Беренсе атлылар монументы

«Беренсе атлылар монументы»Дондағы Ростов ҡалаһында урынлашҡан һәйкәл, авторы скульптор Вучетич Евгений Викторович[1]. 1972 йылда Советтар майҙанының уртаһында ҡуйылған. 1920 йылда Ростовты аҡ гвардеецтарҙан азат иткән Граждандар һуғышы геройҙарына арналған[2]. Һәйкәл төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3].

Файл:Монумент Первоконникам.jpg
Вучетич Евгений Викторович
Беренсе атлылар монументы, 1972
Дондағы Ростов, Советтар майҙаны

Һүрәтләнеш

үҙгәртергә
  Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100061000объект № 6100061000

Һәйкәлдең скульптура төркөмө Вучетич Евгений Викторович тарафынан эшләнгән, архитектура өлөшө Ловейко Иосиф Игнатьевич, Ребайн Ян Андреевич һәм Л. Л. Эберг проекты буйынса эшләнгән[2]. Памятник изготовлен в характерном для скульптора тяжёлом монументальном стиле[4]. Ҙур гранит постаментта ҡындан һурылған ҡылыс тотҡан кавалерист саба. Уның мөһабәт аты үрә баҫып тора һәм алға йүнәлгән. Унан һулда атакаға барыусы ҡыҙылармеец һыны. Уң яҡта — граната ташлаусы яралы матрос. Һәйкәл постаментында — 1-се Атлы армия һуғыштары һүрәтләнгән сюжетлы композициялар. Ауыр, мөһабәт һәйкәл Ҡыҙыл армияның граждандар һуғышында еңеүенә ныҡлы ышанысты кәүҙәләндерә[2].

 
монументтағы табличка

Вучетич оҫтаханаһында эшләнгән һәйкәлде иң тәүҙә Волгоградта ҡуйырға һәм Царицынды ҡурғауға арнарға уйлайҙар. Ләкин был проекттан баш тарталар, һәм шул саҡ скульптор уны Ростовта 1920 йылда ҡаланы аҡ гвардеецтарҙан азат итеү иҫтәлегенә ҡуйырға тәҡдим итә[4][5][6]. Өлкә башҡарма комитеты бинаһы алдында ҡуйылған Беренсе атлылар монументы, 1972 йылдың 30 апрелендә, күп һандағы халыҡ ҡатнашлығында, тантаналы рәүештә асыла[2].

Үҙгәртеп ҡороуҙан һуң һәйкәл уның түбән художество кимәле һәм емертелгән Александр-Невский соборы урынына ҡуйылғаны өсөн тәнҡиткә дусар була башлай[1]. 1996 йылда казактарҙың талабы буйынса һәйкәлдән[4] «1920 йылда Дондағы Ростовты аҡ гвардеецтар бандаһынан азат итеү хөрмәтенә төҙөлгән» тигән яҙыулы таҡтаташты алалар[7]. Ат скульптураһының күкәйҙәре тәбиғи булмаған ҙур, шул арҡала һәйкәл шаяртыуҙар һәм ҡала уйҙырмалары объекты була[5]. Шаяртыуҙар өсөн тағы ла бер сәбәп булып Көньяҡ федераль округта Рәсәй Федерацияһы президентының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһы яғына граната ырғытыусы матрос тора[4][8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Людмила Волошина. Площадь Советов. math.rsu.ru. Дата обращения: 3 август 2013. 2017 йыл 30 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Андрианов В. И., Терещенко А. Г. Памятники Дона. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1981. — С. 86.
  3. Памятники регионального значения, находящиеся на учёте в Администрации Ростовской области на 1 января 2009г. voopiik-don.ru. Дата обращения: 26 июль 2013.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Сергей Иваненко Война с памятниками? // Ростов официальный. — 2005. — № 16 (543).
  5. 5,0 5,1 Городские легенды Ростова. АиФ Ростов (12 март 2012). Дата обращения: 3 август 2013.
  6. Валерий Посиделов Каменное прошлое и будущее // Ростов официальный. — 2007. — № 39 (670).
  7. Наталья Крюкова Коммунисты донской столицы отдали дань памяти героям Гражданской войны. Правда. Дата обращения: 3 август 2013. Архивировано 4 август 2013 года.
  8. Юлия Банишевская. Самые нелепые памятники Ростова. Комсомольская правда (16 февраль 2006). Дата обращения: 4 август 2013.