Селтәрлеуртаташ
Селтәрлеуртаташ (Селтербиуртаташ) — Башҡортостандың көньяғында, Көньяҡ Урал тауҙары алдында, Ишембай районында урынлашҡан урын-ер[1].
Селтәрлеуртаташ | |
Нигеҙләү датаһы | 26 декабрь 1985 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 27 август 2014 |
Селтәрлеуртаташ Һикәҙе йылғаһының (Егән йылғаһы ҡушылдығы) уң ярында, Маҡар ауылының көнсығышында, «Ишембай» заказнигы биләмәһендә урынлашҡан. Аныҡ урыны: Маҡар лесхозы, Маҡар лесничествоһы, 46-сы квартал (2, 3-сө бүлемдәр).
Селтәрлеуртаташ Һикеяҙ йылғаһының текә ташлы төп яры яйлаһының бер өлөшө булып тора, бейеклеге йылға кимәленән 40 м тәшкил итә. Ландшафы туғайлашҡан киң япраҡлы ағастарҙан (йүкә ҡатнаш һалпыш аҡ ҡайын) һәм элекке урман урындарында хасил булған туғайҙарҙан тора. Ере һоро тау‑урман һәм кәҫле-көлһыу тупраҡлы.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1985 йыл 26 декабрь ҡарары менән был төбәк ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[2][3]. Айырыуса һаҡланыусы был объекттың майҙаны 5,2 гектар тәшкил итә. Уның төп тәғәйенләнеше — тәбиғәт комплекстарын һаҡлау һәм тергеҙеү.
Төбәктә һирәк осраған үҫемлектәр — ябай абаға, сантолина япраҡлы әрем, шиверекия үләне, төньяҡ шиверекияһы һәм башҡалар үҫә[4].
Тау битләүендә уникаль шишмәләр бар. Битләүҙән карст сығанағы булған Аллғыуат шишмәһе ағып сыға. Һыуы минералдарға бай һәм шифалы тип һанала. Уның бер өлөшө һыу үткәргес торбалар буйлап Маҡар ауылы халҡын тәьмин итеүгә хеҙмәт итә, тағы бер өлөшө Һикеяҙ йылғаһына ағып төшә[5].
Атамаһының Селтербиуртаташ тигән варианты тауҙар уртаһынан селтерләп ағып сыға тигән төшөнсәнән барлыҡҡа килгән[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Селтәрлеуртаташ(недоступная ссылка) // Башҡорт энциклопедияһы
- ↑ Постановление СМ БАССР «Об охране дикорастущих видов растений на территории Башкирской АССР» № 212 от 26 декабря 1985 года
- ↑ Урочище Селтерби-Урта-Таш Башкирия RussiaOutdoors — Путешествия по России 2014 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ Памятники природы и охраняемые природные территории Ишимбайского района Башкортостана . Дата обращения: 9 ғинуар 2014. Архивировано 17 октябрь 2013 года. 2013 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ Легенда о реке Сиказе 2020 йыл 25 ноябрь архивланған. // kzref.org
- ↑ Селтерби-Уртаташ .(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Һүрәттәр
- Селтәрлеуртаташ(недоступная ссылка) // Башҡорт энциклопедияһы