Садиҡ (исем)
Садиҡ — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Садиҡ исеме бар.
Садиҡ |
Этимология
үҙгәртергәСадиҡ исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе тура һүҙле, дөрөҫлөктө яратыусы, саф күңелле, эскерһеҙ, тоғролоҡло, ихлас күңелле, дуҫ тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәСайранов Садиҡ Уйылдан улы (15 май 1917 йыл — 21 октябрь 1976 йыл) — Халхин‑Гол йылғаһы буйында 1939 йылғы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Садиҡ Сәғитов (1777 йыл—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Байтүрин Садиҡ Айтуған улы (1912 йыл — ?) — журналист, партия эшмәкәре.
Жәфәр әс-Садиҡ (вафаты — 765) — шиғый-имами, Жәфәри мәҙһәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Мәҡсүд Сөндөклө, Мәҡсүтов Садиҡ Мөбин улы (2 (15) сентябрь 1904 йыл — 23 октябрь 1981 йыл) — шағир. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).
Фамилияла
үҙгәртергәСадиҡов Төхвәт Әбдрәхим улы (рус. рСадыков Тухват Абдрахимович; ?- 18 февраль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.
Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы (рус. Садыков Сисянбай Садыкович; 1916 йыл — 25 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант.
Садиҡов Әхмәр Садиҡ улы (рус. Садыков Акмар Садыкович; 1902 йыл — яҡынса 13 июль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы.
Садиҡов Төхвәт Әбдрәхим улы (рус. Садыков Тухват Абдрахимович; ?- 18 февраль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |