Самсонов Владимир Парфеньевич

Самсонов Владимир Парфеньевич (19221989) — СССР ғалимы, физика-математика фәндәре кандидаты.

Самсонов Владимир Парфеньевич
рус. Владимир Парфеньевич Самсонов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 3 ғинуар 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Нюрбинский районы[d], Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 1989
Вафат булған урыны Яҡутск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Парфеньевич Самсонов 1922 йылдың 3 ғинуарында Яҡут өлкәһе Нюрбин улусының Александровский ауылында Яҡутстанда билдәле уҡытыусылар Самсоновтар — Парфений Никитичтың (РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы) һәм Надежда Евменьевнаның (Яҡут АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы) ғаиләһендә тыуған. Уның ағалары: Александр һәм Николай.

Мәктәптә яҡшы өлгәш күрһәтеп, комсомолец була. Мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, ә 1942 йылдың сентябрендә Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша[1]. Артиллерияның кесе командирҙар курсын тамамлап, Волхов фронтына ебәрелә. Бер нисә тапҡыр яралана һәм һәр тапҡыр госпиталдәрҙән хәрәкәттәге армияға ҡайта.

Һуғыштан һуң тыуған иленә ҡайта һәм Яҡутстан педагогия институтын тамамлай (хәҙ М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты). Юғары уҡыу йортон тамамлағас, СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең яҡут филиалына эшкә инә (ЯФ СО АН СССР) — тәүҙә өлкән лаборант, аҙаҡ кесе ғилми хеҙмәткәр була. 1968 йылдан 1977 йылдың апреленә тиклем ғилми секретарь, ә 1977 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем — яҡут космофизик тикшеренеүҙәр һәм аэрономия институты директоры урынбаҫары (ИКФИА), унда ғүмер буйы шунда эшләй. В.П. Самсонов Яҡутстанда космофизик тикшеренеүҙәрҙең  башында тора, поляр балҡыштарҙы өйрәнеү өсөн Бөтә Союз станциялар селтәрен ойоштороусылары араһында була.

1971 йылда Мәскәүҙә «Тонкая структура пространственно-временного распределения полярных сияний» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.[2] Самсонов Владимир — бер нисә ғилми уйлап табыу авторы, шуларҙың береһе СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәзмәһенең бронза миҙалы менән билдәләп үтелә. СССР Фәндәр академияһы Себер бүлеге Президиумы ҡарамағындағы космофизика һәм радиофизика фәнни советы ағзаһы, поляр балҡышы һәм төнгө күк йөҙө яҡтылығы эшсе төркөмө һәм СССР Фәндәр академияһы Президиумы ҡарамағындағы Ведомство-ара Геофизика комитетының ионосфера секцияһы, геомагнетизм һәм аэрономия халыҡ-ара ассоциацияһының баҫып инеүҙәр зонаһы буйынса ағза булып тора. Уның етәкселегендә бер нисә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Ғилми эш менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — институттың партбюро секретары һәм рәйесе булып һайлана, СССР Фәндәр академияһы Себер бүлеге яҡут филиалының профком һәм партком секретары урынбаҫары, Саха республикаһы Тыныслыҡты яҡлау комитеты була. Яҡутсан КПСС өлкә комитетының һәм «Знание» йәмғиәтенең штаттан тыш лекторы була.

1989 йылдың 26 авгусында Якутскта вафат була.

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, шулай уҡ күп кенә миҙалдар менән бүләкләнгын, улар араһында «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары бар.
  • СССР ВДНХ бронза миҙалы менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә