Сисак (хорв. Sisak, нем. Sissek, мадьярса  Sziszek, итал. Siscia) — Хорватияның үҙәк өлөшөндәге ҡала.

Сисак
хорв. Sisak
Байраҡ
Рәсем
Рәсми атамаһы Sisak
Дәүләт  Хорватия
Административ үҙәге Сисацко-Мославинская жупания[d]
Административ-территориаль берәмек Сисацко-Мославинская жупания[d]
Халыҡ һаны 40 121 кеше (31 август 2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 100 метр
Туғандаш ҡала Габрово[d], Бренцтағы Һайденһайм[d], Ремхинген[d], Сомбатхей[d], Йиглава[d] һәм Лешно[d]
Милке Gradski stadion[d] һәм Viktorovac Central Cemetery[d]
Алыштырған Siscia[d]
Майҙан 421,4 км²[2],
32 км²[2]
Почта индексы 44000[3]
Рәсми сайт sisak.hr
Урындағы телефон коды 044
Номер тамғаһы коды SK
Карта
 Сисак Викимилектә

Одра, Купа һәм Сава йылғалары ҡушылдығындағы илдең баш ҡалаһы Загребтан 57 км көньяҡ-көнсығыш алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халҡы — 33 322 кеше (2011)[4]. Сисак — Сисак-Мославина жупанлығының административ үҙәге.

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә
 
Ҡәлғә

Ҡала Загреб — Сисак — Петринья автотрассаһында һәм Загреб — Сисак — Хрватск-Костайница тимер юлдарында урынлашҡан. Хорватияның башҡа эре ҡалаларына даими автобус һәм тимер юлдары менән бәйләнеш булдырылған.

Сисак — Хорватияла ҙур йылға порты, унан башлап Савала суднолар йөрөй, уның буйлап караптар Дунайға барып етә.

Ҡалала металлургия, еңел, аҙыҡ-түлек һәм химия сәнәғәте, суднолар төҙөү предприятиелары урынлашҡан.

Сисак — 42-нән алып 54° температурға тиклем минераль сығанаҡтары күп булған курорт-ҡала. Ҡаланан алыҫ түгел Сава йылғаһының һул яры буйлап Лоньско яланы тәбиғәт паркы урынлашҡан (Lonjsko polje).

Ҡаланың яҡынса 2 500 йыллыҡ тарихы бар. Рим империяһы баҫып ингәнгә тиклем ҡала кельттыҡы булып ҡала һәм Сегестик тип атала. Рим империяһы ваҡытында ҡала Сисция исемен йөрөтә, стратегик өс йылға ҡушылған урында урынлашҡан һәм тиҙ үҫешә, Паннония провинцияһының Савия тип аталған баш ҡалаһы статусына өлгәшә. Сисцияның епископы Квириний 309 йылда христианлыларҙы эҙәрлекләгән ваҡытта римлеләр тарафынан язалап үлтерелә, хәҙер ул ҡаланы ҡурсалаусы тип таныла.

 
Изге Тәре соборы

Империя бөлгөнлөккә төшкәс, ҡала күп тапҡыр һундар, аварҙар һәм славяндар тарафынан ҡыйратыла. IX быуатта славяндар был территорияларҙа нығына һәм славян булмаған халыҡты ассимиляцияға дусар итә. Ошо осорҙан ҡала урындағы кенәздәргә, ә аҙаҡ венгр — хорват королдәренә ҡарай.

XVI быуатта ҡала төрөк ябырылыуҙарын кисерә, һуңынан төрөктәрҙән һаҡланыу өсөн ҡеүәтле нығытмалар төҙөлә. 1593 йылда Сисак эргәһендә алыштарҙа Изге Рим империяһы төрөк ғәскәрҙәрен ҡыйратҡандан һуң Сисак тарихҡа инә, был Балканды яулаған дәүерҙә төрөктәр өҫтөнән беренсе ҙур еңеү була. Был посавин төбәген Габсбургтар контроле аҫтына эләгеүгә килтерә.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Хорватия менән бергә Сисак сербтар, хорваттар, словендар короллегенең, һуңыраҡ Югославия королегенең өлөшө була.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡаланың тирә-яғында антифашистик партизан отрядтары әүҙем эшләй, шул уҡ ваҡытта ҡаланың үҙендә усташтар тарафынан концлагерь булдырыла, был Ясеновацкий лагерының бер өлөшө була һәм унда сербтарҙы, сиғандарҙы, йәһүдтәрҙе юҡ итәләр.

 
Иҫке күпер

Югославия тарҡалғандан һуң 1991 йылда ҡала бойондороҡһоҙ Хорватия өлөшө булып ҡала. Ошонан һуң башланған һуғышта Сисак сербтарҙың ут асыуынан зыян күрә, хәрби хәрәкәт туҡтағандан һуң емерелгән һәм зыян күргән биналар тергеҙелә. 1991—1992 йылдарҙа Сисакта күпләп үлтерештәр булып үтә, үлтереш барышында күп сербтар һәм бер нисә хорват һәм босния момсолманы һәләк була.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Купа һәм Сава йылғалары араһындағы XVI быуаттың өсмөйөшлө Ҡәлғәһе
  • Барокко стилендәге Мали Каптол (Kaptol Mali) һарайы һәм классицизм стилендәге Бөйөк Каптол (Kaptol Veliki) һарайы
  • Купа өҫтөндәге Иҫке күпер
  • Изге Тәре кафедраль соборы
  • Римдың Сисция ҡалаһы емереклектәре.

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә
 
Рим ҡалаһының емереклектәре

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә