Камчадалдар
Камчадалдар — урыҫтарҙың этнографик төркөмө, Камчатка крайы, Магадан өлкәһе, Чукотканың хәҙерге территорияһында борондан йәшәгән халыҡ, аҙ һанлы урыҫ күскенселәренең төп төньяҡ этностары вәкилдәре менән этник бәйләнештәре һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. XVIII быуатта камчадалдар термины менән ительмендарҙы билдәләгәндәр[2].
Камчадалдар | |
Туған тел | урыҫ теле |
---|---|
Халыҡ һаны | 1927 кеше |
Камчадалдар Викимилектә |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 1927
| |
Тел | |
Раса тибы |
Смешанный (вероятно туранский) |
Халыҡ | |
Килеп сығышы |
Урыҫ камчадалдарының сығышына һәм мәҙәниәтенә ительмендар ҙур йоғонто яһаған, шулай уҡ коряктар һәм чувансылар. Камчадалдарҙың теле — урыҫ[3]. Сәйәхәтсе С. П. Крашенинников хеҙмәттәрендә локаль һәм диалект төркөмдәре атамалары бирелә: кшаагжи, кыхчерен, улар Жупанова һәм Немтик йылғалары араһында йәшәгән; чупагжу йәки бурин — Үрге Камчатка зинданы (Верхнекамчатск) һәм Жупанова йылғаһы араһында; лингурин — Немтик һәм Белоголовый йылғалары араһында һәм кулес — Белоголовый йылғаһынан төньяҡҡа табан[4]
Даими рәүештә йәшәгән урыҫ халҡы 1730-сы йылдарға барлыҡҡа килә һәм, үҙенең аҙ һанлығы арҡаһында, күпселектә край аборигендары менән ҡушылған, ә камчадалдар составына ингән ительмендарҙың өлөшө урыҫ телен һәм мәҙәниәтен ҡабул итә. XХ быуат башына Камчаткала яҡынса 3600 урыҫ-ительмен кешеһе йәшәй, улар мәҙәниәт, көнкүреш һәм урыҫ теле уртаҡлығы менән бер этнографик төркөмдө тәшкил итә[5].
Рәсәй райондары һәм ҡалалары буйынса камчадалдар өлөшө
үҙгәртергәРәсәй территорияһында 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса 229 камчадал йәшәй һәм улар айырым халыҡ итеп билдәләнгән[6].
- Камчатка тораҡ пункттарында камчадалдар һаны (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса)
(дөйөм халыҡ иҫәбе буйынса камчадалдарҙың өлөшө 5 % -тан арттҡан муниципаль берәмектәре күрһәтелгән)[7]:
- Ключи ҡасабаһы 472
- Мильково ауылы 388
- Петропавловск-Камчатский ҡалаһы 216
- Усть-Камчатск ҡасабаһы 182
- Рәсәй райондары һәм ҡалалары буйынса камчадалдар өлөшө (2010 йылғы иҫәп алыу буйынса)
- Ключи ҡасабаһы 472
- Мильково ауылы 388
- Петропавловск-Камчатский ҡалаһы 216
- Усть-Камчатск ҡасабаһы 182
- Рәсәй райондары һәм ҡалалары буйынса камчадалдарҙың өлөшө (2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса)
(дөйөм халыҡ иҫәбе буйынса камчадалдарҙың өлөшө 5 %-тан арттҡан муниципаль берәмектәре күрһәтелгән):
Муниципаль район, ҡала округы | Рәсәй Федерацияһы субъекттары | камчадалдар % |
Мильков районы | Камчатка | 8,8 |
Камчадалдар тип үҙҙәрен Магадан өлкәһендәге Охот диңгеҙе буйҙарында борондан йәшәгән кешеләр ҙә таный, улар Ола, Гижига, Ямск, Тауйск, Армань һәм башҡа ҡасабаларҙа йәшәйҙәр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Всероссийская перепись населения 2010 года . Дата обращения: 24 декабрь 2009. Архивировано 21 август 2011 года. 2018 йыл 6 сентябрь архивланған.
- ↑ Ительмены. // Большая советская энциклопедия. 2-е изд. 1953. Т. 19. С. 552
- ↑ Камчадалы // Толковый словарь Ожегова
- ↑ Ительмены, камчадалы — коренное население Камчатки | Ительмены, камчадалы | Этнография Камчатки | Камчатский край, Петропавловск-Камчатский — краеведческий сайт о Камчатке: история Камчатки, география и этнография Камчатки, литература Камчатки, фотографии Камчатки . www.kamchatsky-krai.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2015.
- ↑ КПДС | Коренные народы Севера | Камчадалы 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 24 марта 2000 года № 255 «О едином перечне коренных малочисленных народов Российской Федерации»
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 24 марта 2000 года № 255 «О едином перечне коренных малочисленных народов Российской Федерации»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Камчадалы // Италия — Кваркуш. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 11).
- Народы России: живописный альбом, Санкт-Петербург, типография Товарищества «Общественная Польза», 3 декабря 1877, ст. 527
- Мурашко О. А. Камчадалы // Большая российская энциклопедия : электронная версия. — 2016. — Дата обращения: 03.03.2018.
- Пикуль В. С. «Богатство».
- Хаховская Л. Н. Камчадалы Магаданской области (история, культура, идентификация). Магадан, 2003
Һылтанмалар
үҙгәртергәПортал «География» | |
Портал «История России» | |
Камчадалы Викимилектә | |
Проект «Сибирь» |
- Ительменский (камчадальский) язык 2014 йыл 10 август архивланған.