Салдау (Пермь крайы)

Салдау (рус. Солодовка) — Рәсәй Федерацияһы Пермь крайының Көйәҙе муниципаль округындағы ауыл.

Ауыл
Салдау
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль округ

Көйәҙе районы

Координаталар

56°26′20″ с. ш. 55°37′30″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Кесе Салдау

Халҡы

123 кеше (2010)

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

57 228 000 051

Код ОКТМО

57 628 426 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Салдау (Рәсәй)
Салдау
Салдау
Салдау (Пермь крайы) (Пермь крайы)
Салдау

Этимологияһы

үҙгәртергә

Салдау — башҡорттарҙың танып ырыуына ҡараған аймаҡтың атамаһы[1].

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Ауыл округтың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, көнсығыштан Көйәҙе ҡасабаһына терәлеп тора.

Климаты уртаса континенталь. Ҡыш оҙайлы, ҡарлы. Ғинуарҙа уртаса температура −14…−15 °C. Йәй уртаса йылы. Иң йылы ай — июль. Июлдә уртаса температура +18,5 °C. Уртаса йыллыҡ температура +2,1 °C тәшкил итә. Июль температураларының абсолют максимумы +38 °C, ә минималь +2 °C етә. Вегетация осороноң оҙайлығы (температура +5 °C юғарыраҡ) 155 көндән 165 көнгә тиклем тирбәлә, ҡырауһыҙ осор 110 көндән 130 көнгә тиклем тирбәлә. Һауа температураһы 10 °C юғары булған осор 125 көн дауам итә. Яуым-төшөм уртаса 450-550 мм. Беренсе ҡырауҙың уртаса датаһы — 20 сентябрь. Ҡар ҡатламы октябрь аҙағында ноябрь башында урынлаша һәм йылына уртаса 170-190 көн тора. Беренсе ҡар япмаһының уртаса барлыҡҡа килеү датаһы — 18 октябрь. Март айына ҡарҙың ҡалынлығы 60-70 сантиметрға етә[2].

Салдау ауылы элек Кесе Салдау (рус. Мало-Солодово) тип аталған. Шулай уҡ документтарҙа Яңы Салдау (рус. Новосолодово) тип тә йөрөтөлгән.

XIX быуаттың икенсе яртыһында танып ырыуы башҡорттарының Салдау (хәҙер Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Салдау) ауылынан бер нисә ғаилә Салдау йылғаһы буйында Кесе (Яңы) Салдау ауылына нигеҙ һала[3].

Башҡортостан АССР-ының Бөрө кантоны, 1930 йылдан Яңауыл районы, 1935 йылдан Тәтешле районы составында була. РСФСР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 16 апрелендәге указына ярашлы, Башҡортостан АССР-ы Тәтешле районынан Маныш, Ташлыйылға һәм Кесе Салдау ауылдары Молотов өлкәһенең (хәҙерге Пермь крайының) Көйәҙе районына күсерелә[4].

2006 йылдан 2020 йылға тиклем ауыл Көйәҙе ауыл биләмәһе составына инә. 2020 йылдың майында муниципаль берәмек бөтөрөлгәндән һуң Көйәҙе муниципаль округының ябай тораҡ пункты статусына эйә.

1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 68 башҡорт һәм 13 урыҫ йәшәгән. 1920 йылда 66 башҡорт һәм 2 урыҫ иҫәпкә алынған[5].

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 173 кеше иҫәпкә алынған, шуларҙың 50% татарҙар, 28% урыҫтар[6]. 2010 йылда ауылда 123 кеше йәшәгән[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т.VII: (П–С хәрефтәре) / Ф. Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2015. — 872 б. — 370-371-се биттәр.
  2. Схема территориального планирования Куединского муниципального района. Том 1 // Федеральная государственная информационная система территориального планирования. — 2009.
  3. История башкирских родов. Танып. Том 6. / С. И. Ха­мидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, Ф. X. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гуме­рова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — Т. 6. — С. 76. — 376 с. — ISBN 978-5-85051-629-1.
  4. История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001): сборник документов и материалов. — Уфа: Китап, 2003. — С. 126. — 532 с. — ISBN 5-295-03286-8.
  5. Башкиры Татышлинского района Республики Башкортостан: научный справочник / С. И. Хамидуллин, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев. – Уфа: АНО «ЦИИНБ «Шежере», 2019. – 344 с. — С.82.
  6. Коряков Ю. Б. База данных "Этно-языковой состав населённых пунктов России". Дата обращения: 23 июнь 2020. Архивировано 16 ноябрь 2017 года.
  7. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов Пермского края по итогам Всероссийской переписи 2010 года // Пермьстат. — 2012. Архивировано из первоисточника 26 июнь 2020.

Ҡалып:Көйәҙе районы тораҡ пункттары