Сирушо

әрмән йырсыһы

Арутюнян Сирануш Грачьевна (әр: Հրաչի Հարությունյան Սիրանուշ, 7 ғинуар 1987 йыл) — Сирушо булараҡ билдәле әрмән йырсыһы. Бик күп йырҙарҙың авторы һәм композиторы. Әрмәнстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (15.09.2017)[2].

Сирушо
әрм. Սիրուշո
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Әрмәнстан
Тыуған көнө 7 ғинуар 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (37 йәш)
Тыуған урыны Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР
Әсәһе Syuzan Margaryan[d]
Хәләл ефете Levon Kocharyan[d]
Һөнәр төрө йырсы, автор-исполнитель
Уҡыу йорто Ереванский государственный университет[d]
Ҡатнашыусы Евровидение 2008 йыр конкурсы[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм вокал[d]
Жанр поп-музыка[d], соул[d], заманса ритм-н-блюз[d], фолк[d], армянская музыка[d], романс[d] һәм поп-фолк[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный артист Республики Армения
Рәсми сайт sirusho.am[1]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 87 635
 Сирушо Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Сирушо — Сирануш Грачьевна Арутюнян 1987 йылдың 7 ғинуарында Ереван ҡалаһында ижади әрмән ғаиләһендә тыуа. Атаһы Грачья Арутюнян — Әрмән драма театры актеры һәм режиссеры, Әрмәнстандың халыҡ артисы. Әсәһе Сюзан Маргарян — билдәле йырсы, Әрмәнстан ССР-ының атҡаҙанған артисы. Сирушо карьераһын 7 йәшендә, Әрмәнстан һәм Канада сәхнәләрендә сығыш яһап башлай. 9 йәшендә «Лусабац» йыры өсөн Милли Музыкаль премия ала. Үҙ ижадында әрмән милли музыкаһын һәм заман поп-музыкаһын берләштерә. Музыкаль карьераһынан тыш биҙәүестәр дизайны менән шөғөлләнә. 2012 йылда үҙенең «PreGomesh» аксессуарҙар линияһын сығара. Линия яңы трендтарҙың боронғо әрмән традициялары менән бәйләнешен берләштерә.

2000 йылда уның беренсе «Sirusho», һуңынан 2005 йылда «Sheram» альбомы сыға. Сирушо эксперименттар ярата, уның йырҙарында соул, R&B, рop, фолк музыка жанрҙары дудук, зурна, дхол әрмән музыка ҡоралдары оҙатыуында башҡарыла. Йырсы 2005 йылда донъяның 30-ҙан ашыу илендә: Канада, Швеция, Кипр, Италия, Белоруссия, Бөйөк Британия, Израиль, Украина, Мальта, АҠШ, Франция, Бельгия, Греция, Сербия, Германия, Ливан, Мысыр, Грузия, Рәсәй, Иордания, Төркиә, Сүриә, Иран, Польша һәм башҡа илдәрҙә концерттар менән сығыш яһай.

2007 йылда «Hima» тип аталған өсөнсө альбомын сығара. Ундағы «Mez vochinch chi bazhani» (рус. Ничто нас не разлучит) йыры фажиғәле һәләк булған йырсы Вардуя Варданянға бағышлана. 2008 йылда Әрмәнстан исеменән Әрмәнстанда һәм Европала йәштәр араһында популяр булып киткән «Qele Qele» йыры менән Белградта (Сербия) үткән Евровидениела сығыш яһай һәм 199 мәрәй йыйып 4-се урын ала. 2009 йылда грек телендә «Erotas» (грек. Έρωτας, рус. Любовь) йырын яҙҙыра. Был йыр оҙаҡ ваҡыт Әрмәнстандың хит-парадында беренсе урындарҙан төшмәй. Шул уҡ йылда ул Мауд Боаз һәм Елена Томашевич менән берлектә «Time to Pray» (рус. Время молиться) йырын тәҡдим итә. Сирушо күп тапҡырҙар Әрмәнстандың «Иң яҡшы йыл йырсыһы» премияһы менән бүләкләнә.

2010 йылда «Европала әрмән музыкаһын пропагандалаған өсөн» Ташир Музыкаль пермияһына лайыҡ була. 2012 йылда Комитастың «Gutanerg Lorva» тигән әрмән йыры менән илһамланып, «PreGomesh» йырын яҙа. Был йыр популяр булып китә һәм оҙаҡ ваҡыт хит-парадтарҙа беренсе урындарҙы яулай.

Дискография

үҙгәртергә
  • 2000 — Sirusho
  • 2005 — Շերամ (Шелкопряд)
  • 2007 — Հիմա (Хәҙер)
  • 2010 — եմ Հավատում (Ышанам)
  • 2016 — Արմատ (Тамырҙар)
  • 2005 — «Shorora»
  • 2005 — "Sery mer "
  • 2006 — «Mayrik»
  • 2006 — "Heranum em "
  • 2007 — «Hima»
  • 2007 — "Arjani e " (Mkheyan featuring Sofi)
  • 2007 — "Mez Vochinch Chi Bajani "
  • 2008 — «Qélé, Qélé»
  • 2009 — «Erotas»
  • 2009 — «Time to Pray» (Mauda featuring Tomasevic Boaz and Jelena)
  • 2010 — «Havatum Em»
  • 2011 — "I Like It "
  • 2012 — «PreGomesh»
  • 2013 — «See»

Премиялары

үҙгәртергә
  • 2003: «The Future of Armenian Music» at the Armenian National Music Awards, Yerevan
  • 2004: «Best Female Artist» at the «Krunk Awards», Yerevan •
  • 2005: «Best Song» — «Sery mer» at the «Voske Qnar Awards», Yerevan
  • 2005: «Best Album of the Year» — «Sheram» at the Armenian National Music Awards, Yerevan
  • 2005: «Best Female Artist of the Year» at the Armenian National Music Award, Yerevan
  • 2005: «Best Female Artist» at the Annual Armenian-Russian Diaspora Music Awards (Tashir 2005), Moscow
  • 2006: «Best Female Artist of the Year» at the Annual Armenian-Russian Diaspora Music Award (Tashir 2006), Moscow
  • 2006: «Best Music Video» — «Mayrik» at the Annual MCLUB AMVA Awards, USA
  • 2007: «Best Female Artist of the Year» at the Armenian Music Awards (Anush), USA
  • 2007: «Best Video» — «Hima» at the «Top 10 Awards», Yerevan
  • 2007: «Princess of Armenian Music», Yes Magazine Awards, Yerevan
  • 2007: «Best Song» — «Heranum em» at the «Voske Qnar Awards», Yerevan
  • 2008: «Best Video» — «Qele Qele» at the «Top 10 Awards», Yerevan
  • 2008: «Eurovision Fan Award» at the Eurovision Song Contest, Belgrade
  • 2009: «Best International Armenian Singer» at the Annual Armenian-Russian Diaspora Music Award (Tashir 2009), Moscow
  • 2010: «Best Song» — «Havatum Em» at the Armenian National Music Awards, Yerevan
  • 2010: "Best-Selling Album " — «Havatum Em» at the Armenian National Music Awards, Yerevan
  • 2010: «Best Singer» & «Best Media Star» at Luxury Awards
  • 2010: «Special award for spreading the Armenian music in Europe» at the Annual Armenian-Russian Diaspora Music Award (Tashir 2010), Moscow

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә