Серра-ду-Мар
Се́рра-ду-Мар (порт. Serra do Mar Serra do Mar) — Бразилия яҫы тау теҙмәһенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге тау системаһы. Атлантик океан яры буйлап 1500 км алыҫлыҡта — Санта-Катарина штатының төньяғынан Рио-де-Жанейро штатының төньяҡ-көнсығыш өлөшөнә тиклем һуҙыла.
Серра-ду-Мар | |
Донъя ҡитғаһы | Көньяҡ Америка[1] |
---|---|
Дәүләт | Бразилия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Рио-де-Жанейро[d][1], Сан-Паулу[d][1], Парана[d][1] һәм Санта-Катарина[d][1] |
Иң юғары нөктә | Пико-да-Каледония[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 604 метр |
Эра | триасовый период[d] |
Мираҫ статусы | CONDEPHAAT Good Class[d] һәм INEPAC Good Class[d] |
Оҙонлоҡ | 1500 km |
Серра-ду-Мар Викимилектә |
Үҙенең геологик ҡиммәте, флора һәм фауна байлығы арҡаһында Сан-Паулу штатында урынлашҡан Серра-ду-Марҙың бер өлөшө 1985 йылдың 6 июнендә төбәктең тарихи мираҫы исемлегенә индерелгән.
Бразилия Конституцияһының 225 статьяһының 4-се статьяһына ярашлы, Серра-ду-Мар, Амазония урмандары, Атлантика урманы, Пантаналы һәм Яр буйы зонаһы менән бер рәттән илдең милли байлығы булып тора.
Географияһы
үҙгәртергәБразилия география һәм статистика институты картаһына ярашлы, система дүрт штат территорияһында урынлашҡан: Санта-Катарина, Парана, Сан-Паулу һәм Рио-де-Жанейро. Тау территорияһында Сан-Паулу, Куритиба һәм өлөшләтә Рио-де-Жанейро кеүек миллионер ҡалалар урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды Экотөбәк сиктәрен геологик сиктәр менән сағыштырғанда бер аҙ киңерәк билдәләй: был версия буйынса Серра-ду-Марҙың айырым территориялары Риу-Гранди-ду-Сул штатының төньяҡ-көнсығышында, Эриспиту-Санту штатының көньяғында, шулай уҡ Минас-Жерайс штатының көньяҡ-көнсығында урынлашҡан.
Геологияһы
үҙгәртергәКристалл Атлантик ҡалҡандың Атлантик океанға етәрәк ҡырҡа туҡталып ҡалған күтәрелгән ситенән ғибәрәт, ул көнсығыш битләүҙәргә тау һырттары күренешен бирә. Башлыса гранит һәм гнейстарҙан тора. 100 млн йыл элек Көньяҡ Америка менән Африка бүленгәндән һуң, улар араһында Атлантик океан формалаша башлай. Материктарҙың хәрәкәте әүҙем рәүештә тауҙарҙы барлыҡҡа килтерә. Был процестар арҡаһында Көньяҡ Американың бөтә көнсығыш сигендә көслө күтәрелеш була, һөҙөмтәлә Серра-ду-Мар һәм көньяҡтараҡ — Серра-Жерал формалаша.
Тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, Серра-ду-Мар субпараллель тау системалары һәм континентҡа тәрәнерәк инеп Серра-да-Мантикейра һуңғы аҡбур дәүерендә (Үрге аҡбур), йәғни 65-66 млн йыл элек формалашҡан.
Тауҙар теҙмәһенең хәҙерге рельефы бер нисә сәбәп арҡаһында хасил була.
Экологияһы
үҙгәртергәБразилияны европалылар яулап алғандан һуң, Серра-ду-Мар территорияһында урынлашҡан Атлантик урманы хужалыҡ ихтыяждары һәм урбанизация процесы арҡаһында һиҙелерлек кәмей. Урмандың бер өлөшө юҡ ителә, ҡайһы бер ҡиммәтле хайуан һәм үҫемлек төрҙәре юҡҡа сыға. Көньяҡ-көнсығыш һәм Көньяҡ төбәктәр Бразилия халҡының 70 проценттан ашыуы йәшәй. Ғалимдар баһалауынса, был төбәктәрҙә урман биләмәләренең тәүге ареалынан 8 проценттан кәмерәк ҡалған. Шуға ҡарамаҫтан, Серра-ду-Мар урмандары бик бай биологик төрлөлөгөн һаҡлай, был йәһәттән Амазония урмандарынан ғына ҡалыша. Ағастарҙың 450 төрөнөң 70 проценты эндемик булып тора. Бында яҡынса 261 төр һөтимәр теркәлгән, уларҙың 73 (йәғни 28 %) эндемик булып тора. 1990-сы йылдар аҙағына ҡарата Атлантик урманда приматтарҙың 15 төрө һәм 24 ярым төрө, шул иҫәптән эндемик заты — мириктар (үрмәксе һымаҡ маймылдар) һәм арыҫлан игрункалары йәшәгән[2].
Бөгөн биологик төрлөлөгө һаҡлау функциялары милли тәбиғәт парктары, экологик станцияларына һәм резерваттарға йөкмәтелә, әммә элеккесә урман янғындары, кислоталы ямғырҙар һәм браконьерҙар проблемалары көнүҙәк проблема булып ҡала. 1999 йылда Серра-ду-Мар Атлантик урмандарының ҡурсаулыҡ биләмәләре (468 193 гектар) ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә (No 893).
Галерея
үҙгәртергә-
Паранагуа ҡалаһы районында (Парана штаты) Серра-ду-Мар тауының 3 үлсәмдәге моделе -
Парана тауы -
Марумби тауы (Парана штаты) -
Параибуна йылғаһы (Сан-Паулу штаты)