Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант.

Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы (рус. Садыков Сисянбай Садыкович 1916 йыл — 25 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант.

Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1916
Тыуған урыны Билән, Красноуфимск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы 1916 йылда хәҙерге Башҡортостандың Балаҡатай районы Билән ауылында тыуа. 1941 йылда Балаҡатай район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы кавалерия дивизияһының 58‑се гвардия кавалерия полкында тәүге комсомол ойошмаһының секретары буләп хеҙмәт итә[1].

Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы 1943 йылдың 2 февралендә яуҙа һәләк була. Украина ССР-ының Ворошиловград өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) Николаевка ауылында ерләнә[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә