Мария Склодовская-Кюри

(Склодовская-Кюри, Мария битенән йүнәлтелде)

Мария Саломеа Склодовская-Кюри (франц. Marie Curie, пол. Maria Skłodowska-Curie; ҡыҙ фамилияһы Мария Саломея Склодовская, пол. Maria Salomea Skłodowska; 7 ноябрь 1867 йыл — 4 июль 1934 йыл) — поляк сығышлы (физик, химик) һәм француз ғалим-экспериментаторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Сорбонна университетының беренсе ҡатын-ҡыҙ преподавателе. Нобель премияһы лауреаты: физика буйынса (1903) һәм химия буйынса (1911)[1], Нобель премияһы тарихында ике тапҡыр беренсе булған[1]. Парижда һәм Варшавала Кюри институттарына нигеҙ һалған. Пьер Кюриҙең ҡатыны, уның менән радиоактивлыҡ өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барған. Ире менән берлектә радий (от лат. radius «луч»), полоний (Польшаның латинса исеменән, Polōnia — Ватанына ҡарата ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү билдәһе итеп шулай атаған) элементтарын асҡан.

Мария Склодовская-Кюри
Maria Skłodowska-Curie
Мария Склодовская-Кюри, Нобель премияһы, 1911 йыл
Мария Склодовская-Кюри, Нобель премияһы, 1911 йыл
Тыуған көнө

7 ноябрь 1867({{padleft:1867|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Варшава, Поляк Батшалығы,
Рәсәй империяһы

Вафат көнө

4 июль 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (66 йәш)

Вафат урыны

Санселльмоз, Франция

Ил

Польша, Франция Франция

Ғилми даирәһе

физика, химия

Альма-матер

Сорбонна

Ниндәй өлкәлә танылған

радий һәм полоний элементтарын асҡан автор, радиохимияға нигеҙ һалған

Награда һәм премиялары

Нобель премияһы Физика буйынса Нобель премияһы (1903)
Нобель премияһы Химия буйынса Нобель премияһы (1911)

Автограф

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Биографияһы

үҙгәртергә

Мария Склодовская 1867 йылдың 7 ноябрендә Варшавала уҡытыусы Владислав Склодовский ғаиләһендә тыуған. был ғаиләлә унан тыш тағы өс ҡыҙ: Зофия (1862), , Бронислава (1865) һәм Хелена (1866) һәм улдары Юзеф (1863) үҫкән. Ғаилә бик ауыр шарттарҙа көн иткән, әсәләре туберкулез менән оҙайлы сирләп үлгән. Аталары ауырыу ҡатынын дауалау һәм биш балаһын ҡарау өсөн бик күп тырышып эшләгән. Әсәһе үлгәндән һуң, Марияның бер апаһы ла вафат булған[2].

Мария мәктәптә уҡыған саҡта уҡ бик тырыш, хеҙмәт һөйөүсе бала булған. Һәр бер эште ул, йоҡоһон ҡалдырып булһа ла, урынына еткереп башҡарған. Шунлыҡтан ул хатта, уҡыуын тамалағас, ауырып та алған һәм оҙаҡ ҡына һаулығын нығытыу менән булышҡан.

Мария мәктәптән һуң артабан белем алырға уйлаған, тик ул ваҡытта Рәсәй империяһы составына ҡараған Привислин крайында ҡатын-ҡыҙҙарҙы юғары уҡыу йорттарына алмағандар.Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мария аҫтыртын рәүештә ҡатын-кыҙҙар өсөн «Летучий университет»[3] тигән юғары курстарҙы тамамлаған. Мария һәм Бронислава, сиратлап гувернантка булып эшләп, артабан белем алырға һөйләшкәндәр. Бронислава Парижда медицина институтында уҡыған саҡта Мария, гувернантка булып эшләп, үҙ аҡсаһына апаһын уҡыткан. Бронислава 1891 йылда врач булып эшләп, һеңлеһен уҡытыр өсөн аҡса таба башлағас, Мария 24 йәшендә ниһайәт Париждағы Сорбонна университетына уҡырға инә.

Латин кварталының һалҡын мансардаһында йәшәгән ҡыҙ бер үк ваҡытта уҡый ҙа, эшләй ҙә. Йүнләп ашарына булмаһа ла, ял итеренә ваҡыты етмәһә лә Мария университеттың иң яҡшы уҡыған студенты булған. Ул ике диплом — диплом физика буйынса диплом һәм математика буйынса диплом алып сыҡҡан.[2]. Уҡыған саҡтағы уның хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм һәләте уға иғтибарҙы тартҡан һәм уға университетта үҙаллы тикшеренеүҙәр алып барырға рөхсәт ителгән[4].

Сорбоннала уҡығанда, Мария Варшаваға ҡайтырға һәм уҡыу йорттарында уҡытыуҙы планлаштыра [5]. Әммә буласаҡ ире менән осрашҡандан һуң, был планы үҙгәрә[6].

Пьер Кюри менән осрашыуы

үҙгәртергә

1894 йылдың башында поляк эмигранттары Ковальскийҙар йортонда Мария Склодовская Пьер Кюриҙы осрата. Юзеф Ковальский Мрияға Пьер үҙенең лабораторияһнда эшләтергә йыйынғанын хәбәр итә[7][8]. Пьер ул саҡта Сәнәғәт физикаһы һәм химияһы муниципаль мәктәбендә лаборатория етәксеһе була. Был ваҡытҡа ул ҡаты матдә кристалдар физикаһы һәм матдәләрҙең магнит һыҙаттарының температураға бәйле булыуы тәжрибәләр үткәргән була; температураны белдергән «Кюри нөктәһе» термины уныың исеме менән үҙгәргән [9]. Тәүге осрашыуҙа Мария әлегә Казимир Зоравский менән мөнәсәбәте тәьҫиренән сығыып бөтмәгән була, ә Пьер бала сағынан йылы хистәр кисергән ҡыҙының үлеменә ҡайғырған була [10]. Пьерға нескә, һары сәсле, һоро үҙле ҡыҙ оҡшай, һәм ул Марияға лабораторияһында кескәй бүлмә тәҡдим итә, артабан уның коллегаһы ғына булып ҡалмай лар өйләнешә[11].

Мария тәүге тәҡдимде кире ҡаға, сөнки ул һаман тыуған еренә ҡайтыу теләге менән йәшәгән була[12][13]. Пьер икеләнмәйенсә уның менән Польшаға күсергә риза булыуын белдерә[10]. 1894 йылдың йәйендә Склодовская Варшаваға ҡайтып китә, туғандарын күрә һәм Ягеллон (Краков) университетына эшкә урынлашырға өмөт итә, әммә эшкә фәҡәт ир-егеттәрҙе генә алған булалар. Пьер уға оҙон хаттар яҙа [14]. Октябрҙә Склодовская Парижға килә һәм кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. [10].

1895 йылдың 26 июлендә Пьер һәм Мария никахһыҙ өйләнешәләр. Туй Париж ҡала янында үтә[12][15]. Йәштәр дини йолаларҙан һәм балдаҡтарҙан баш тарта, ә туй күлдәге урынына Склодовская ҡара күк костюм кейә. Кюри Иль-де-Франсҡа велосипедтарҙа туй сәфәренә йүнәләләр[16]. Гласьер урамындағы фатирға урынлашалар[10].

Ҡыҙҙары Жолио-Кюри Ирен 1897 йылдың 12 сентябрендә тыуа. Пьерҙың атаһы Эжен Кюри, пенсиялағы доктор, Иренды тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай[17][18][19]. Ирен ата-әсәһе юлын дауам итә, физика һәм химия буйынса ғалим була. Ире Фредерик Жолио-Кюри менән берлектә ул яһалма радиоактивлыҡ күренешен аса, һәм 1935 йылда химия өлкәһендә Нобель премияһына лайыҡ була[20].

Танылыуы(хуй его знает чё)

үҙгәртергә

Пьер, Сорбоннала яңы асылған физик химия кафедраһы мөдире взифаһына үтмәһә лә, 1900 йылда Женева университетына саҡырыла[21]. Ирле-ҡатынлы Швейцарияға күсерә әҙер була. Ләкин Пьерҙың эшен оҡшатҡан Анри Пуанкаре уны Сорбоннала эшкә ҡалдырырға тырыша[22]. Ә Мария, өҫтәмә аҡса табыу маҡсатында, Севр юғары ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбендә физика уҡыта[17][23][24].

 
Мария, Пьер һәм Ирен Кюри. 1902 йыл тирәһе.

