Савина Мария Александровна

Савина Мария Александровна (14 апрель 1925 йыл) — СССР-ҙың автомобиль сәнәғәте алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Мария Александровна Савина
Тыуған көнө

14 апрель 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (98 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Тверь өлкәһенең Краснохолмский районы Чернуха ауылы

Вафат булған көнө

3 ноябрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (97 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Мария Александровна Савина (ҡыҙ фамилияһы Садова) 1925 йылдың 14 апрелендә Тверь өлкәһенең Краснохолмский районы Чернуха ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда мәктәптә ете класс тамамлағандан һуң, И. В. Сталин исемендәге Беренсе дәүләт автомобиль заводына эшкә килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың өсөнсө көнөндә инде завод хәрби продукция етештереүгә күсә. М. А. Савина снарядтарҙы лаклаусы һөнәрен үҙләштерә. 1942 йылдан М. А. Савина хәрби тәғәйенләнештәге продукция сығарыу буйынса удар эшләгән комсомол-йәштәр бригадаһын етәкләй.

1945 йылдан И. В. Сталин исемендәге заводтың 1-се йыйыу цехында мастер булып эшләй. 1960 йылдың 7 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «өлгөлө хеҙмәте өсөн» М. А. Савина Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1966 йылдың 30 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән, «ете йыллыҡ план заданиеһын үтәүҙә айырым ҡаҙаныштары өсөн һәм заводҡа нигеҙ һалыныуҙың 50-йыллығы менән бәйле», Савина Мария Александровнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1961 йылда КПСС-тың XXII съезы делегаты була.

1991 йылдан — хаҡлы ялда. Мәскәү ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (30.07.1966)
  • Ленин ордены (30.07.1966)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (7.03.1960)
  • «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (8.04.1971)
  • Южнопортовый районының почетлы кешеһе

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә