Ягеллон университеты
Ягеллон университеты (пол. Uniwersytet Jagielloński, лат. Universitas Jagellonica Cracoviensis) йәғни Краков университеты — Краковтағы юғары уҡыу йорто — Польшала иң боронғо һәм иң ҙурҙарҙың береһе, Европала иң боронғоларҙың береһе.
Ягеллон университеты | |
пол. Uniwersytet Jagielloński w Krakowie[1] | |
Нигеҙләү датаһы | 12 май 1364[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Uniwersytet Jagielloński w Krakowie[1] һәм Universitas Iagellonica Cracoviensis[2] |
Принадлежит к | Европа университеттары ассоциацияһы[d] |
Кем хөрмәтенә аталған | Ягеллондар |
Нигеҙләүсе | Казимир III[d] |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | ректор Ягеллонского университета[d] |
Ректор | Piotr Jedynak[d] |
Девиз тексы | Plus ratio quam vis[3][4] |
Дәүләт | Польша |
Административ-территориаль берәмек | Краков |
Ойошма ағзаһы | Утрехт селтәре[d], Коимбрская группа[d], Europaeum[d], Guild of European Research-Intensive Universities[d][5], Университетское агентство Франкофонии[d][6] һәм Коалиция за улучшение оценки исследований[d][7] |
Уҡыусылар һаны | 33 549[8] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Краков, Польша |
Хеҙмәткәрҙәр | ▲7246 кеше (2019)[9] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Диапазон IPv6 | 2001:6d8:12::/48[10] |
Электрон почта | rektor@uj.edu.pl[11] |
Рәсми сайт | uj.edu.pl |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 10 484 |
Эндпоинт API | sts.uj.edu.pl/adfs/servi…[12] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Ягеллонского университета[d] |
Ягеллон университеты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәУниверситетҡа нигеҙ һалыу тураһында грамота 1364 йылдың 12 майында Бөйөк Казимир III тарафынан сығарыла. 11 кафедра булдырыла: һигеҙ хоҡуҡ белеме, ике медицина һәм берәүһе — ирекле сәнғәт кафедралары. Дини тәғлимәт кафедраһын булдырыуға ул саҡта Рим папаһынан рөхсәт килмәгән. Польша короллеге канцлеры университеттың башлығы була, уның эшмәкәрлеге һәм артабанғы үҫеше тураһында хәстәрлек күрергә тейеш була. Ойоштороу һәм төҙөлөш эштәре башлана. Әммә улар король үлгәндән һуң туҡтап ҡала, ә Людовик Венгерский идара иткән осор университетты үҫтереү өсөн бик үк уңайлы булмай.
1400 йылдың 26 июлендә Польша короле һәм бөйөк Литва кенәзе Владислав Ягелло (Ягайло), королева Ядвиганың аҡсалары иҫәбенә университет эшмәкәрлеген тергеҙә (уның исеме шуның менән аңлатыла ла инде — Ягеллон университеты), был Речь Пополитая өсөн генә түгел, Бөйөк Литва кенәзлеге өсөн дә айырыуса әһәмиәтле була. Сөнки әле Кёнигсберг (1544) һәм Вильно (1579) университеттары әле нигеҙләнмәгән була. Краков университеты кенәзлек йәштәре өсөн төп юғары мәктәп була. Ягелло университетта белем алған литваларға ярҙам иткән: 1409 йылда ул ярлы студенттарҙы, айырыуса «Литванан һәм Рустән килгәндәрҙе» урынлаштырыу өсөн йорт бүлергә бойора. XV быуат уртаһына тиклем Краков университетында Литванан 70 самаһы егет белем алған.
Башта университет Studium Generale тип аталған, артабан Краков академияһы (пол. Akademia Krakowska), аҙаҡ Төп таж мәктәбе (пол. Szkoła Główna Koronna). XIX быуатта хәҙерге Ягеллон атамаһын ала, ул Ягеллондар династияһы менән бәйләнеште белдерә.
1977 йылда студент-оппозиционер Станислав Пыяс һәләк булғандан һуң, Ягеллон университеты Студенттарҙың теләктәшлек комитеттары[13], 1980 йылда — Студенттарҙың бойондороҡһоҙ союзы хәрәкәттәренең үҙәге була.