1903 йылдың 23 июнендә Мария Сорбоннала үҙенең докторлыҡ диссертацияһын «Исследование радиоактивных веществ» тигән докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Яңы элементтар — полоний һәм радий тураһында мәғлүмәт хәбәр итә[17][25]. Һуңыраҡ Эрнест Резерфорд Пьер өлөшләтә цинк сульфиды менән ҡапланған үҙҙәре бүлеп сығарған радий иретмәһе һалынған колбаны сығарғанын хәтерләп һөйләгән. Колбалағы ялтырап торған радиоактив матдә ҡунаҡтарға көслө тәьҫир иткән[26][18][27]. Шул уҡ йылды Пьер Кюри Лондон король йәмғиәте алдында, радий үҙенсәлектәрен күрһәткән эффектлы тәжрибәләр менән оҙатылған лекцияһын уҡый. Ирле-ҡатынлының ҡаҙаныштары химия өлкәһендә мөһим йыл асышы өсөн Дэви миҙалы менән билдәләнә[18][28][29][30].

1903 йылдың авгусында бишенсе айлыҡ ҡыҙын тыуҙыра, әммә ул йәшәй алмай. Мария йөклө көйө полоний һәм радий концентрацияланған иретмәһе менән эшләгән һәм һәр бер кешегә зарарлы радиацияһын алған[29][31].

Шул уҡ 1903 йылда Мария һәм Пьер Кюри физика буйынса Нобель премияһы — «профессор Анри Беккерель асҡан радиация күренештәрен бергәләп өйрәнеп, фәнгә сиктән тыш хеҙмәт күрһәткәнен таныу билдәһе булараҡ» — менән бүләкләнә. Беккерель премияны Кюриҙар менән бүлешә. Мария үҙенең хеҙмәттәрендә радиоактивлыҡты асыу өҫтөнлөгө Беккерелдеке тип таныған[32]. Пьер Кюри Марияның радийҙың атом массаһын табыуҙағы ҡаҙнышын һыҙыҡ өҫтөнә алған [33] Һөҙөмтәлә Мария ла коллегалары менән Нобель премияһына лайыҡ булған[34]. Мария 1935 йылда ҡыҙы Ирен Нобель премияһына лайыҡ булғанға тиклем, берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ лауреат булып ҡалған. Премия тапшырғанда бәхәс сыға: радиоактив матдәләр тураһындағы хеҙмәт ҡайһы дисциплинаға — физикаға әллә химияға ҡараймы. Премияны физика буйынса бирәләр, Академия киләсәктә — химия буйынса премия булырын да күҙаллай. Награданы Швеция короле Оскар II тапшырған. Тантаналы сарала фәҡәт Анри Беккерель генә була: ирле-ҡатынлы Кюри бушамағанлыҡтарын һәм сәләмәтлек торошона һылтана, уларҙың наградаһын француз министры ала[18][35][36].

Премия аҡсаһына Кюриҙар лабораторияһына кәрәкле аппаратура һәм фатирҙарына ванна һатып ала[37][38]. Был ваҡытта уларҙың ҡулдары радиоактив өлгөләр менән даими контактта булғанлыҡтан, радиобиологик яралар менән ҡапланған була. Һәм был радийҙы медицина практикаһында ҡулланыу идеяһына алып килә. Пьер Кюри был фекерен Нобель телмәрендә еткерә (1905 йылдың 5 июне): был аҡытҡа ирле-ҡатынлы нығынған була һәм Стокгольмға килә[39]. В июле 1905 йылдың июлендә Пьер Кюри Француз фәндәр академияһына ҡабул ителә[40][41][22][42].

Икенсе ҡыҙҙары Кюри Ева Дениза 1904 йылдың 6 декабрендә тыуа[43][44]. Был осорға ғаиләнең матди хәле һиҙелерлек нығынған була. Пьер Сорбоннала физика рофессоры була, ә Мария ире лабораторияһы мөдире булып эшләй. Ҡыҙҙарын гувернанткалар ҡарай[45][46]. Ева журналист, музыкант һәм йәмәғәт эшмәкәре була, 102 йәшкә етә. Ул әсәһе тураһында [47] АҠШ-та бестселлерға әйләнгән һәм АҠШ-тың милли китап премияһына National Book Award for Nonfiction лайыҡ булған әҫәр яҙа. 1962 йылдан 1965 йылға тиклем Грецияла ЮНИСЕФ ойошмаһын етәкләй. Ғаиләләрендә Ева ғына Нобель премияһын алмаған[44][48][49].

Ире үлгәндән һуң

үҙгәртергә

1906 йылдың 19 апрелендә урам аша сығып барған Пьер Кюриҙы атлы экипаж тапап үтә[50]. Мария ауыыр депрессия хәлендә була[51]. Уны Париж университетына[52] тәғәйенләйҙәр, 1906 йылдың 5 ноябрендә ул беренсе занятиеһын үткәрә[53][54], университет һәм Франция тарихында тәүге һәм берҙән-бер [55][56] ҡатын-ҡыҙ-преподаватель була[57][58][59][43]. 1908 йылда ул профессор була һәм кафедра ҡабул итә[60][61].

1910 йылда Мария Кюри кандидатураһы Француз фәндәр академияһына һайлана. Быға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар Академияға һайланмағанлыҡтан, уны тәҡдим итеү бәхәс тыуҙыра [43]. Һөҙөмтәлә Мария Кюри кандидатураһы, ике тауыш артыҡ булыу сәбәпле, 1911 йылдың ғинуар һайлауҙарында кире ҡағыла [57] (башҡа мәғлүмәт буйынса — бер тауыш менән[62]). Бынан һуң Мария кандидатураһын академияға һайлауға ҡәтғи ҡаршы була[63][60]. Шулай уҡ 1910 йылда ул хөкүмәт тәҡдим иткән Почётлы легион орденынан да баш тарта[64]. 1911 йылдан башлап вафатына тиклем Мария Склодовская-Кюри физика буйынса Сольвеевский конгрессы делегаты булған[62][65].

 
Мария Кюри һәм Альберт Эйнштейн. 1929 йыл.

1910—1911 йылдарҙа Мария Кюриҙың Пьер Кюриҙың уҡыусыһы, физик Поль Ланжевен менән роман була[34][66][27]. Ул Мариянан 5 йәшкә йәш, өйләнгән һәм 4 балаһы була. Полдең ҡатыны Жанна Марияның Полгә яҙған хаттарын еҙнәһе ярҙамында Le journal журналында баҫтыра. Низағ ҡупҡан саҡта, Мария Сольвеевский конгресында була (1911) «Излучение и кванты». Кюриҙы асыулы халыҡ ҡаршы ала, уға ҡыҙҙары менән яҙыусы Камилла Марбо фатирына китергә тура килә. Кюриҙы гәзит аша эҙәрлекләү башлана. Бер гәзиттә уны йәһүд тип, икенселәрендә — урыҫ йәки немка тип яҙалар, уны атеизмда ғәйепләйҙәр. Ланжевен бер журналисты дуэлгә саҡыра, 1911 йылдың 25 ноябрендәге дуэлдә ике яҡ та атыуҙан баш тарта[66][67].

 
1911 йылғы химия буйынса Нобель премияһының дипломы

1911 йылда Мария Кюри «химия үҫешендә юғары ҡаҙныштары өсөн: радий һәм полоний элементтарын асыу, радийҙы бүлеп сығарыу һәм был шәп элементтың тәбиғәтен һәм берләшмәлрен өйрәнеү» Нобель премияһына лайыҡ була[68]. Мария Кюри беренсе — һәм бөгөнгө көндә лә берҙән-бер — ике тапҡыр Нобель премияһы лауреаты. Стокгольмда һөйләгән докладында ул яңы элементтарҙы ире менән бергә асҡанлығын әйтә.

Мария Кюри Нобель премияһының донъяла абруйын күтәрергә ярҙам иткән. МАтбуғатта уларҙың ауыр шарттарҙа асыш яһауы, Мария Кюриҙың шәхси тормошо тураһында күп яҙалар. Шулай уҡ матбуғатта радийҙың ғәҙәти булмаған үҙенсәлеге — яман шештән дауалауы тураһында ла яҙғандар[69]. Икенсе Нобель премияһын тапшырыу ҙа ғәйбәттәргә кәртә булмай[34]. Мария ҡыҙы Ирен менән Швецияға премия тантанаһына бара һәм докладын ире иҫтәлегенә бағышлай[70].

1911 йылдың декабрендә бөйөрөнә операция эшләтә[71]. Францияға ҡайтырға теләмәгәнлектән, Мария физик Герта Маркс Айртон саҡырыуы буйынса бер ни тиклем Англияла йәшәргә ҡарар итә, үҙен Склодовская тип таныта. Герта Марияға ярҙам ҡулы һуҙған берҙән-бер ғалим була[70]. Ланжевен ҡатыны менән яраша, әммә Мария менән яҡшы фән һәм дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һуңғы көндәренә тиклем һаҡлай[72].

Радий институттары

үҙгәртергә
 
Парижда Кюри игститутының протон терапияһы үҙәге, 2010 йыл

Беренсе донъя һуғышы башланыр алдынан, 1909 йылда Париж университеты һәм Пастер институты Парижда радиоактивлыҡты тикшереү маҡсатында Кюри Радий институты асыла[73]. Радий институтында ике бүлек — радиоактивлыҡты фундаменталь тикшереү һәм ауырыуҙарҙы дауалауҙа радиацияны ҡулланыуҙы тикшереү бүлектәре була[74]. 1914 йылдың июлендә ойоштороу эштәре тамамлана, һәм Мария Кюри радиоактивлыҡты фундаменталь тикшереү бүлеге директоры итеп тәғәйенләәнә[52][62].

1925 йылда Мария Кюри Варшавала Онкология үҙәге — Мария Склодовская-Кюри исемендәге институтты асыу тантанаһында ҡатнаша[75][76][59][68].

Шуға оҡшаған радий институттары Лондонда (London Radium Institute), Ленинградта В. Г. Хлопин исемендәге радий институты, Венала Радий институты (Institute for Radium Research, Vienna).

Беренсе донъя һуғышы

үҙгәртергә
 
Мария Склодовская-Кюри мобиль рентген ҡоролмаһының руле артында

1914 йылдың 1 авгусында Францияла дөйөм мобилизация иғлан ителә. Германия империя армияһы баш ҡалаға яҡынлашҡанын аңлағанлыҡтан, Мария француз хөкүмәте күскән Бордо ҡалаһына ҡурғаш футлярҙағы ҡиммәтле радийҙы илтә[70][77].

Беренсе донъя һуғышы фронттарында хәрби хәрәкәттәр башланыу менән, Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре комитетының Радиология хеҙмәте директоры итеп тәғәйенләнгән Мария Склодовская-Кюри[58], күсереп йөрөтөлә торған рентген аппараттарын ҡороу һәм хеҙмәтләндереү эшенә тотона [1]. Мария Кюри шулай уҡ ике Нобель премияһына килгән бөтә аҡсаһын хәрби заёмға һала. Күсерелмәле рентген пункттары хирургтарға операция үткәрергә ярҙам итеп, госпиталлдәр буйлап йөрөгән. Мария хәрби медиктарҙы радиология ҡулланырға өйрәткән, рентген нурҙары ярҙамында яралының тәнендә урынлашҡанын пуляны тапҡандар. Һуғыш йылдарында Мария һәм Ирен, улар өйрәткән медиктар миллиондан ашыу яралы һалдаттарҙың рентген снимогын төшөргән[34][78]

Кюри институында ассистент-рентгенологтар әҙерләү курстары ойошторолған, Мария 1916 йылдан курстарҙа уҡытҡан[79]. Йыйылған тәжрибәһен ул 1920 йылда «Радиология и война» тигән монографияһында дөйөмләштергән[43][80].

Һуғыштан һуңғы йылдар

үҙгәртергә

1920 йылда француз хөкүмәте Мария Кюри өсөн стипендия булдыра, унан элгәре стипендиат Луи Пастер булған[75]. Ул Кюри (радий) институтында уҡытыуын дауам итә, где руководила работами студенттарҙың эштәренә етәкселек итә һәм радиологияны медицинала ҡулланыуға ярҙам итә. 1923 йылда Пьер Кюриҙың биографияһын баҫтыра[81]. Склодовская-Кюри һуғыш аҙағында бойондороҡһоҙлоҡ алған тыуған иленә, Польшаға, йыш ҡайта. Польша тикшеренеүселәренә косультациялар ойоштора[62].

 
Мария Кюри (уңдан икенсе) ҡыҙҙары менән (һулдан икенсе — Ирен, уңда ситтә — Ева) һәм Мэри Мэлони (һулдан ситтә). 1921 йыл, АҠШ-ҡа визит ваҡытында

.

Һуңғы йылдары

үҙгәртергә
 
Пьер һәм Мария Кюриҙарҙың Париж Пантеонында ҡәбер ташы

Күп йылдар дауамнда радий менән эшләгәнлектән, Мария Кюриҙың сәләмәтлеге һиҙелерлек ҡаҡшаған. Катаракта һәм бөйөр эшмәкәрлеге проблемалыға әйләнә[82]. 1934 йылдың яҙында Мария Бронислава менән автомобилдә сәйәхәт иткәндә һыуыҡ үткәрә. Температура оҙаҡ ваҡыт төшмәй, табиптар киҙеү (грипп), тип иҫәпләгән һәм Санселльмоз санаторийына ебәрәләр (Пасси, Үрге Савойя).

Мария Кюри 1934 йылдың 4 июлендә Санселльмоз янында вафат була[62][59][83]. 1934 йылдың 6 июнендә О-де-Сенда ире Пьер Кюри эргәһенә ерләйҙәр[84].


1995 йылдың 20 апрелендә (тантаналы церемонияға Польша президенты Лех Валенса ла саҡырыла) Франция президенты Франсуа Миттеран ҡушыуы буйынса, Пьер һәм Марии Кюриҙың кәүҙәләре Париждағы Пантеонға күсерелеп ҡуйылды[85][59].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Радиоактивлыҡты асыу

үҙгәртергә

1897 йылдың аҙағында Мария Кюри магнетизм буйынса тикшеренеүҙе тамамлай һәм диссертацияһына тема эҙләй башлай. Шул вҡытта ирле-ҡатынлы Кюри физик уран элементы берләшмәләре тәрәнгә үтеп инә алыусы нурҙар таратыуын асҡан Анри Беккерель менән таныша. Беккерель фекере буйынса, тышҡы тәьҫир ярҙамында барлыҡҡа килгән рентген нурланыуынан айырмалы, ул урандың эске үҙенсәлеге[86]. Мария тема менән ҡыҙыҡһыныыып китә һәм был күренеште тикшереүгә арналған докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эш башлай[11].

 
Мария һәм Пьер Кюри үҙҙәренең лабораторияһында. 1900 йыл.
 
Уран тоҙҙары менән нурланған фотопластинка һүрәте (пластинка һәм тоҙ араһына урынлаштырылған металл мальтий тәреһе күләгәһе күренә)

XIX быуат аҙағына уран тоҙҙары менән эшләүсе тикшеренеүселәр улар янына яҡын урынлашҡан фотографик пластинка билдәһеҙ сәбәптән яҡтырғанын белеп ҡала.

Беккерелдең тикшеренеүҙәре Пьер һәм Мария Кюриҙарҙың хеҙмәте өсөн нигеҙ булып тора[87].

 
Радиоактивлыҡты һанлы үлсәү өсөн ҡулланылған квадрант электрометр

Висмут радиоактив түгел, шуға ирле-ҡатынлы Кюри яңы элементты, Мария Склодовскаяның тыуған иле хөрмәтенә, полоний тип атайҙар,[88][89] Польша (пол. Polōnia) Мария Склодовскаяның тыуған иле хөрмәтенә [90][91].

1898 йылдың ноябрендә ирле-ҡатынлы Кюри настуран менән тәжрибәләр яһауға күсәләр һәм химик үҙенсәлектре буйынса тулыһынса полонийҙантайырылып торған бер радиоактив матдә табалар.

Мария һәм Пьер Кюри, Гюстав Бемон (фр.Gustave Bémont) 1898 йылдың 19 декабрендә Париж фәндәр академияһына яңы элементты «радий» тип атағандарын хәбәр итәләр[90][92]. 1899 йылдың 30 ғинуарында «Revue générale» баҫмаһында Мария Кюри «Лучи Беккереля и полоний» тигән мәҡәлә баҫтыра, һәм тәүләп «радиоактивлыҡ» һәм «радиоактив элемент» тигән терминдар ҡуллана[93][94].

 
Мария һәм Пьер Кюри үҙҙәренең лабораторияһында. 1904 йыл тирәһе.

Радий һәм полонийҙы асыу яңы радиоактив элемент табыу сиратн башлай һәм радиоактивлыҡты өйрәнеүсе фән барлыҡҡа килеүенә нигеҙ һала[95].

Һуғыштан һуң Мария катаракта менән сирләй, һәм был, моғайын, нурланыш ауырыуының иртә симптомы булғандыр[96]. Ул операция эшләтә, әммә был турала белдермәй[97].

Радиотерапия асышы радий тиҙ арала сәнәғәт масштабында етештерелеүсе баҙар продуктына әйләнгән[98], ә 1 грамм радий хаҡы 1904 йылда &&&&&&&&&0750000.&&&&&0750 000 француз франкына еткән[99].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ике Нобель премияһынан тыш, Мария Склодовская-Кюри лайыҡ булған:

  • Француз фәндәр академияһының Бертло миҙалы (1902)
  • Лондон король йәмғиәтенең Дэви миҙалы (1903)
  • Склодовская-Кюри — 1995 йылда Париж Пантеонында үҙенең ҡаҙаныштарын баһалау хөрмәтенә ире менән ерләнгән икенсе ҡатын-ҡыҙ. (Беренсеһе — Софи Бертло, ире Марселен Бертло менән, ерләнгән)[56][100].
  • Пьер һәм Мария Кюри исеме менән химик элемент аталған — кюрий (Curium, Cm), Кюри — үлсәү берәмеге (урыҫса бидәләмәһе: Ки; халыҡ-ара: Ci)[101][102], радиоактив минералдар кюрит[103] и склодовскит[en][104][105].
  • 1961 йылда Халыҡ-ара астрономик союз Айҙың кире яғындағы кратерға Мария Склодовская-Кюри исемен бирҙе[106].
  • Шулай уҡ Марс планетаһындағы кратерға[107]һәм 1939 йылда асылған астероидҡа Мария Кюри Sklodowska (Martian crater) исеме бирелде[108][109].

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә
  • Мария Кюри биографияһы «Мадам Кюри» (1943 йыл, режиссер Мервин Лерой)[110], «Мария Кюри (Marie Curie» (2016 йыл, режиссер Мари Ноэль)[111], «Опасный элемент» (2019 йыл, режиссер Маржан Сатрапи)[112] фильмдарында сағылдырылды.
  Тышҡы һүрәттәр
  Портрет М. Склодовской-Кюри в музее Кюри
  Изображение М. Склодовской-Кюри на банкнотах разных стран
  Изображение М. Склодовской-Кюри на почтовых марках разных стран
  Граффити с изображением супругов Кюри
  Почтовая открытка с изображением М. Склодовской-Кюри
  М. Склодовская-Кюри и Президент США Герберт Гувер, 30 октября 1929 года
  Сертификат качества радия, подаренного М. Склодовской-Кюри, от 22 июня 1921 года

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Nobel Laureate Facts. Дата обращения: 26 ноябрь 2008. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  2. 2,0 2,1 Ирина Ильинична Семашко. 100 великих женщин. — Вече, 2006. — ISBN 5-9533-0491-9.
  3. David Palfreyman (ed.
  4. Menschen, die die Welt veränderten.
  5. Гернек, 1974, с. 110
  6. Cropper, 2001, p. 297
  7. Pasachoff, 1996, p. 10
  8. Волчек, 1981, с. 33
  9. Гернек, 1974, с. 111
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Cropper, 2001, p. 298
  11. 11,0 11,1 Губский, 1992, с. 631
  12. 12,0 12,1 James, 2004, p. 211
  13. Волчек, 1981, с. 41
  14. Волчек, 1981, с. 42—43
  15. Волчек, 1981, с. 44
  16. Wirten, 2015, p. 13
  17. 17,0 17,1 17,2 Губский, 1992, с. 632
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 Cropper, 2001, p. 301
  19. Волчек, 1981, с. 45—46
  20. Волчек, 1981, с. 118
  21. Гернек, 1974, с. 116
  22. 22,0 22,1 James, 2004, p. 213
  23. Григорьев, 2004, с. 181
  24. Волчек, 1981, с. 58—59
  25. Гернек, 1974, с. 118—119
  26. Старосельская-Никитина, 1967, с. 64
  27. 27,0 27,1 Morrison, Philip. Her Brilliant Career (ингл.). nytimes.com. The New York Times (2 апрель 1995). Дата обращения: 21 декабрь 2018.
  28. Григорьев, 2004, с. 181—182
  29. 29,0 29,1 James, 2004, p. 214
  30. Волчек, 1981, с. 64
  31. Волчек, 1981, с. 65
  32. Кюри М., 1947, с. 117
  33. Де Агостини, 2015, с. 101
  34. 34,0 34,1 34,2 34,3 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Пасачофф төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  35. Капустинская, 1965, с. 14—15
  36. Гернек, 1974, с. 119
  37. Кюри Е., 1959, с. 262
  38. Волчек, 1981, с. 68
  39. Кюри Е., 1959, с. 276
  40. Doubleday, 1938
  41. Cropper, 2001, p. 302
  42. Волчек, 1981, с. 74
  43. 43,0 43,1 43,2 43,3 Губский, 1992, с. 633
  44. 44,0 44,1 Sarah Knapton. Eve Curie (ингл.). telegraph.co.uk. The Telegraph (8 ноябрь 2007). Дата обращения: 12 ғинуар 2019.
  45. Волчек, 1981, с. 71—73
  46. Кюри Е., 1967, с. 209
  47. Кюри Е., 1959
  48. Мельник, 2017
  49. Borzendowski, 2009, p. 106
  50. Григорьев, 2004, с. 182
  51. Cropper, 2001, p. 302—303
  52. 52,0 52,1 Храмов, 1983, с. 247
  53. Кюри Е., 1959, с. 307
  54. Cropper, 2001, p. 303—304
  55. Wirten, 2015, p. 17
  56. 56,0 56,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Britannica төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  57. 57,0 57,1 Cropper, 2001, p. 295
  58. 58,0 58,1 Marie Curie (1867—1934) (ингл.). bbc.co.uk. BBC. Дата обращения: 24 ноябрь 2018.
  59. 59,0 59,1 59,2 59,3 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Atomic Heritage Foundation төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  60. 60,0 60,1 Гернек, 1974, с. 122
  61. Волчек, 1981, с. 85
  62. 62,0 62,1 62,2 62,3 62,4 Губский, 1992, с. 634
  63. James, 2004, p. 216
  64. Волчек, 1981, с. 86
  65. Гернек, 1974, с. 126
  66. 66,0 66,1 Cropper, 2001, p. 304
  67. James, 2004, p. 216—218
  68. 68,0 68,1 Капица, 1975, с. 510
  69. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Vergano төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  70. 70,0 70,1 70,2 James, 2004, p. 218
  71. Волчек, 1981, с. 89
  72. Де Агостини, 2015, с. 119
  73. Archives du musée Curie (фр.). — «AIR Archives de l'Institut du radium Date: Années 1909-1970». Дата обращения: 17 декабрь 2018.
  74. James, 2004, p. 215
  75. 75,0 75,1 Estreicher, Tadeusz (инг.)баш. Curie, Maria ze Skłodowskich // Polski słownik biograficzny, vol. 4 (пол.). — 1938. — С. 113.
  76. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; The Radium Institute төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  77. Гернек, 1974, с. 123
  78. Волчек, 1981, с. 94—98
  79. Thomas, Banerjee, 2013, p. 46
  80. Гернек, 1974, с. 125
  81. Marie Curie and Her Legend. American Institute of Physics. Дата обращения: 7 ноябрь 2011. 2015 йыл 12 июнь архивланған.
  82. Де Агостини, 2015, с. 135
  83. Mme. Curie Is Dead; Martyr to Science  (инг.), New York Times (5 July 1934). 21 декабрь 2018 тикшерелгән.
  84. Волчек, 1981, с. 111
  85. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; nytimes төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  86. Кудрявцев, 1956, с. 375—376
  87. Гернек, 1974, с. 106
  88. Кюри П., 1966, с. 202
  89. Заборенко, 1953, с. 10
  90. 90,0 90,1 Cropper, 2001, p. 300
  91. Роут, 1966, с. 42
  92. Кюри П., 1966, с. 202—204
  93. Капустинская, 1965, с. 55
  94. Кюри М., 1947, с. 118
  95. М. Джуа. История химии / Пер. с итальянского Г. В. Быкова под ред. С. А. Погодина. — М.: Мир, 1975. — С. 415. — 477 с.
  96. Гернек, 1974, с. 127
  97. James, 2004, p. 219
  98. Заборенко, 1953, с. 13
  99. Кюри Е., 1959, с. 250
  100. Borzendowski, 2009, p. 117
  101. Curie – Britannica Online Encyclopedia. Britannica.com. Дата обращения: 17 декабрь 2018. Архивировано 30 май 2012 года.
  102. Paul W. Frame. How the Curie Came to Be. Дата обращения: 24 ноябрь 2018. Архивировано 30 май 2012 года.
  103. Curite (ингл.). Hudson Institute of Mineralogy. Дата обращения: 12 ғинуар 2019.
  104. Sklodowskite (ингл.). Hudson Institute of Mineralogy. Дата обращения: 12 ғинуар 2019.
  105. Borzendowski, 2009, p. 114
  106. LTO-100A1 Sklodowska Occidentalis (ингл.). Lunar and Planetary Institute. Дата обращения: 12 ғинуар 2019.
  107. Jared Howenstine. Analysis of the depth-diameter relationship of Martian craters (ингл.). Дата обращения: 12 ғинуар 2019. 2021 йыл 4 июль архивланған.
  108. Curtis Peebles. Asteroids: A History (билдәһеҙ). — Smithsonian Institution, 2016. — ISBN 978-1-944466-04-6.
  109. (7000) Curie (ингл.). The Minor Planet Center. Дата обращения: 13 ғинуар 2019.
  110. Madame Curie (1943) (ингл.). www.imdb.com. Дата обращения: 17 ғинуар 2019.
  111. Marie Curie (2016) (ингл.). www.imdb.com. Дата обращения: 17 ғинуар 2019.
  112. Опасный элемент (2019) (ингл.). www.imdb.com. Дата обращения: 2 июнь 2020.
Китаптар
Мәҡәләләр

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Нобелевская премия по физике 1901—1925 Ҡалып:Нобелевская премия по химии 1901—1925 Ҡалып:Нобелевская премия 1903 Ҡалып:Нобелевская премия 1911 Ҡалып:Похороненные в парижском Пантеоне Ҡалып:Хорошая статья