Урмия (әзерб. Urmiya gölü, перс. دریاچه ارومیه — Дарйаче-йе Орумийе) — Әрмән ҡалҡыулыҡтарында[1][2], төньяҡ-көнбайыш Иранда, Көнсығыш һәм Көнбайыш Әзербайжан араһында урынлашҡан ағымһыҙ тоҙло күл. Яҡын һәм Урта Көнсығыштағы иң ҙур күл.

Озеро
Урмия
фарсы دریاچه ارومیه
Морфометрия
Абсолют бейеклеге1275 м
Үлсәме140 × 40-55 км
Майҙаны5200-6000 км²
Иң тәрән урыны16 м
Уртаса тәрәнләк5 м
Гидрология
Минераллығысолёное 
Бассейн
Площадь бассейна50 000 км²
Впадающая рекаЗеррине-Руд
Урынлашыуы
37°42′ с. ш. 45°19′ в. д.HGЯO
Ил
Иран
Точка
Урмия
 Урмия Викимилектә

Исеме үҙгәртергә

«Авеста» ул "тоҙло һыулы тәрән күл " кеүек билдәле, Чечашт («ялтыр-аҡ»), һәм шул исеме менән фарсы авторҙары XIV быуатта ла телгә ала. Истахри уны Бухайрат аш-Шурат тип атай — «ересь яҡлы кешеләрҙең күле» тип аңлатыла. Урта быуатта шулай уҡ Тоҙло күл тип йөрөтөлә; Ҡабудан (иран. Дарйача-йи Кабудан — «зәңгәр күл»[3], урта әрм. Կապուտան [Ҡапутан]); Шахи (Шаху, таулы утрау буйынса) йәки Тала (Теля, ҡәлғә буйлап). Исеме әлеге мәлдә көнбайыш ярында урынлашҡан Урмия ҡалаһы хөрмәтенә бирелгән. 1926 йылда Реза Пехлеви шаһы хөрмәтенә Резайе́ тип үҙгәртелә; 1970-се йылдарҙа элекке исеме кире ҡайтарыла. Заманса исеме башҡа телдәре — әзерб. Urmiya gölü, әрм. Ուրմիա լիճ [Урмия лич], курд. Gola Urmiyê.

Географик характеристика үҙгәртергә

Көнсығыш һәм Көнбайыш Әзербайжан араһында, тектоник уйһыулығында, Курдский тауҙары (1275. м) бейеклегендә урынлашҡан. Төньяҡтан көньяҡҡа табан һуҙылған; максималь оҙонлоғо — 140 км, киңлеге — яҡынса 40-55 км. Майҙаны төрлө юлдар менән 5200 — 6000 км². Уртаса тәрәнлеге — 5 метр, максималь — 16 метрға тиклем. Майҙаны — яҡынса 50 мең км². Был күрһәткестәр һыу өҫтәлеүе рәүешендә үҙгәрә, уртаса алғанда йылына 5 км³ һыу, 80 % — ҡа тиклем ямғырлы ҡышҡа һәм яҙғы айҙарға тура килә. Ҙур ҡушылдыҡтар — Зәрринә-Руд (Джагату) һәм Татаву көньяғында, Аджи-сәй — төньяҡ-көнсығышында. Күл ағымһыҙ булғанлығынан, бик тоҙло, тоҙлолоғо миҙгелгә ҡарай: яҙғыһын 80-150 ‰ тиклем, көҙҙөң һуңғы айҙарында — 260—280 ‰. Төп тоҙҙар — хлор, натрий һәм сульфат.

Күлдә 102 утрау урынлашҡан, ҙур утрауҙарҙа — фисташка урмандары (Pistacia atlantica); көньяҡ өлөшөндә 50 ваҡ-төйәк утрауҙар. Күл туңмай, судносылыҡ бар. Ярында — тоҙло тупраҡтар, йылғалар тамағында — ҡамышлы һаҙлыҡтар; күбеһенсә кеше аяғы баҫмаған утрауҙар. Балыҡ юҡ, әммә һыу үҫемдәренең күплеге артемияларға ваҡ-төйәк ризыҡ булып тора. Яр ситтәрендә берғаҙан, фламинго, пеганка һәм ҡоштар оя ҡора, утрауҙы ваҡытлыса миграция территорияһы кеүек ҡулланалар. 1967 йылда милли парк барлыҡҡа килә, һәм уның эсенә күлдең ҙур өлөшө индерелә.

 
Күл аша күпер төҙөү, 2005 йыл

2008 йылдан алып ике өлөшкә дамба менән бүленә, унда Көнсығыш һәм Көнбайыш Әзербайжанды бәйләгән шоссе үтә. Дамба күперенең оҙонлоғо 1500 метрға тиклем һуҙыла, шуға ла күлдең циркуляцияһын боҙоп, тирә-яҡ мөхиткә насар йоғонто яһап тора.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. [ Армянское нагорье] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.:
  2. Большой энциклопедический словарь.
  3. Краткие сообщения института народов Азии, Выпуски 62-66, 1964