Себер кешеләре
Себер кешеһе — Себерҙә йәшәгән төрлө этник сығышлы кеше, шулай уҡ урыҫтарҙың этнографик төркөмө — башлыса ҡаты континенталь климаты, сағыштырмаса аҙ халыҡ һаны һәм төбәктәге тормош айырымлылыҡтары арҡаһында барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле «себер» һыҙаттарына эйә (характеры һәм һаулығы яғынан) булған кеше.
Себер кешеләре | |
Гражданлыҡ | Рәсәй |
---|---|
Туған тел | Сибирские старожильческие говоры[d] |
Сығышы | Себер һәм Урыҫ дәүләте |
Кем хөрмәтенә аталған | Себер |
Ҡулланылған тел | урыҫ теле |
Өлөшләтә тура килә | Этнографические и субэтнические группы русских[d] |
Себер кешеләре Викимилектә |
Этнографияла йыш ҡына себер кешеләре (сибиряктар) термины аҫтында Себер урыҫ халҡы күҙ уңында тотола — электән йәшәгән урыҫтар (XVI—XVII быуаттарҙа тәүге күсеп килеүселәр) һәм яңы күсеп килеүселәрҙән (ХІХ быуаттың икенсе яртыһындағы — XX быуаттың башындағы күсеп килеүселәр) айырмалы рәүештә уларҙың вариҫтары. Себер кешеләренә чалдондар, кержактар, семейҙар, ташсылар, русскоустьинсылар һәм урыҫтарҙың башҡа этнографик төркөмдәрен ҡушыу (улар ҙа Себер урыҫ халҡын тәшкил итә һәм дөйөм этник тарихҡа эйә) бәхәстәр тыуҙыра.
XIX быуат уртаһындағы Даль һүҙлегендә себер кешеләре (сибиряктар) урыҫ теленең себер диалекттарын ҡулланыуы арҡаһында «чевошниктар» тип атала.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, себер кешеләре итеп үҙҙәрен 4116 кеше күрһәткән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Гурандар
- Тундра аръяғы крәҫтиәндәре
- Казактар
- Ташсылар
- Камчадалдар
- Ҡарымдар
- Кержактар
- Походсылар
- Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, себер һәм Алыҫ көнсығышындағы аҙ һанлы төп халыҡтар
- Поляктар
- Себер урыҫтары
- Русскоустьинсылар
- Семейҙар
- Себер старожил һөйләштәре
- Старообрядсылар
- Чалдондар
- Якутяндар
- «Себер телендәге» википедия
- Себер областничествоһы