СССР тарҡалыуы
СССР-ҙың тарҡалыуы — 1991 йыл аҙағында Советтар Союзының берҙәм дәүләт булараҡ йәшәүҙән туҡтауына алып килгән ил иҡтисадындағы (халыҡ хужалығындағы), социаль өлкәһендәге, йәмәғәт һәм сәйәси сфераларындағы системалы емерелеү (дезинтеграция) процестары. 1991 йылдың 25 декабрендә СССР Президенты М. С. Горбачёв был юғары вазифалағы эшмәкәрлеген «принципиаль фекерҙәр буйынса» («по принципиальным соображениям») туҡтатыуы тураһында иғлан итә; 25 декабрҙә СССР Юғары Советының үрге палатаһы булған Республикалар Советы Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе (БДБ) ойошторолоу сәбәпле СССР-ҙың йәшәүҙән туҡтауы хаҡында декларация ҡабул итә.
Ал тарих
үҙгәртергәСовет Социалистик Республикалар Союзы Рәсәй империяһы биләмәләренең күп өлөшөн һәм күп милләтле структураһын мираҫ итеп ала. 1917—1921 йылдарҙа Финляндия һәм Польша бойондороҡһоҙлоҡ ала, Литва, Латвия, Эстония һәм Тува республикалары иғлан ителә. 1939—1946 йылдарҙа ҡайһы бер территориялар СССР-ға ҡушыла (Көнбайыш Украина һәм Көнбайыш Белоруссия, Прибалтика республикалары, Бессарабия һәм Төньяҡ Буковина, Тува Халыҡ Республикаһы, Карпат арты Украинаһы).
Икенсе донъя һуғышынан һуң СССР Европала һәм Азияла диңгеҙ һәм океандарға сығыу юлдары булған һәм ғәләмәт күләмдәге тәбиғи байлыҡтарға эйә ғәйәт ҙур территорияны биләй. Илдең төбәктәр буйынса махсуслашыуға нигеҙләнгән һәм төбәк-ара ныҡлы бәйләнештәргә ҡоролған социалистик типтағы иҡтисады ярайһы уҡ үҫешкән була. Бынан тыш, социалистик лагерға ингән дәүләттәр Советтар Союзы йоғонтоһонда була.
Милли хәрәкәттәрҙе ҡаты контролдә тотоу, СССР халыҡтарының дуҫлығы һәм туғанлығы тураһындағы фекерҙе даими алға һөрөү һәм киң таратыу һөҙөмтәһендә илдә 70—80 йылдарҙа[1]бары бер нисә милләт-ара ҡапма-ҡаршылыҡ ҡына килеп сыға[2]. Илдә иң күп һанлы булған урыҫтар РСФСР биләмәләрендә генә түгел, башҡа бөтә республикаларҙа ла йәшәй. Советтар Союзындағы ун биш республиканың һәр береһе үҙ дәүләт символикаһына һәм союз кимәлендәгенә оҡшаш үҙ совет һәм партия етәкселегенә эйә була.
СССР составындағы союздаш республикалар, Конституцияға ярашлы, үҙаллы (суверенлы) дәүләттәр булып һаналды[3]; һәр союздаш республиканың Союздан ирекле сығыуға хоҡуғы һаҡланып килде[4]. Союздаш республиканың сит дәүләттәр менән бәйләнештәр урынлаштырырға, улар менән килешеүҙәр төҙөргә һәм дипломатик һәм консуллыҡ вәкиллектәр менән алмашырға, халыҡ-ара ойошмалар эшмәкәрлегендә ҡатнашырға хоҡуҡлы булды[5]. Белоруссия ССР-ы менән Украина ССР-ының Ялта конференцияһындағы килешеүҙәр нигеҙендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы барлыҡҡа килгәндән алып унда үҙ вәкилдәре бар ине. Шулай ҙа, дәүләт менән идара итеү үҙәкләштерелгәйне: ҙур ил тормошоноң бөтә өлкәләренә лә ҡағылған аҙмы-күпме әһәмиәткә эйә ҡарарҙар власть органдарының бөтә иерархияһын контролдә тотҡан КПСС-тың үҙәк органдары тарафынан раҫланды. Союздаш республикалар етәкселәре үҙәк етәкселек тарафынан ҡуйылды.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гайдар Е. Т. Гибель империи: уроки для современной России. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: «Российская политическая энциклопедия» (РОССПЭН), 2006. — 448 с. — ISBN 5-8243-0759-8.
- Зенькович Н. А. 1991. СССР. Конец проекта(недоступная ссылка) — М.: ISBN 978-5-373-02629-1
- Коэн С.. «Вопрос вопросов»: почему не стало Советского Союза? — М., 2007. — 200 с.
- Лигачёв Е. К. «Кто развалил СССР?» (мемуары)
- Медведев Р. А. Советский Союз. Последний год жизни
- Мяло К. Г. Россия и последние войны XX века (1989—2000). К истории падения сверхдержавы. М.: Вече, 2002. 480 с., ISBN 5-7838-0994-2
- Нефёдов С. А., Алексеев В. В. Гибель Советского Союза в контексте истории мирового социализма // Общественные науки и современность. № 6, 2002, С. 66-77
- Панарин И. Н. Первая мировая информационная война. Развал СССР.. — СПб.: «Питер», 2010. — 256 с. — (Вне серии). — 3000 экз. — ISBN 978-5-49807-753-6.
- Рыжков Н. И. «Последний свидетель» (мемуары)
- Сэттер Д. Век безумия: распад и падение Советского Союза. — М.: Объединённое гуманитарное издательство, 2005. — 397 с. — ISBN 5-94282-302-2.
- Черняев А. С., Вебер А. Б., Палажченко П. Р., Славин Б. Ф., Логинов В. Т., Пучкова Л. Н., Королева Н. Ф., Александрова Т. А. Союз можно было сохранить. Белая книга: Документы и факты о политике М. С. Горбачёва по реформированию и сохранению многонационального государства. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: АСТ, 2007.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ как исключения можно упомянуть беспорядки 1972 года в Каунасе, массовые демонстрации 1978 года в Грузии, события 1980 года в Минске, декабрьские события 1986 года в Казахстане
- ↑ Паин Э. А., Попов А. А. Межнациональные конфликты в СССР//Советская этнография, 1990, № 1
- ↑ Ст. 76-я Конституции СССР 1977 года
- ↑ Ст. 72-я Конституции СССР 1977 года
- ↑ Ст. 80-я Конституции СССР 1977 года