Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы

Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы (1890—1934) — сәсән, ҡобайырсы, шағир, композитор, оҫта ҡурайсы һәм ҡумыҙсы, мөғәллим, мәғрифәтсе.

Сабирйән сәсән
Исеме:

Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы

Тыуған көнө:

1890({{padleft:1890|4|0}})

Тыуған урыны:

Ҡыпсаҡ Үҙән ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы[1]

Вафат булған көнө:

1934({{padleft:1934|4|0}})

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы, СССР

Эшмәкәрлеге:

Сәсән

Биографияһы

үҙгәртергә

Сабирйән Мөхәмәтзакир улы Мөхәмәтҡолов 1890 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ҡыпсаҡ Үҙән ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында тыуған. Сығышы буйынса Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡарағай-ҡыпсаҡ тармағынан.

Атаһы Мөхәмәтзакир (1861—1919) хәлле крәҫтиән булған. Совет власы осоронда урмансы булып эшләгән. Тирә-яҡта танылған йор һүҙле сәсән булған. Мөхәмәтзакирҙың халыҡ араһында телдән телгә күсеп һаҡланып ҡалған бер нисә шиғыры ла бар.

Сабирйән бәләкәй сағынан уҡ уҡырға — яҙырға отҡор, йыр-бейеүгә оҫта, телгә бик бай була. Йәшләй үк халыҡ ижадына, сәсәнлек сәнғәтенә күңел биргән. Атаһының шиғри хазинаһынан боронғо башҡорт ҡобайырҙарын, йырҙарын отоп алған.

Сабирйәндең һәләтлелеген күреп, атаһы уны Әбйәлил районы Рауил ауылы мәҙрәсәһенә уҡырға алып бара. Шулай итеп, Сабирйән Мөхәмәтҡолов 1900—1911 йылдарҙа Урал аръяғындағы Рауил ауылындағы мәҙрәсәлә белем ала, унан Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙрәсәләрендә уҡыуын дауам итә.

 
File:Сабирйән Мөхәмәтҡолов

Мәҙрәсәне тамамлағандан һуң 1911 йылда батша армияһына алына. 1914 йылғы герман һуғышында ҡатнаша. Пленға эләгә, унан бер иптәше менән ҡасып, Төркиәгә барып сыға. 1917 йылғы Граждандар һуғышында ҡатнашып, тик 1919 йылдың көҙөндә тыуған иленә әйләнеп ҡайта.

Ҡайтыуына атаһы түшәктә була, уның ҡушыуы буйынса, Сабирйән Килдеғол ауылы ҡыҙы Өммөлхаятҡа өйләнә, атаһы күп тә үтмәй вафат була.

1920 йылда хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. 1928−1929 йылдарҙа Байғаҙыла, 1929—1930 уҡыу йылында Ғәлиәкбәр ауылында, 1930—1931 йылдарҙа Әбделмәмбәттә уҡыта. 1932—1934 йылдарҙа райсоветта (элеккесә РИК-тә) сәркәтип була, ЗАГС бюроһында ла эшләй.

1933 йылда нахаҡҡа ғәйепләнеп, ике тапҡыр ҡулға алына, икеһендә лә нисектер ҡотолоп ҡайта. Өсөнсөгә 1934 йылдың март айҙарында тағы ла ҡулға алына. Шул китеүҙән ҡайтмай, 1934 йыл аҙаҡтарында үлеп ҡала. Шулай итеп, Сабирйән сәсәндең ғүмере бик иртә өҙөлә. 1989 йылда, репрессия ҡорбаны булараҡ, аҡлана.

Уның өс ҡыҙы була: Рауза 1947 йылда йәшләй ауырып вафат була, Зәкиә менән Вәсилә лә мәрхүмәләр инде.

Бөгөнгө көндә Сабирйән сәсәндең исемен мәңгеләштереү маҡсатында Әбделмәмбәт һәм Килдеғол урта мәктәптәре музейҙарында сәсәнгә ҙур урын бүленгән. Музейҙа сәсәндең шәжәрәһе ҡуйылған. 2015 йылда Әбделмәмбәттә сәсәндең тыуыуына 125 йыл тулыуға бәйле хәтер сараһы ойошторола.

Сәсән иҫтәлегенә таҡтаташ асыла.

Тыуған ауылында урамдарҙың береһенә Сабирйән Мөхәмәтҡолов исеме бирелгән.

1993 йылда Бөрйән районы хакимиәте Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге әҙәбиәт һәм сәнғәт премияһын булдырған.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Мәҙрәсәлә уҡыған йылдарында уҡ төртмә шиғырҙар, бәйет-таҡмаҡтар сығара, оҫта бейей, ҡулынан ҡурай, ҡумыҙ төшмәй. Шул йылдарҙа уҡ халыҡ ижады өлгөләрен йыя башлай. 1910 йылдарҙа ҡаҙаҡтар араһына китеп. мөғәллимлек эшен атҡарған. Ҡаҙаҡ далаларында аҡындар менән таныша, аҡын-сәсәнлек һөнәрен тағы нығыраҡ үҙләштерә.

Сабирйән Мөхәмәтҡолов рус, фарсы, ғәрәп телдәрен яҡшы белгән. Шәреҡ әҙәбиәте, философияһы менән таныш булған. Бөрйән яҡтарында киң билдәлелек алған «Күсәк бей» эпосының бер нисә вариантын яҙып алған. Шунын бер вариантын 1928 йылда Ә. Исламғолов Сабирйән сәсәндең үҙенән яҙып алған. Бер вариантын Ғәббәс Дәүләтшин күсереп алып, 1929 йылда «Башҡорт аймағы» журналында баҫтырып сығарған.

Сәсән эпосты яңы шиғри ҡалыпҡа һалып, ҡулъяҙма китап эшләгән. Үҙе уны яттан да башҡарыр булған. Сабирйән сәсән эшкәрткән һәм ижад иткән ошо ике шиғри вариант «Күсәк бей» эпосының ҡыпсаҡ версияһы булып, башҡорт халыҡ ижады составында баҫмаларға ингән.

Тыуған яғында Сабирйән сәсән бар көсөн мөғәллимлек эшенә һала. Ҡыпсаҡ, Байғаҙы, Ғәлиәкбәр ауылдарында балалар уҡыта. Яңы йәмғиәткә дан йырлап, совет власына, дәүеренә ҙур өмөттәр бағлап, ең һыҙғанып йәш быуынға белем биреүгә тотоноп киткән. Бөрйән районының байтаҡ ауылдарында белем усаҡтары асыуҙы ойошторошҡан.

Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, заманының иң-иң зыялыларының береһе булған. Тыуған яғы Сабирйән Мөхәмәтҡоловты мәҙрәсә ғилемен яҡшы белгән, совет мәктәбе тәртиптәрен дә ныҡлы үҙләштергән абруйлы мөғәллим итеп иҫендә ҡалдырған. Үҙ сәсәне, оҫта ҡобайырсы, ил ағаһы итеп хәтерендә һаҡлаған.

Сабирйән сәсән үҙендә сәсәнлек һәм шағирлек, композиторлыҡ һәләттәрен дә берләштергән. Күпселек шиғырҙарын импровизация юлы менән шунда уҡ яттан сығарыр булған. Аҙаҡ уларҙы дәфтәренә күсереп ҡуя йәки шағирҙарса яҙып ижад итә торған булған. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаға ҡарашын шиғри юлдар, таҡмаҡ йәки бәйет менән белдерер булған. Уларҙы халыҡ шунда уҡ отоп алып, телдән телгә тапшыра килеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән. Ҡайһылыр шиғри юлдары халыҡ араһында әйтем булып таралып киткән. Һәр хәлдә Сабирйән сәсәндең шиғырҙары, бәйеттәре телдән дә, яҙма рәүештә лә үҙ заманында киң таралыу алған.

Сабирйән сәсәндең халыҡ ҡобайырҙарын, эпос, йыр репертуарының башҡа әҫәрҙәрен яҙып барған дәфтәрҙәре булған, ләкин беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Ә шулай ҙа, үҙе сығарған шиғырҙары яҙылған күн тышлы дөйөм дәфтәре ҡыҙы Зәкиәлә һаҡланған була. Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә Зәйтүнә Шәрипова, Фирҙәүес Хисамитдинова составында ойошторолған археографик экспедиция ул дәфтәргә 1979 йылда барып юлыға. Экспедиция ваҡытында «Урал» ҡобайырының Сабирйән сәсән исеменә ҡараған версияһын да күсереп алалар. Был ҡобайыр Шафиҡ сәсән Әминев авторлығындағы «Урал» ҡобайырына оҡшаш була, ләкин улар бер-береһен ҡабатламай.

«Сабирйән Мөхәмәтҡоловтың айырым шиғырҙарының ижад ителеү һәм йәшәү формаһы өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм сәйер генә бер яғы ла осрай. Сәсән бер-ике шиғырын киҫелгән ағас түңгәгенә, эргәнән юнып таҙартып, битләүенә яҙған. „Түңгәккә“ тигән шиғыры — ана шундай ағасъяҙма ҡомартҡы. Был шиғри юлдарҙы уҡыған кешеләр ятлап ала. Яҙыу йылдар үтеү менән юйылһа ла, түңгәк әле лә һаҡлана. Бына сәсәндең тағы бер ағасъяҙма шиғыры: Сахраларҙа юлдаш, дәртле моңдаш -Ғалим егеттәрҙең белеме. Тәбиғәттең тәрән серҙәренә һис етмәй бит әҙәм ғилеме.» (Ғайса Хөсәйенов яҙмаларынан өҙөк).

Сәсәндең бай мираҫы

үҙгәртергә

«Яҡташыбыҙ, сәсән, мәғрифәтсе, хәлфә Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзәкир улының ғүмере ижады сәскә атҡан саҡта өҙөлһә лә, бик бай һәм күп ҡырлы, һуңғы йылдарҙа уның поэтик мираҫын уҡыусылар һәм эҙәрмәнлек эше менән ҡыҙыҡһыныусанлыҡ айырата артты.

Талантлы сәсән мөрәжәғәт иткән темалар уның тормошто ҡабул итеү, күреү, үҙ фекер һәм хистәрен бирә алыу формалары кеүек төрлө. Уның поэтик мираҫында ҡобайырҙар ҙа, шиғыр-уйланыуҙар ҙа, тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә, пейзаж лирикаһы ла, тос сатирик һәм юмористик шиғырҙар ҙа бар.

Сәсән булараҡ, тормошта барған хәл-ваҡиғаларға тиҙ һәм асыҡ мөнәсәбәтен, ысынбарлыҡҡа үҙенең хаҡ баһаһын белдереүсе шағирҙың ижади диапазоны бай һәм киң. Мәҫәлән, „Уралға мәдхиә“ ҡобайырында ул башҡорттарҙың героик үткәненә мөрәжәғәт итеп, изге тыуған еренә дан йырлай. Күпте күргән халҡына яҡты көндәр килеү өмөтөн Совет власы менән бәйләй.

„Түңгәккә мөрәжәғәт“ шиғырында автор „тәбиғәт һәм кеше“ проблемаһын күтәрә, түңгәктең ҡасандыр мәғрүр ағас булыуын поэтик алымдар менән һүрәтләп, хәҙер ҡоро бер түңгәккә ҡалыуын кеше ғүмеренә ишаралап, ерҙә йәшәүебеҙҙен мәғәнәһе тураһында тәрән уйҙарға төшөрә.

„Ғилемле егеттәргә…“ шиғыры иһә донъя барлыҡҡа килеүҙең серҙәренә төшөнөп бөтөү мөмкин түгеллеген тәҡрарлаһа, „Фотоһүрәттәге яҙыу“ тигән шиғырында шағир үткән йәшлеге менән хушлаша һәм шуға ла шиғыр һағышлы мотивта.

Халыҡ араһында Сабирйән хәлфәнең юмористик һәм сатирик шиғырҙары кин таралған була. Әлбиттә, уның совет осорондағы етешһеҙлектәргә йүнәлтелгән үткер сатираһы властар тарафынан иғтибарға алынып, „баһалана“.

С. Мөхәмәтҡоловтың эшмәкәрлек һәм тормош трагизмы шунан ғибарәт. XX быуаттың 20-се йылдарында хуплап ҡаршы алған һәм дан йырлаған яңы сәйәси режим Сталиндың репрессиялар машинаһында, башҡа бик күп талантлы шәхестәр кеүек, уның үҙен дә 30-сы йылдар башында Беломорканал лагерының саңы булырлыҡ итеп онтап-урып ебәрә.

Башҡорт халҡы үҙенең ул һәм ҡыҙҙарын онотмай. Улар халыҡ хәтерендә мәңгелеккә Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Сөләймән Мырҙабулатов, Зәйнулла ишан Рәсүлев, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Аҡмулла һәм Буранбай сәсәндәр һәм башҡа меңәрләгәндәр исеме менән уйылды. Башҡорт сәсәндәре менән бер рәттә беҙҙең яҡташыбыҙ С. М. Мөхәмәтҡолов та бар. Уның уҡыусыларға тулы кимәлендә барып етмәгән ижады үҙенең эҙләнеүселәрен көтә.»

Б. Усманов. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Әбделмәмәбәт урта мәктәбе.

Ижади мираҫы

үҙгәртергә

Сабирйән сәсәндең һаҡланып ҡалған шиғырҙары : «Совет власы», «Бер баланың альбом дәфтәренә», «Ҡыҙыл батрак комсомол», «Әҙерлек курсында уҡыған балалар ауыҙынан», «Төш», «Стрельба һөҙөмтәһе», «Ала ҡуян менән Арбикә», «Эскелек һөҙөмтәһе», «Хыялыма мөрәжәғәт», «Масаҡҡа», «Түңгәккә», «Хөрлөк өсөн», «Йәштәргә», «Ҡартлыҡ», «Урал» ҡобайыры…Уның башлыса эш барышында барлыҡҡа килгән төртмә таҡмаҡтары әле лә халыҡ хәтерендә һаҡлана, мәҫәлән:

Тарт, тарт, тигәс, тартып алдым
Тартайҙың бер балаһының тәпәйенән, 
Туғыҙ кеше бешереп ашаныҡ,
Артыҡ булды промартель әпәйенән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Буранғолов — Башҡортостандың халыҡ сәсәне/(недоступная ссылка)
  2. Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  3. Киске Өфө
  4. Юлдаш (недоступная ссылка)
  1. «Сабирйән сәсән», Әбделмәмбәт-2015.Автор төҙөүселәр: Аллабирҙин Д. З., Муллағолова З. М. УДК398(-512.141) ББК82.3(2Рос-Баш)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Рауил ауылында мәҙрәсә булмаған, буласаҡ сәсән-имправизатор башлап белемде Бөрйән районынағы Әтек мәҙрәсәһендә алған.

  1. Хәҙерге Башҡортостан, Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы.