Сидрәт үл-мүнтәһа
Сидрәт үл-мүнтәһа (ғәр. سدرة المنتهى; рус. Сидрат аль-мунтаха; «иң сикке лотос») — ислам инанысында: Аллаһ Тәхете (Ғәреш) янында, етенсе күк йөҙөндәге (Йәннәт) лотос ағасы.
Сидрәт үл-мүнтәһа | |
ғәр. سِدْرَةُ الْمُنْتَهَى | |
Нимә менән тоташа | treasures of God in Islam[d] һәм Миғраж төнө |
---|---|
Вики-проект | Проект:Ислам[d] һәм Проект:Мифология[d] |
Сидрәт үл-мүнтәһа Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәСидрәт үл-мүнтәһаны «сикке» тип атайҙар, сөнки ерҙән күтәрелгән һәм Аллаһтан төшкән бөтә нәмә уға барып етә. Икенсе версия буйынса, атама ерҙән һәм ете күктән юғарыраҡ урынлашыуынан килеп сыҡҡан, һәм шунда яралтылмыштарҙы танып белеү тамамлана[1].
Ҡөрьәндә телгә алыу
үҙгәртергәСидрәт үл-мүнтәһа Ҡөрьәндә Ән-Нәджм сүрәһендә Миғраж төнө тураһындағы аяттарҙа телгә алына.
Япраҡтары
үҙгәртергәРиүәйәттәрҙең береһенә ярашлы, Сидрәт үл-мүнтәһаның япраҡтары һаны ерҙәге кешеләр һаны менән бер тигеҙ. Һәр япраҡ тейешле кешенең исеме менән билдәләнгән, ә Бәрәғәт кисәһендә (Шәғбан айының 15-се һанлы төнө) был ағас һелкенә, һәм киләһе йылда үлергә тейешле кешеләрҙең исемдәре яҙылған япраҡтар ҡойола.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Сидрат аль-мунтаха // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Sidrat al-Muntahā / Rippin, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |