Дондағы Ростовтың академия драма йәштәр театры

Дондағы Ростовтың академия драма йәштәр театры (РАМТ) (элекке Ленин комсомолы исемендәге Ростов йәш тамашасылар театры) — Дондағы Ростов ҡалаһындағы театр.

Дондағы Ростовтың академия драма йәштәр театры (РАМТ)
Элекке исеме

Ленин комсомолы исемендәге Ростов йәш тамашасылар театры

Эшләй башлаған

1930

Урынлашҡан

Дондағы-Ростов

Етәкселәре
Директоры

Карина Олеговна Сердюченко [1]

Баш режиссёр

Михаил Васильевич Заец

Баш балетмейстер

Оксана Владимировна Зиброва

Ссылки

www.svoboda-3.ru

 Дондағы Ростовтың академия драма йәштәр театры (РАМТ) Викимилектә

Театр тарихы

үҙгәртергә
 
Нахчиван ҡала театры бинаһы революцияға тиклемге открыткала
 
Ҡала театрының 1899 йылғы афишаһы

1894 йылдың 30 мартында Нахчиван драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте ағзалары ҡала думаһына «Ҡала йәмәғәт учреждениелары бинаһын төҙөү һәм унда театр залын һәм урындағы коммерция клубын урынлаштырыу» үтенесе менән мөрәжәғәт итәләр. Думаның Гласныйы ҡала архитекторы Николай Дурбахҡа театрҙың проектын эшләргә ҡуша. Театр бинаһын төҙөү дүрт йыл да ике айға һуҙыла. 1899 йылдың 16 декабрендә уны асыу тантанаһы була[2], ә интерьерын биҙәкләү тик 1907 йылға ғына тамамлана[3]. Беренсе спектаклдә билдәле театр эшмәкәре Синельников Николай Николаевичтың труппаһы уйнай. Тамашасыларға инеш өлөштә постановка-аллегория һәм Л. Н. Толстойҙың 4 шаршаулы «Мәғрифәтселек емештәре» комедияһы тәҡдим ителә[4].

1930 йылда Ростов йәш тамашасы театры һәм эшсе йәштәр театры (ТРАМ) ойошторола. Театр эшләгән йылдарҙа түбәндәге труппалар эшләне:

  • Яңы-Нахчиван театры
  • Эшселәр театры
  • Эшсе йәштәр театры (1929—1941?)
  • Комедия театры (1945?—1957)
  • Ленин комсомолы исемендәге йәштәр драма театры (1957—1964)
  • Йәш тамашасылар театры (1964—1996)
  • Йәш тамашасылар академия театры (1997—2000)
  • 2001 йылдан алып — Ростов өлкә академия йәштәр театры[3].

Йәш тамашасылар театры 1964 йылда төҙөлә. Йәш тамашасылар театры спектаклдәре бөтә союз һәм бөтә Рәсәй фестивалдәре дипломдарына лайыҡ була. 1997 йылда Йәш тамашасылар театры академия театры исеме алды. 2001 йылда уның исеме Ростов өлкәһе академия йәштәр театры тип үҙгәртелә[5]. Театрҙа Хайкин Артур Юзефович, Ерёмин Юрий Иванович, Гвоздков Вячеслав Алексеевич, Серебренников Кирилл Семёнович һәм башҡалар кеүек билдәле режиссерҙар үҙҙәренең спетаклдәрен ҡуялар[4]. 1980 йылдан 1984 йылға тиклем театр менән режиссёр Вячеслав Алексеевич Гвоздков етәкселек итә[6]. 1985 йылда театрҙы Чигишев Владимир Борисович етәкләй[7].

1989 йылдан башлап театр базаһында балалар һәм йәштәр өсөн «Минифест» халыҡ-ара театр фестивале үткәрелә башлай. Режиссёр Серебренников Кирилл Семёнович театр сәхнәһендә «Себастьян баҡсаһы», «Тәмәке һауытындағы ҡаласыҡ» (1995), «Иблис», «Мин ресторан эргәһендә баҫып торам» (1996), «Өйләнеү» (1997) спектаклдәрен ҡуйҙы.

Бинаның архитектураһы

үҙгәртергә

Ростов өлкәһе академия йәштәр театры бинаһы барокко, ренессанс һәм классицизм стилдәренең ҡушылмаһы өлгөһө[8]. Ул ҡатмарлы структуралы. Бөтә периметры буйынса ҡыйғастары булған өсмөйөшлө фронтон Коринф ордеры стилендәге дүрт колоннаға таяна. Фронтондың биҙәкле яғында картуш ҡуйылған. Ике ҡатының да тәҙрәләре өҫтән ярымтүңәрәк формаһында, икенсе ҡаттағы тәҙрәләр өҫтөндә йәйә сандрик (ҙур булмаған кәрниз, декоратив биҙәк) бар. Бинаның биҙәкле горизонталь һыҙаты нәзәкәтле сәскәле биҙәктәргә бай. Ҡабырғалағы сығынтылары ярымколонналар һәм һылап яһалған биҙәктәр менән биҙәлгән. Үҙәк лоджия өс яҡтан фигуралап яһалған рәшәткә менән кәртәләнгән. Театрҙың беренсе ҡаты дүртмөйөшлө таштар менән көпләнгән. Театр фойеһы, тәҙрә ҡорғаны һәм биҙәү йыһазы рәссам И. И. Крылов тарафынан биҙәлгән[9]. Театрҙың тамаша залының акустикаһы бик яҡшы. Уның стеналарын төҙөгәндә боронғо ысул ҡулланылған — түшәм аҫтында керамик һауыттар залға ҡарай асылған ауыҙы менән көпләп ҡалдырылған. 650—700 урынлыҡ өс яруслы зал эскә батҡан ярымтүңәрәк формаһында, был тамашасының сәхнәгә яҡын булыуын тәьмин итә. Залдың иҙәне домкраттар ярҙамында горизонталь торошҡа килтерелә ала. Был ҙур байрам кисәләре һәм башҡа күп кеше ҡатнашҡан күңел асыу саралары үткәргәндә ҡулланыла. 1983 йылда башланған яңыртып ҡороу арҡаһында дөйөм майҙаны ике тапҡырҙан күберәккә арта: етештереү цехтары, грим һалыу һәм кейенеү-яһаныу бүлмәһе, бәләкәй һәм эксперимент эшләү сәхнәһе өсөн биналар төкәтеп һалына[4].

Рок-группа

үҙгәртергә

Театрҙың үҙенсәлектәренең береһе булып Йәштәр театры сәхнәһендә 1987 йылдан алып уйнаусы штаттағы «3-сө йүнәлеш» Рок-группаһы тора. Был группа «Эттәр» рок-драмаһы ваҡытында үҙен баҙыҡ танытты. Әлеге ваҡытта группа составына ике театр композиторы Екимов Алексей (баҫмаҡлы) һәм Маслов Геннадий Александрович (баҫмаҡлы, 2013 йылдың ҡышында вафат булды), улар театр спектаклдәре өсөн бөтә музыканы тиерлек яҙалар, шулай уҡ Александр Машинистов (бас-гитара), Эдуард Латыпов (һуҡма) һәм Алексей Дубровин (гитара) инәләр.

Театр труппаһы

үҙгәртергә

Театрҙың хәҙерге труппаһы

үҙгәртергә
  • Ануфриев Владимир Валерьевич (2012-…)
  • Багина Мария Михайловна (2016-…)
  • Беланов Сергей Васильевич (1999-…)
  • Блинова Ирина Владимировна (1981-..)
  • Вернигоров Борис Николаевич (2008-…)
  • Волженская Арина Николаевна (2016-…)
  • Воробъев Владимир Яковлевич (1982-…) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Гайдаржи Александр Витальевич (2014-…)
  • Гузенко Сергей Александрович (2016-…)
  • Гуревнин Сергей Константинович (1992-…)
  • Зайцева Анжелика Федоровна (2007-…) Бурятияның атҡаҙанған артисы
  • Зиброва Оксана Владимировна (2005-…) Театрҙың балетмейстер-ҡуйыусыһы
  • Зуев Дмитрий Львович (1986-…)
  • Исквоина Валерия Владимировна (1984-…) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Кусков Вячеслав Владимирович (1994-…)
  • Костряков Петр Маратович (2014-…)
  • Лобанова Маргарита Александровна (1965-…)Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Лысенкова Светлана Борисовна (1993-…)
  • Мелентьева Людмила Анатольевн (2007-…)
  • Меринов Роман Александрович (2001-…)
  • Овчинников Евгений Геннадьевич (2007-…) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Пащенко Раиса Андреевна (1970-…)
  • Пономарева Елена Евгеньевна (2014-…)
  • Садиков Жалиль Шамилевич (1993-…)
  • Салимов Бари Суфарович (2016-…)
  • Семикопенко Александр Семенович (2010-…) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Соколова Ксения Юрьевна (2014-…)
  • Соловьев Александр Александрович (2015-…)
  • Филатов Юрий Юрьевич (1988-…) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Ханжаров Николай Мигдатович (1989-…) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Хотеенкова Инна Владимировна (2016-…)
  • Хотенков Александр Владимирович (2014-…)
  • Цыганок Эльвира Павловна (2002-…)
  • Щелокова Ольга Викторовна (1980-…) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Чумакина Юлия Евгеньевна (2014-…)


Хәҙерге репертуар

үҙгәртергә

(планда бар)

Театрҙа эшләнеләр

үҙгәртергә
  • Бушнов Михаил Ильич (1951—1962)
  • Жигунов Сергей Викторович (1980—1981)
  • Лелянова Лариса Олеговна (2007—2011)
  • Ливанов Аристарх Евгеньевич
  • Мартиросьян Георгий Хачатурович
  • Михолап Таисия Сергеевна
  • Самохина Анна Владленовна (1982—1989)
  • Чиндяйкин Николай Дмитриевич (1968—1973)[10]
  • Шанаурин Вадим Валерьевич

Элекке йылдарҙағы ҙур уңышҡа өлгәшкән постановкалары

үҙгәртергә
  • 1971 йыл — «Өлкән ул», Вампилов Александр Валентинович
  • «Эттәр» (рок-драма), К.Сергиенко. Режиссёр: Чигишев Владимир Борисович[7]
  • «Гамлет», Шекспир. Режиссёр: Владимир Чигишев
  • «Юҡтан күп тауыш», Шекспир. Режиссёр: Владимир Чигишев
  • «Өс ҡыҙ туған», А. П. Чехов

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. сайт Министерства культуры Ростовской области 2012 йыл 25 март архивланған.
  2. сайт Министерства культуры Ростовской области 2013 йыл 1 октябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 Родственник одесского оперного // werawolw.ru. — 2010. — 4 сент.
  4. 4,0 4,1 4,2 О театре. Ростовский-на-Дону академический молодёжный театр. Дата обращения: 8 февраль 2017.
  5. Ростовский-на-Дону областной академический молодёжный театр
  6. Вячеслав Гвоздков в энциклопедии «Кругосвет»
  7. 7,0 7,1 Владимир Чигишев: «Театр строится на любви»(недоступная ссылка)
  8. Архитектура Ростова-на-Дону. Архитектура в России. Дата обращения: 8 февраль 2017.
  9. Русский классицизм. Rostov Region. Дата обращения: 8 февраль 2017.
  10. Николай Чиндяйкиндың сайты 2010 йыл 15 март архивланған.

Театр адресы

үҙгәртергә

344019, Дондағы Ростов, Азатлыҡ майҙаны, 3.

  • Волошинова Л. Ф. Бульварная площадь. — Ростов-на-Дону: Донской издательский дом, 2001. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87-688-202-X.

Һылтанмалар

үҙгәртергә