Сафин Хажи Сафа улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943)

Сафин Хажи Сафа улы (рус. Сафин Хажи Сафиевич 1910 йыл14 ноябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).

Сафин Хажи Сафа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Ибраһим, Еҙем-Ҡаран ауыл советы, Ғафури районы
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған урыны Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Смагорин[d], Беларусь
Һөнәр төрө сапёр
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сафин Хажи Сафа улы 1910 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ғафури районы Ибраһим ауылында тыуа. 1941 йылда Ғафури район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында сапер-шартлатыусы булып хеҙмәт итә[1].

Гвардия ҡыҙылармеецы Сафин дошман тылына әүҙем рейд яһай, Дебальцево-Фальцево һәм Дебальцево-Чистково линияһында тимер юлына миналар һалып сыға. Командирҙың бойороғон үтәп, ике урында тимер юл полотноһын һәм үтеп йөрөү урынын шартлата. Чернухино оборонаһы районында башҡалар булышлығында урам баррикадаһын тәьмин итә, унда шәхсән дошман яғынан миналар һалып сыға. Бынан тыш, Сафин Хажи Сафа улы Чернухинола немецтарҙың оборона- һөжүм итеү һыҙатында урынлашҡан 20-40 метр аралыҡта дощмандың телефон кабелдәрен киҫә. Подразделениеның 1943 йылдың 15 июлендәге 185-се бойороғо менән Сафин Хажи Сафа улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].

1943 йылдың 18 сентябренән алып 24 сентябренә тиклем сапер -шартлатыусы гвардия ҡыҙылармеецы Сафин Хажи Сафа улы немец илбаҫарҙары менән һуғышта үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. дошмандың көслө уты аҫтында 1 Май совхозы һәм Ивашков ауылы өсөн барған һуғышта бер нисә тапҡыр команда һәм күҙәтеү пункттарын йыһазландыра, разведка взводы составында ике тапҡыр разведкаға бара, дошмандың мина яландарын асыҡлап, полк поразделениеһының алға барыуын тәьмин итә. 1943 йылдың 25 сентябрендә ҡыҙылармеец Сафин «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].

Ҡыҙылармеец Сафин Хажи Сафа улы 1943 йылдың 14 ноябрендә Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты һуғышта һәләк була. Белоруссияның Гомель өлкәһе Речицкий районының Смагорин ауылында ерләнә[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә