Эвакуация госпитале
Эвакуация го́спитале (ЭГ, эвакого́спиталь) — зарарланған йәки яраланған һәм сирле кешеләргә һуғыш осоронда медицина ярҙамы күрһәтелә торған урын; кешеләрҙе күпләп эвакуациялау өсөн уның үҙенең транспорт саралары булмай, улар госпиталь базалары составында файҙаланыла[1].
Эвакуация госпитале | |
Эвакуация госпитале Викимилектә |
Эвакогоспиталдәр фронттың, тылдың (хәрби хәрәкәттәр театрынан ситтә урынлаштырыла), ҡайһы берҙә армияның госпиталь базаһы составында булдырыла[2]. Квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн эвакуация госпиталдәре терапевтик (ТЭГ) һәм хирургик (ХЭГ) төрҙәргә бүленә, һәм ике төрө лә «махсуслаштырылған» булыуы ихтимал (ярашлы рәүештә СТЭГ и СХЭГ, әйтәйек, нейрохирургик, офтальмологик, психоневрологик, инфекция ауырыуҙары өсөн һәм башҡа төрҙәге махсус медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн)[1].
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе тапҡыр эвакогоспиталдәр 1877—1878 йылдарҙа Урыҫ-төрөк һуғышы осоронда урыҫ яугирҙарен дауалау өсөн ойошторола. Урыҫ-япон һуғышы, Беренсе донъя һуғышы йылдарында һәм Бөйөк Ватан һуғышының тәүге осоронда ғәскәрҙәрҙе санитария йәһәтенән тәьмин итеүҙә төп сара булып тора. Санитар эвакуацияның, эҙмә-эҙлекле дауалауҙы ойоштороуҙың теоретик нигеҙҙәрен профессор В. А. Оппель эшкәртә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакогоспиталдәр теорияһы һәм уларҙы файҙаланыу практикаһы армия һәм фронт тылында госпиталдәр ҡеүәттәрен арттырыу иҫәбенә тамырынан үҙгәрә, билдәле категорияға ҡараған яралыларҙы тылға йүнәлтеү эше лә юлға һалынаref>Варламов В. М., Селиванов В. И., Селиванов Е. Ф. Некоторые вопросы медицинского обеспечения войск в третьем периоде Великой Отечественной войны // Воен.-истор. журнал. — 1985. — № 11. — С. 72—77.</ref>[3].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сортҡа айырыусы эвакуация госпиталдәре (СЭГ) була, улар фронттың госпиталь базаһына килтерелгән яралыларҙы эвакогоспиталдәргә бүлеү менән шөғөлләнә, ә контроль-эвакуация госпиталдәре (КЭГ) яралыларҙы госпиталдәргә дөрөҫ урынлаштырыуҙы, яралыларҙы һәм сирлеләрҙе дөрөҫ итеп һайлауҙы һәм уларҙы был госпиталь базаһынан эвакуациялауҙың дөрөҫ башҡарылыуын тикшерә[1]. Эвакогоспиталдәр бер йәки бер нисә бер-береһенә яҡын урынлашҡан тораҡ пункттарында, 2000 - 2 000 койкаға иҫәпләнгән 10-15 госпиталде берләштерә, улар ҡулайлаштырылған биналарҙа (йыш ҡына мәктәптәр, театр биналары һәм башҡа йәмәғәт ҡулланыуындағы биналарҙа) урынлаштырыла һәм эвакопункттарҙың оператив идараһы аҫтыда эшләй[2].
Һәр эвакуация госпитале идаралыҡ, дауалау-диагностика бүлексәләре, аптека, хеҙмәтләндереү һәм матди тәьминәт бүлексәләренән тора. Эвакуация госпиталенең төп бурыстары: яралыларҙы ҡабул итеү, урынлаштырыу, дауалау йүнәлештәрен билдәләү, яралыларҙы һәм ауырыуҙарҙы санитар (махсус) эшкәртеү; уларға махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү һәм артабан дауалау; оҙайлы махсуслаштырылған дауалау талап ителгән яралыларҙы һәм ауырыуҙарҙы эвакуацияға әҙерләү[4].
1941 — 1945 йылдарҙа 6 000-дән ашыу эвакуация госпитале булдырыла[5].
Һуғыштан һуңғы осорҙа һуғыш булған осраҡта эвакогоспиталдәр өсөн мәктәптәр, хәстәханалар, ял йорттары биналарын файҙаланыу планлаштырыла. 1960 йылдар аҙағына дауалау учреждениелары селтәренең артыуы эвакогоспиталдәр өсөн тик хәстәханалар биналарын ғына файҙаланыуҙы күҙҙә тота. 1945 йылда Советтар Союзында һәм Рәсәйҙә күпләп эвакгогоспиталдәр булдырыу күҙәтелмәй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакогоспиталдәрҙән тыш сит илдәр армияһының тылға эвакуацияланған һәм ауыр яралы, оҙайлы дауалау талап иткән хәрби тотҡондарын дауалау өсөн илдең тәрән тылында булдырылған махсус госпиталдәр ҙә була.[6]. Мәҫәлән, Уралда шундай махсус госпиталдәр урынлаша: Первоуральск ҡалаһында 1893-сө, Түбәнге Тагил ҡалаһында 2929-сы, Магнитогорскиҙа 5921, Шумиха ҡалаһы 3757-се һәм башҡа ҡалаларҙа махсус эвакогоспиталдәр була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Большой медицинский словарь. 2000.
- ↑ 2,0 2,1 Шевцов О. С. Эвакуационный госпиталь // Большая медицинская энциклопедия, 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 27.
- ↑ Кусков С. А. Эвакогоспитали Урала в 1945 году: участие в санитарном обеспечении Красной Армии в ходе Советско-японской войны // Военно-исторический журнал. — 2016. — № 3. — С. 65.
- ↑ Советская военная энциклопедия: в 8 т. — 2-е изд. — М.: Воениздат, 1990.
- ↑ Перечень № 28 частей и учреждений медицинской службы Советской армии, со сроками вхождения их в состав действующей армии в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. 2014 йыл 8 май архивланған.
- ↑ Мотревич В. П. Иностранные воинские захоронения Второй мировой войны на Урале: численность, правовой статус, благоустройство // Научная статья в электронном приложении к Российскому юридическому журналу, № 5 от 2011 г., с. 65-73. (С. 66).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Эвакуационный госпиталь // Советская Военная Энциклопедия (в 8-ми т.) / Н. В. Огарков (пред. гл. ред. комиссии). — М.: Воениздат, 1980. — Т. 8. — С. 557. — 688 с. — 105 000 экз.
- Дружинина Э. Б. Эвакогоспитали Челябинска «Силәбе» энциклопедияһында
- Кулагина А. А. Эвакогоспитали Башкирии в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1988.