- Хәҙерге заман
Университет Утрехт селтәре Европа университеттарының ассоциацияһына инә.
Факультеттар
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта Ягеллон университетында (шул иҫәптән Collegium Medicum UJ) 15 факультет иҫәпләнә:
- юриспруденция һәм хакимиәт факультеты (пол. Wydział Prawa i Administracji)
- фәлсәфә факультеты (пол. Wydział Filozoficzny)
- физика, астррономия һәм ярҙамсы информатика факультеты (пол. Wydział Fizyki, Astronomii i Informatyki Stosowanej)
- тарих факультеты (пол. Wydział Historyczny)
- филология факультеты (пол. Wydział Filologiczny)
- полонистика факультеты (пол. Wydział Polonistyki)
- математика һәм информатика факультеты (пол. Wydział Matematyki i Informatyki)
- химия факультеты (пол. Wydział Chemii)
- биология һәм Ер тураһында фән факультеты (пол. Wydział Biologii i Nauk o Ziemi)
- идаралыҡ һәм социаль коммуникациялар факультеты (пол. Wydział Zarządzania i Komunikacji Społecznej)
- халыҡ-ара һәм сәйәси тикшеренеүҙәр факультеты (пол. Wydział Studiów Międzynarodowych i Politycznych)
- биохимия, биофизика һәм биотехнологиялар факультеты (пол. Wydział Biochemii, Biofizyki i Biotechnologii)
- Collegium Medicum
Университет 46 йүнәлеш һәм 127 һөнәр буйынса әҙерлек алып бара. 2010 йылда Ягеллон университетында 49379 студент белем алған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://radon.nauka.gov.pl/dane/profil/ec799b31-2b67-4e3d-b91b-d4bb28f41d43
- ↑ https://bip.uj.edu.pl/documents/1384597/3171038/STATUT_UJ_ost_zm_28.09.2022.pdf/d1aff7f1-cae0-48cd-88f7-0dd8fb6d5446
- ↑ https://www.uj.edu.pl/uniwersytet-z-collegium-medicum/nagrody-i-wyroznienia/plus-ratio (пол.)
- ↑ https://en.uj.edu.pl/en_GB/about-university/ju-awards/plus-ratio (ингл.)
- ↑ https://www.the-guild.eu/members/
- ↑ https://web.archive.org/web/20221123144401/https://www.auf.org/les_membres/nos-membres/
- ↑ https://web.archive.org/web/20231109092552/https://coara.eu/coalition/membership/
- ↑ https://stat.gov.pl/obszary-tematyczne/edukacja/edukacja/szkolnictwo-wyzsze-w-roku-akademickim-20232024,8,10.html
- ↑ https://en.uj.edu.pl/en_US/about-university/facts-and-figures
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:6d8:12::/48&type=inet6num
- ↑ https://radon.nauka.gov.pl/dane/profil/ec799b31-2b67-4e3d-b91b-d4bb28f41d43 (пол.)
- ↑ https://orcid.org/signin
- ↑ Cecylia Kuta: Studencka solidarność odpowiedzią na zamordowanie Stanisława Pyjasa
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЯгеллон университеты Викимилектә | |
Ягеллон университеты Викияңылыҡтарҙа |
- Краковский университет // Конго — Крещение [Электронный ресурс]. — 2010. — С. 572. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 15). — ISBN 978-5-85270-346-0.
- Ягеллонский университет // Шервуд — Яя [Электронный ресурс]. — 2017. — С. 623—624. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 35). — ISBN 978-5-85270-373-6.
- Гайдукевич Лешек, Карась Мечислав. Ягеллонский университет. Исторические традиции — настоящее — будущее. Перевод с польского. — Краков, 1975. — 110 с.
- Балабан М. Ягеллонская академия и Ягеллонская библиотека // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- Храневич К. И. Краковский Ягеллоновский университет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Fijalek J. «Uchryescijanienia Litwy przez Polske». «Polska i Litwa w Dziejowym Stosunku» (Krakow, 1914).