Походсылар (колымасылар) — Походск ауылындағы (субэтник төркөмгә ауыл исеме бирелгән) һәм Саха Республикаһы Түбәнге Колыма районы (улусы) Черск ҡасабаһындағы (Колыма йылғаһының түбәнге ағымында) урыҫтарҙың субэтник төркөмө.

Походсылар
Үҙ атамаһы

урыҫтар, походсылар, колымасылар, колымалылар

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: яҡынса 300 кеше (баһа)[1],
66 кеше (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу), шул иҫәптән: 5 кеше — походсылар, 46 кеше — колымасылар, 15 кеше — колымалылар (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу)[2][3]

Рәсәй флагы Рәсәй

Тел

урыҫ
төньяҡ урыҫ һөйләше

Дин

башлыса православие

Халыҡ

урыҫ халҡы

Килеп сығышы

Һинд-Европа

Славяндар
Көнсығыш славяндар
Урыҫтар

Яҡутстанда борондан йәшәгән урыҫ төркөмдәре үҙгәртергә

Әлеге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған Яҡутстанда борондан көн күргән урыҫтар уртаҡ сығышлы булған, әммә оҙайлы ваҡыт бер-береһенән айырым, башҡа төрлө этник мөхитендә, төрлө тәбиғәт шарттарында һәм Себер төп урыҫ халҡынан изоляцияла йәшәгән ике территориаль төркөмгә бүленә. Уларға поляр түңәрәге янындағы райондары халҡы (русскоустьинсылар һәм походсылар (колымасылар) һәм тайга райондары халҡы (якутяндар йәки Лена крәҫтиәндәре) ҡарай.

Походсылар Арктика өлкәһендәге Саха Республикаһының төньяҡ-көнсығышында ике төбәктә йәшәгән боронғо урыҫтар төркөмөнә инә. Уларға яҡын төркөм — Индигирка йылғаһы тамағындағы (Русское устье ауылы һәм Чокурдаң ҡасабаһы) русскоустьинсылар(индигирҙар). Уларҙың дөйөм һаны яҡынса мең кеше. Антропологик һыҙаттары буйынса улар метис, яҡын хужалыҡ алып барыу ысулы буйынса юкагирҙарға һәм төньяҡ сахаларға яҡындар, дини яҡтан ҡайһы бер мәжүси традицияларҙы православ христиандары, теле һәм этник үҙаңы буйынса — урыҫтар[4]. Русскоустьинсылар кеүек походсылар ҙа аҙ һанлы, төньяҡ халыҡтары араһында утрауҙарҙа йәшәгән урыҫ субэтник төркөмөнә ҡарайҙар. Сығыш уртаҡлығы, тығыҙ мәҙәни бәйләнештәр, уртаҡ тарихи яҙмыш һөҙөмтәһендә походсылар һәм русскоустьинсылар мәҙәни берҙәмлеккә эйә була[5].

Колымасылар үҙгәртергә

Колымала борондан йәшәгән урыҫтар ике ҙур төркөмдө барлыҡҡа килтерә — түбәнге колымасылар һәм урта колымасылар[6], улар был территорияла XVII быуатта тәүге урыҫ күскенселәренең урта һәм Түбәнге Колыма ағымына килеп сыҡҡандан алып барлыҡҡа килгән. Үҙенә башҡа хәле арҡаһында хәҙер ҙә йәшәү рәүешен, традицияларын, һөйләш үҙенсәлектәрен тик Түбәнге Колыма төркөмө һаҡлап ҡала (Походск ауылы), урта колымасылар (уларҙың территорияһында һөргөнсөләр бик күп була) төп урыҫ халҡы менән ҡушыла[1][7][8].

Сығыштары һәм тарихтары үҙгәртергә

 
Походск. Колыма ағымдары

Походсылар яңы ерҙәрҙе урыҫтар тарафынан колониялаштырыу, милләт-ара никахтарға инеү, башҡа этник мәҙәни элементтарҙы үҙләштереү процесында барлыҡҡа килгән ҡатнаш сығышлы субэтник төркөмдәренә ҡарай. Походсылар урыҫтарҙың юкагирҙар һәм эвендар менән ҡушылыуҙан (метислыҡтан) барлыҡҡа килгән (был уларҙың антропологик ҡиәфәтенә лә йоғонто яһаған, уларҙа монголоид һыҙаттары көслө), походсылар уларҙың йәшәү рәүешен үҙләштергәндәр, әммә урыҫ телен һәм үҙаңын һаҡлап ҡалғандар. Шул уҡ ваҡытта XIX быуат аҙағында колымасыларҙың этник үҙаңы аныҡланмаған була, бында төп ролде төп урыҫтарҙан оҙайлы изоляцияла йәшәү уйнай, шулай уҡ Себер казактарынан (урыҫ булмаған элементтарҙы үҙ эсенә алғандар) килеп сығыу ихтималлығы бар. Этнограф В. Г. Богораз походсылар үҙҙәре тураһында әйткән һүҙҙәрҙе яҙып алған: «Какие мы йусские, мы койымский найод»[9].

Колыма йылғаһының түбәнге ағымында урыҫ күскенселәре Иван Ерастов һәм Дмитрий Михайлов (Зырян Ярило) XVII быуатта Индигирканан Алазеяға диңгеҙ аша килеп етәләр, ә 1641 йылда Михаил Стадухин шул уҡ юл менән Колымаға килеп етә[10]. 1643 йылда Стадухин Колымала ҡышлау ҡуя — Урта Колыма баструғын һәм 1647 йылдың йәйенән дә һуң түгел Түбәнге Колыма баструғын[11], уның эргәһендә Походск ауылына нигеҙ һалына.

Ауылдың исеме, күрәһең, «поход» һүҙенән алынған, сөнки тап ошонан казактар походтарға һәм көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла һуғышсан чукчалар менән осрашыу өсөн киткәндәр. Походскиға бер нисә тапҡыр Шелаг морононан байдаркаларҙа йөҙөп килгән чукча-шелагтар һөжүм итәләр.

Риүәйәт буйынса, шелагтарҙың һуңғы һөжүме XVIII быуат аҙағында була (1891 йылда Колыма крайын тикшереүселәр өлкән йәштәгеләрҙе Керетово заимкаһында осраталар, улар әлегә һөжүмдәрҙе иҫләгән була). Шул ваҡыттан тыныслыҡ урынлаша. Урыҫтар Чукотканы баҫып алыуҙан баш тарта, ә чукчалар уларҙың ауылдарына һөжүмдәрҙе туҡтата.

Бик боронғо ваҡытта Малая Чукочья еренән (походсылар тәүҙә шунда төпләнә) йыш ҡына ҡороған йылғы һәм чукчалар менән булып торған ығы-зығылар арҡаһында ауылды икенсе урынға, көньяҡҡа, күсерәләр (Походскиҙың хәҙерге урыны). Социаль статусының билдәһеҙлеге арҡаһында походсылар XIX быуатта казактар менән бер ниндәй бәйләнештәре булмаһа ла, казактар тип яҙылғандар.

1940-сы йылдар башында район етәкселеге ауылды Ташлы Колыманың икенсе ярына күсерергә була, әммә 3 — 4 йылдан походсылар тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, сөнки бында һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ өсөн шарттар уңайлы була. 70-се йылдар башында Походск «перспективаһыҙ» тип иғлан ителә. Мәктәп ябыла, ауыл Советын бөтөтөргә һәм ауыл халҡын район үҙәгенә күсерергә панлаштыралар, әммә 1970-се йылдарҙың икенсе яртыһынан боронғо ауылдың яңырыуы башлана һәм хәҙерге ваҡытта Походск — заманса ҡасаба, бында йылытыу системаһы булдырыла, балалар баҡсаһы асыла, башланғыс мәктәп һигеҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә.

2008 йылда Походск ауылының 365 йәше билдәләнә. Бөтә тарихы дауамында походсылар русскоустьинсылар менән бәйләнештәрҙе өҙмәҫкә тырыша, сөнки уларҙың сығышы һәм мәҙәниәте — уртаҡ, үҙ нәҫелен һәм православие динен һаҡлар өсөн кәләштәрҙе лә улар электән бер-береһенән алғандар[12].

3 — 4 быуат эсендә походсылар урындағы шарттарға яраҡлашалар, күршеләш төп халыҡтарҙан (юкагир, эвендар, чукча) ҡаты арктик шарттарында мәҙәниәт һыҙаттарын, йәшәү рәүешен үҙләштерәләр һәм был ерҙәрҙе берҙән-бер, тыуған ер тип ҡабул итә башлайҙар.

Урыҫтар өсөн яңы тәбиғәт шарттарында бер нисә быуат дауамында һәм урыҫ халҡының башҡа төркөмдәренән бер ни тиклем айырым йәшәү походсыларҙа урыҫлыҡты юғалтыуға һәм үҙ мәҙәниәтен булдырыуға килтерә, походсыларҙың һәм юкагирҙарҙың мәҙәниәттәре бер-беренә йоғонто яһай[4].

Һөйләш үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Этнограф һәм тел белгесе В. Г. Богораз үҙенең «Колыма урыҫ өлкә һөйләше» исемле тикшеренеүендә Колыма урыҫ һөйләшенең диалект үҙенсәлектәрен билдәләй. Походсылар һөйләше юкагир теле йоғонтоһо аҫтында «тәмле теллелеккә» («сладкоязычие») килтерә, улар «л» өнөн һуҙынҡылар алдынан «й» һымаҡ әйтәләр: голова— гойова, золото — зойото, Колыма — Койыма), «р» һуҙынҡылар һәм ҡаты тартынҡылар алдынан шулай уҡ «й» һымаҡ әйтелә: дорога — дойога, хорошо — хойосо) һәм шышылдаулы тартынҡылар һыҙғырыулы тартынҡыларға алмаштырыла: шапка — сапка, шуба — суба, живот— зивот, пассажирҙар — пассазир)[1][13]. «Тәмле теллелектән» баш тартҡандарҙы походсылар мыҫҡыллаған. Урындағы халыҡтан кемдер әҙәби телдә һөйләшһә, уға үпкә белдергәндәр. Үҙ диалекты тураһында походсыларҙың фекерен боронғо урыҫтар тураһындағы мәҡәләләрендә тыуған яҡты өйрәнеүсе Алексей Чикачев ошолай яҙа: «Архангельскиға йәки Ильмень-күлгә барһағыҙ — беҙҙең һүҙҙәрҙе ишетерһегеҙ. Шул яҡтан беҙҙең ата-бабалар килгән»[14]. Беҙҙең көндәрҙә походсылар үҙ һөйләше үҙенсәлектәрен юғалтҡандар һәм дөйөм әҙәби урыҫ теленә күскәндәр[12].

Мәҙәниәт, хужалыҡ һәм көнкүреш үҙгәртергә

Походсыларҙың төп кәсептәре аҡ төлкө кәсебе һәм балыҡсылыҡ. Колыма боронғоларының аҡ төлкөгә тоҙаҡтары ҡасандыр тундра буйлап Алазея йылғаһына, русскоустьинсылар биләмәләренә тиклем барып еткән. Эре мөгөҙлө мал һәм аттарҙы походсылар тотмаған, шулай уҡ юкагирҙарҙан һәм чукчаларҙан айырмалы рәүештә болансылыҡ шөғөлләнмәгәндәр. Ҡышҡы ваҡытҡа күсенеп йөрөү өсөн екке эттәр ҡулланғандар[12]. Торлаҡ йорттары буралған өйҙән торған, бындай өйҙөң ҡыйығы ялпаҡ булған, ер менән күмелгән бүрәнә түшәмәле, йәки вертикаль рәүештә эске яҡҡа ҡарай ауышҡан бүрәнәләрҙән торған. Йәшәү торлағы хужалыҡ ҡаралтылары менән тоташа. Колыма боронғоларҙың ниндәй булһа ла торлаҡтарының үҙенсәлеге — уң мөйөштәге иконалар, һул яҡта — сыуал, көрттән һаҡланыу өсөн ике ишекле солан. Йәйге балыҡсылыҡ урынында өй төҙөгәндәр (ураса), бындай өйҙө башҡа төньяҡ халыҡтары кеүек бүрәнәләрҙән, һайғауҙарҙан һәм кәҫтән төҙөгәндәр,Өҫкө яғы асыҡ булған, уртала сыуал урынына ут яҡҡандар һәм ишек урынына болан тиреһе элгәндәр[5].

Өй кейеме өсөн боронғолар һатып алынған туҡыманан йәки ровдуганан теккәндәр һәм әлеге кейем тегелеше буйынса төньяҡ урыҫтарҙыҡынан айырылмаған. Кәсеп итеү өсөн кейемде, чукчалар һәм юкагирҙарҙыҡы һымаҡ, болан һәм нерпа тиреһенән теккәндәр. Ир-ат ҡыш осоронда чукча өлгөһөндә плектар йәки щеткаларға өҫтөнлөк биргән, был аяҡ кейеме болан камусынан тегелгән, табандары болан тояҡтары аҫтындағы ҡылдан эшләнгән, ә яҙ һәм йәй көндәрендә — юкагирҙарҙың бродни тип аталған аяҡ кейемен кейгәндәр, был йомшаҡ итек-ойоҡтар шайтанашыҡ тирәһендә һәм тубыҡ аҫтында нығытылған[15].Ҡатын-ҡыҙҙар йәйгеһен йылҡы тиреһенән йәки ровдуганан тегелгән йомшаҡ итек кейгән, ә ҡышҡыһын — болан тиреһенән. Байрамдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар калиплика (килипелика) кейгәндәр — төҫлө ептәр һәм бисер менән сигелгән ҡарайтылған ҡайышлы башлы аҡ-һары ровдуганан тегелгән юкагир торбазын кейгән[5][16].

Колымасыларҙың туҡланыу нигеҙендә — аҡһымлы аҙыҡ: болан ите, ҡыр йәнлеге һәм бөтәһенән элек — балыҡ. Йыл әйләнәһенә балыҡ походсыларҙың төп аҙығы булған, строганина исемле балыҡ ризыҡтарынан тыш, Колыма боронғоларының бик үҙенсәлекле рецептары ла була. А. Гедеонов 1896 йылда «Поляр кругы аръяғында» китабында балыҡ майында иҙелгән ыуылдырыҡтан бешерелгән ҡоймаҡтар (походсылар икмәкте белмәгән) тураһында яҙа[12]. Колыма боронғолары әҙерләүҙән тыш бик күп балыҡ консервациялау ысулдарын белә. Походсылар әсегән балыҡты ла ҡулланғандар, был ысул поморҙарҙың боронғо традицияһы кешене цинга ауырыуынан ҡотҡарған.

Колымалағы походсыларҙың һәм төньяҡ халыҡтарының үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында, мәҫәлән, ошондай факт һөйләй: 1866 йылда бер чукча аслыҡтан интеккән урыҫтарға 130 боланды хәйриә итә[17]. Һәм бындай миҫалдар бик күп. Колыманың бөтә халыҡтары урыҫ телен белгән кеүек, походсылар ҙа чукча һәм юкагир телдәрендә аралаша алғандар. Шулай уҡ ихтирамлы һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәр тураһында милләт-ара никахтарҙың һаны дәлилләй[5].</ref>.

Походсылар фольклорында оригиналь жанрҙағы әҫәрҙәр булған, уларҙы «андыльщина» тип йөрөткәндәр — «яртылаш импровизациялы мөхәббәт йырҙарында („опевание“) колымочка», «чукчаночка», «Мишаночка» иркәләү һүҙҙәре менән бер рәттән был йырҙарҙа «күгәрсенкәй» һәм «һандуғас» персонаждары ла осрай (башҡарыусылар әлеге ҡоштарҙы бер ҡасан да күрмәүенә ҡарамаҫтан). Бейеүҙәр араһында — «Рассоха» һәм «Виноградье», йырҙар һәм таҡмаҡтар, урыҫ музыка ҡоралдары — балалайка, скрипка, гармун (1929 йылда был ерҙәрҙә булып киткән билдәле яҙыусы Николай Вагнер үҙенең «Кеше ҡар өҫтөнән йүгерә» китабында походсыларҙың «ике ҡыллы» балалайкаларын һәм эскә терәп уйнала торған скрипкалар тураһында бәйән итә)[12][18]. Боронғо урыҫ йырҙары һәм былиналары быуындан-быуынға ҡәҙерләп тапшырыла килгән. В. Г. Богораз үҙенең төньяҡ төп халыҡтар тикшеренеүҙәрендә походсылар йырҙа телгә алынған әйберҙәрҙе белмәһәләр ҙә, улар тураһында күп быуын дауамында хәтерләйҙәр:, мәҫәлән, уларҙың хәтерендә йылғалар һәм ҡалалар атамалары һаҡланып ҡалған: Дон, Волга, Ҡазан, Әстерхан һәм башҡалар. Әлеге ваҡытта Походск ауылында «Рассоха» ансамбле булдырылған, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ансамбль республикала популярлыҡ яулай һәм "халыҡ " исеменә лайыҡ була[4].

Рухи мәҙәниәте үҙгәртергә

Походсыларҙың рухи тормошонда һәм ышаныуҙарында славян мәжүсилегенең, православиеның һәм төньяҡ халыҡтары культтарының ғәҙәти булмаған синтезы барлыҡҡа килгән. Походсыларҙың христианлыҡҡа тиклем донъяһында (русскоустьинсыларҙыҡы кеүек) «стихеилар» хөрмәт ителгән: сендуха (тундра) инәһе, күк диңгеҙ инәһе, Колыма инәһе, батша-ут атаһы; сендуха хужаһы һәм һыу хужабикәһе, күршекәй (суседко), чудинка-пужанка, еретиктар һәм шулюкиндар йәшәгән. Мәжүсилек шаңдауҙары ла күҙәтелә. Ҙур ихтирам менән айыуға ҡарағандар. В. Г. Богораз билдәләй: "Айыуҙы Колымала дедушко, ҡарт йәки ябай ул тип йөрөтәләр. Халыҡ, айыу — имсе, үҙе тураһында бышылдап ҡына әйтелгәнде ишетә һәм кешенең уйҙарын белә, тип ышаналар. Ошо ырымдар арҡаһында айыуға бөтөнләй теймәйҙәр һәм улар ҡайһы бер урындарҙа етди ҡурҡыныс тыуҙыралар һәм йыш ҡына халыҡты талайҙар[19].

«Стихеялар» тотоп алып булмаҫлыҡ, ҡөҙрәтле, Аллаһы Тәғәләгә тиң, көстәр тип һаналған, шуға күрә улар үҙҙәренә ҡарата айырыуса ихтирам талап итәләр. Абруй шулай ҡарамаҫтан, власть көсө. Шулай уҡ боронғоларҙың утты «ашатыу» (ут батшаһына ҡорбан килтереү) һәм һыу эсереү йолаһы булған. Сендуха хужаһы — төп персонаждарҙың береһе, бөтә промысла йәнлектәрҙең хужаһы, «православие кешеһенә» оҡшап тора (уның йортонда хатта иконалар булған), уның ҡатыны, улы һәм аҫраусы әбей бар. Кейемен һул яғына элә, бүре, аҡ төлкө, төлкө егелгән нарталарҙа йөрөй/ Һис шикһеҙ, был славян шүрәлеһе. Бына колымасыларҙың сендуха тураһында легендаһы: «Сендуха хужаһы һәр ерҙә төрлө була. Мартьяновта — үҙенеке, Каретовала — үҙенеке, ҡәлғәлә — үҙенеке. Уны бер кем күрмәй, аң томаланған кеүек була һәм шунан күрәһең… Ул, бәлки, күптәргә күренәлер. Тик улар һөйләмәйҙәр, үлгәнсе өндәшмәйҙәр, йәшерәләр: бәлки, улар уның менән булышалыр, уның менән эш итәлер. Кем үҙ көсөн түгә — байлыҡ йыя, кем уның менән — юҡ»[18].

Һыу хужабикәһе йылғаларҙа һәм күлдәрҙә тереклек итә, ә суседко мейес артында йәшәй һәм бер нимәһе менән дә урыҫ өй эйәһенән айырылмай.

Боронғолар өсөн яуыз көстәр — пужанка, йәки чудинка (ул буш өйҙәрҙә һәм йәйге өйҙәрҙә йәшәй), шулюкиндар (мәкелә йәшәйҙәр). Шулай уҡ боронғолар «еретиктарға» ышанған. «Тимер тешле еретик» убырҙың бер төрө, урман төпкөлөндә йәшәй һәм мәйеттәрҙе ашай, тере кешеләрҙе лә ашай, тип колымсылар һанаған[19].

Яуыз көстәрҙән һаҡланыу өсөн боронғолар төрлө бетеүҙәр (оберег) (ҡотҡарыу символы) ҡулланғандар, бетеү оҙон поляр төнөндә кешене һаҡлаған.

Төньяҡ тәбиғәте кешеләрҙе берләштергән, боронғоларҙың христианлыҡҡа тиклемге инаныуҙары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тыйыуҙары күпселектә чукчаларҙың һәм юкагирһарҙың шаманлығын хәтерләтә. шуға күрә походсылар йыш ҡына шамандарға мөрәжәғәт иткәндәр. Шаман кешеләрҙе дауалаған, ҡайһы берҙә унан «бәхет» йәки балыҡ һәм аҡ төлкө промыслаһында уңыштар алып килеүен һорағандар[5].

Хәҙерге хәле үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта һаны яҡынса 300 кеше тәшкил иткән походсылар Походск ырыу общинаһына ҡарай. Ғәҙәти аҡ төлкө промыслаһы аҙаҡҡы йылдарҙа файҙа килтермәүе арҡаһында тулыһынса юҡҡа сығарылды тиерлек[1]. Төп табышты балыҡсылыҡ бирә, община «Якутия» концернына йылына уртаса 100—150 тонна тапшыра)[20]. Походсылар балыҡсы һәм һунарсы ғына түгел. Күбеһе, махсус белем алып, Рәсәй ҡалаларында төрлө тармаҡтарҙа эшләйҙәр[12].

Саха Республикаһының (Яҡутстан) Төньяҡ аҙ һанлы төп халыҡтары Ассоциацияһы ҡарамағында Түбәнге Колыма районы Походск һәм Аллаихов районының Русское Устье ауылдары урыҫ арктик боронғоларының секцияһы ойошторолған. Йәмәғәт ойошмаһын беренсе булып Яҡутстандың билдәле крайҙы өйрәнеүсеһе, Саха Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең ғилми хеҙмәткәре Чикачев Алексей Гаврилович етәкләй[4].

Чикачев А. Г. һәм Кривошапкин А. В. башланғысы һәм Яҡутстан президенты В. А. Штыровтың шәхсән ярҙамы буйынса 2004 йылдың апрелендә Саха Республикаһында «1999 йылдың 30 апрелендәге 82-се һанлы „Рәсәй Федерацияһының төп аҙ һанлы халыҡтарҙың хоҡуҡтарын гарантиялау тураһында“ Федераль Законы положениеларын арктика урыҫ боронғолары походсыларға һәм русскоустьикынсыларға ҡарата киңәйтеү тураһында» Республика Законы ҡабул ителә[21]. Урыҫ боронғолары Яҡутстан аҙ һанлы төп халыҡтары категорияһына индерелә.

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу үҙгәртергә

2002 йылдың 2 сентябрендәге 171-се һанлы Рәсәй дәүләт статистика комитеты ҡарары менән Рәсәй федерацияһының Рәсәй фәндәр академияһы Этнология институты төҙөгән Рәсәй милләттәре һәм телдәре алфавит исемлегенә походсылар, колымасылар һәм колымалар индерелгән[22]. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында үҙҙәрен походсылар тип 5 кеше таный, колымсылар — 46 кеше, колымалар — 15 кеше.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Малые этнические и этнографические группы: Сб. статей, посвященных 80-летию со дня рождения проф. Р. Ф. Итса / Под ред. В. А. Козьмина. — СПб.: Новая Альтернативная Полиграфия, 2008, (Историческая этнография. Вып. 3)(недоступная ссылка)
  2. Перечень вариантов самоопределения национальностей в переписи 2002 года
  3. Народы России с самоопределениями по переписи 2002 года
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 «Илин». № 1-2. 2007. Историко-географический, культурологический журнал. Общественное объединение «Секция русских арктических старожилов Ассоциации коренных малочисленных народов Севера» 2017 йыл 26 август архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Факультет истории русской культуры. СПбГУКИ. Колбасина Г. Н. «Процессы синтеза в культуре русских старожилов низовьев рек Индигирки и Колымы» 2009 йыл 1 сентябрь архивланған.
  6. Русские. Монография Института этнологии и антропологии РАН
  7. Попов Е. Некоторые данные по изучению быта русских на Колыме. Этнограф. обозрение. 1907. № 1-2
  8. Гурвич И. С. Этническая история Северо-Востока Сибири. М., 1966
  9. Чеснов Я. В. Лекции по исторической этнологии: Учебное пособие. Лекция 7. Локально-этнографические группы
  10. Ефимов А. В. Из истории великих русских географических открытий.
  11. Полевой Б. П. Находка челобитья первооткрывателей Колымы. Сибирь периода феодализма. Вып.2. — Новосибирск, 1965
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 Алексей Чикачёв. «У самого студёного моря» (Республиканская газета «Якутия»)(недоступная ссылка)
  13. Богораз В. Г. Колымское русское областное наречие.
  14. Национальная библиотека республики Саха (Якутия). Алексей Чикачёв. «Русское Устье и Походск — старинные русские заполярные села» 2017 йыл 23 май архивланған.
  15. Биркенгоф А. Л. Потомки землепроходцев
  16. Каменецкая Р. В. Д. К. Зеленин и некоторые вопросы этнографии русских старожилов полярной зоны. Вопросы славянской этнографии. — Л. 1979
  17. Трифонов. Заметки о Нижне-Колымске. Известия СО ИРГО. — Иркутск., 1872. — Т.3, № 3
  18. 18,0 18,1 Вагнер Н. П. Человек бежит по снегу. — Л., 1934
  19. 19,0 19,1 Богораз В. Г. Русские на реке Колыме
  20. Сайт по культуре и туризму коренных народов севера
  21. Закон республики Саха (Якутия) от 15.04.2004 133-З N 269-III 2019 йыл 6 апрель архивланған.
  22. Алфавитный перечень национальностей и этнических наименований

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Урыҫтарҙың этнографик һәм субэтник төркөмдәре