Скребов Николай Михайлович
Скребов Николай Михайлович (24 сентябрь 1932 йыл — 3 март 2015 йыл) — рус совет шағиры, яҙыусы, радиожурналист, тәржемәсе. СССР Журналистар союзы (1959), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1962). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996).
Николай Михайлович Скребов | |
Файл:Скребов Николай Михайлович2.jpg Николай Михайлович Скребов | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: |
1951-2015 |
Жанр: |
шәғриәтә, проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
рус |
Дебют: |
1951 |
Биография
үҙгәртергәСкребов Николай Михайлович Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында 1932 йылдың 24 сентябрендә тыуа. 1956 йылда Киев университетында журналистика факультетын тамамлай.
Артабан Николай Скребов төрлө урында төрлө вазифаларҙа эшләй: Ростовтың «Ленинское знамя» (1956—1957), «Молот» (1957—1961) гәзиттәрендә, «Дон» журналында (1961—1965), Ростов телевидениеһында (1965—1967), Ростов яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант (1968—1969), Ростов КПСС өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге инструкторы (1969—1974), «Молот» гәзитенең бүлек мөдире (1974—1976), «Дон» журналының баш мөхәррире урынбаҫары (1976—1979), РСФСР Яҙыусылар союзының Ростов бүлексәһе рәйесе урынбаҫары (1979—1981), Ростов өлкә телерадиокомитетының өлкән мөхәррире (1981—1992), Ростовтың «Дон-ТР» дәүләт телерадиокомпанияһы радиотапшырыуҙар студияһының баш мөхәррире (1992).
Университетты тамамлағандан һуң, Каменская өлкәһендә, һуңынан Дондағы Ростовта йәшәй. 2015 йылдың 3 мартында вафат була. Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнгән.
Ижады
үҙгәртергә1951 йылда уның тәүге айырым шиғырҙары баҫыла, ә тәүге «Любимый цвет» шиғырҙар йыйынтығы 1961 йылда нәшер ителә.
Шиғырҙарында ул атаһы, шахтерҙар, тиңдәштәре һәм яугирҙар тураһында яҙа. Уның ижадында бәләкәй шиғри жанрҙар ҙур урын биләй, уға күңелендәген асып һөйләү лирикаһы, тәржемә хас, шиғри түңәрәктәрҙә ул сонеттар оҫтаһы тип һанала[1]. Журналистика эше менән булышыу Н. Скребовты очерк жанры, рецензия, эссе һ. б. яҙыуға ылыҡтыра.
Ул төрлө йәштәге балалар өсөн «Только вместе» (1964), «Толстопятые друзья» (1966), «Под неспокойной звездой» (1971) китаптарын яҙа.
Н. Скребов шулай уҡ Төньяҡ Кавказ, Украина, Болгария шағирҙарының шиғырҙарын тәржемәләү менән дә шөғөлләнә. Журналист ҡатын Н. Пачева менән берлектә Николай Скребов болгар яҙыусыһы Николай Мизийскиҙың өс «Желтая маска», «Трио „Тринидад“», «Я на Марсе» повестарын тәржемәләй.
Ростов йәш тамашасы театрында Н. Островскийҙың «Рожденные бурей» һәм Н. Мизийскиҙың «Желтая маска» әҫәрҙәренең спектакле Н. Скребов яҙған инсценировка буйынса ҡуйыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәКитаптары
үҙгәртергәӘҙәбиәт эшмәкәрлеге менән булышыу йылдарында Н. Скребовтың егерменән ашыу шиғри йыйынтыҡтары нәшер ителә, шулар араһында[2]:
- Любимый цвет. Стихи. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1961.
- Пристрастие. Книга стихов. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1964.
- Только вместе. Стихи для детей. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1964.
- Толстопятые друзья. Стихи для детей. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1966.
- Стихи (в серии «Донская поэзия»). — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1967.
- Эпоха бережной любви. Книга стихов. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1968.
- Корень добра. Стихи. — М.: «Советский писатель», 1970.
- Под неспокойною звездой. Стихи. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1971.
- Сентябрь. Лирика, поэмы, переводы. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1973.
- Южная вьюга. Книга стихов. — М.: «Советский писатель», 1976.
- Тысяча ударов сердца. Лирика разных лет. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1977.
- Родство. Стихи. — М.: «Современник», 1979.
- Хроника счастья. Стихи и поэмы разных лет. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1982.
- Будничные праздники. Книга стихов. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1986.
- Тетрадь сонетов. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1990.
- Гребень равнины (в серии «Поэты России»). — Ростов-н/Д: ООО «Книга», 1996.
- Тихие вихри. Сонеты. — Ростов-н/Д: МП «Новая книга», 2000.
- Меты. Стихи. — Таганрог: изд-во Ю. Д. Кучма, 2002.
- Приватный календарь. Лирика разных лет. — Таганрог: изд-во Ю. Д. Кучма, 2003.
- Период. Стихи недалёких годов. — Ростов-н/Д: «Признание», 2007.
- Когда. Стихи. — Таганрог: изд-во Ю. Д. Кучма, 2007.
- Оттенки отзвука (в серии «Поэты России»). — Ростов-н/Д: МП «Новая книга», 2007.
- Оттенки отзвука. Лирический ретроспектр. — Таганрог: «Нюанс», 2009.
- Осени меня, осень. Стихи (в серии «32 полосы»). — Таганрог: «Нюанс», 2010.
- Близко к сердцу. Признательные показания (в серии «32 полосы»). — Таганрог: «Нюанс», 2010.
- Мнимые сонеты (в серии «Свободный микрофон»). — Таганрог: «Нюанс», 2011.