы М. М. Перетяткович 1910 йылда уҡ эшләй. Тәүҙә смета иҫәбе һәм эш һыҙмаларын әҙерләү менән архитектор С. В. Попилин етәкселек итә, әммә ул тиҙҙән яйлылығы һөҙөмтәһендә эштән ситләтелә. Шул ваҡытта Перетяткович үҙенә ярҙамға Ростов граждан инженеры П. А. Тарачковты ала. Техник-консультант А. П. Бутков була[4].

1912 йылдың сентябрендә Перетяткович Дондағы Ростовҡа төҙөлөш эштәре менән дөйөм етәкселек итеү өсөн килә. Был ваҡыттабанктың иҫке бинаһы һүтелгән була[4]. Төҙөлөштө көҙөн башлау планлаштырыла, әммә ҡаты һалҡындар арҡаһында эш 1913 йылдың яҙына ҡалдырыла. 1913 йылдың 28 апрелендә тәүге таш һалыу тантанаһы үтә, төҙөлөш эштәре 1915 йылда тамамлана[5]. Бинаның фасады Яңы Баҙар (хәҙер Советтар сайҙаны) майҙанына сыға һәм 1930 йылда һүтелгән Александр-Невский ҡорамының миһрабына ҡарай.

Совет власы урынлашҡас, бина дәүләткә тапшырыла[6]. 1920 йылдарҙа Перетяткович проекты буйынса көньяҡ-көнсығыш ҡанат төҙөлә, унда хеҙмәткәрҙәрҙең фатирҙары урынлаша. Дәүләт банкы бинаһы майҙандың Бөйөк Ватан һуғышында иҫән ҡалған берҙән-бер объекты. Майҙанды тергеҙгәндә башҡа биналарҙың фасадтары ла неоклассицизм стилендә эшләнә[7].

1950 йылдарҙа фасадҡа ике башлы сәмреғош скульптура композицияһы урыныа СССР гербы ҡуйыла[7]. 1994 йылда йорт фасады реконструкциялана[8], уның барышында Дәүләт банкының кәрниз өҫтөндәге биҙәкле стенаһына тәүге геральдика композицияһы[7] һәм "Дәүләт банкы контораһы" тигән яҙыу кире ҡайтарыла.

Архитектураһы

үҙгәртергә
 
Оло Баҡса урамы яғынан күренеш

Цоколе булған өс ҡатлы бина П формаһынан ғибәрәт һәм Советтар майҙанында өҫтөнлөклө булып тора[7]. Цоколь һәм беренсе ҡат руст менән эшләнгән,икенсе һәм өсөнсө ҡаттар штукатурланған. Төп ишектәр йөҙлөктәр һәм өсмөйөшлө сандриктар менән, беренсе ҡаттың тәҙрә уйымдары - люнеттар, икенсеһенеке йоҙаҡ таштары менән биҙәлә[9]. Ҡеүәтле ун колонналы Тоскана ордеры портиклы фасад мөһәбәт фронтон менән тамамлана. Колоннада өҫтөндәге аттик Рим аллаларының һындары ҡуйылған скульптура төркөмө, ике башлы сәмреғош һәм байраҡтар менән биҙәлә. Беренсе һәм икенсе ҡаттар рельефлы билбау менән айырыла, ул колонналарға терәү тип аңлатыла[8]. Бинаны шулай итеп ике ярусҡа бүлеү уның масштабын ҙур итеп күрһәтә[10].

Бинаның үҙәк өлөшөндә операциялар залдары урынлашҡан: беренсе ҡатта - бер төҫлө, икенсе һәм өсөнсө ҡатта - ике төҫлө. Залдарҙың ҡабырғаларындағы баҫҡыстарҙан эш биналарына коридорҙар үтә[10]. Дәүләт банкыһы бинаһын Санкт-Петербург архитектура-төҙөлөш университеты профессоры П. И. Дмитриев проекты буйынса эшләнгән ике көмбәҙ тамамлай[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Г.В. Есаулов. Традиции классицизма в архитектуре Юга России (XVIII–начало XX веков). niitag.ru. Дата обращения: 26 июль 2013. Архивировано 6 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 4 декабрь архивланған.
  2. Памятники регионального значения, находящиеся на учёте в Администрации Ростовской области на 1 января 2009г. voopiik-don.ru. Дата обращения: 26 июль 2013. Архивировано 6 сентябрь 2013 года.
  3. Швецов С. Д. На высоком донском берегу: Очерки из прошлого Ростова. — Ростов, 1982. — С. 72—74.
  4. 4,0 4,1 Волошинова Л. Ф. Творения московских и петербургских зодчих в Ростове-на-Дону. — Ростов-на-Дону: «Новая книга», 2002. — С. 53—62. — ISBN 5-86692-216-9.
  5. Проект и строительство конторы Госбанка. math.rsu.ru. Дата обращения: 30 июль 2013. Архивировано 6 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
  6. Татьяна Степаничева. Улица Садовая. mebel-ug.ru. Дата обращения: 29 июль 2013. Архивировано 6 сентябрь 2013 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Площадь Советов. math.rsu.ru. Дата обращения: 27 июль 2013. Архивировано 6 сентябрь 2013 года. 2017 йыл 30 март архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 Кукушин B. C. Русский классицизм // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
  9. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 159—166. — ISBN 5-8456-0489-3.
  10. 10,0 10,1 Проект и строительство конторы Госбанка. grants.rsu.ru. Дата обращения: 30 июль 2013. Архивировано 6 сентябрь 2013 года. 2018 йыл 18 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә